Мария Чеботарь, русса яҙылышы Чеботари[1] (рум. Maria Cebotari; 10 февраль 1910 йыл9 июнь 1949 йыл — молдован сығышлы Австрия йырсыһы (сопрано).

Мария Чеботарь (Чеботари)
Maria Cebotari
Төп мәғлүмәт
Тыуған

10 февраль 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы Бессарабия губернаһы Кишинёв ҡалаһы

Үлгән

9 июнь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (39 йәш)

Үлгән урыны

Австрия Вена ҡалаһы

Ил

Рәсәй империяһы

Һөнәрҙәре

опера йырсыһы

 Аудио, фото, видео Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Молдова почта маркаһы, 1994 йыл

Мария Чеботарь Бессарабия губернаһының Кишинёв ҡалаһында 1910 йылда тыуған. Бала сағында М. Березовский етәкләгән Кишинев соборы хорында йырлай. Кишинев консерваторияһында уҡый. Уны тамамлағандан һуң, 1929 йылда ҡалала гастролдә йөрөгән Мәскәү художество театры труппаһына ҡушыла. Күп тә үтмәй, үҙенән утыҙ йәшкә өлкән булған труппа артисы граф Александр Вырубовҡа кейәүгә сыға, һәм уның менән бергә сәхнәлә сығыш яһауҙы туҡтаталар.

1929 йылдан Берлинда уҡый. 1931 йылда Дрезденда ("Богема"ла Мими партияһы) һәм Зальцбург фестивалендә Глюктың «Орфей һәм Эвридика»һында беренсе тапҡыр сығыш яһай.

1943 йылға тиклем Берлинда һәм Дрезденда сығыш яһай, үҙенең ваҡытһыҙ вафатына тиклем Вена опера ансамблендә уйнай. 1948 йылда һуғыштан һуңғы Ковент-Гарденда (Лондон) үткән Вена операһының тәүге гастролендә ҡатнаша. Йырсы Лиза делла Каза карьераһына булышлыҡ итә.

Йырсының һуңғы роле 1949 йылдың 31 мартындағы «Ярлы студент» опереттаһындағы Лаура була. Шул уҡ йылдың 9 июнендә үлеп ҡала (бауырға күскән ашҡаҙан аҫты биҙе яман шеше).

Чеботарь Марияның икенсе ире — Австрия тауышһыҙ киноһы һәм театры актеры Густав Диссль (1899—1948) — ҡатынының вафатына тиклем бер йыл элек мәрхүм була, уларҙың улдары Франц менән Петерҙы британия пианисы Клиффорд Керзон һәм уның ҡатыны, клавесинистка Люсиль Уоллес уллыҡҡа алалар.

Венала Деблинг зыяратында ерләнгән.

 
Молдова почта маркаһы, 2005 йыл

Чеботарь Мария ҙур репертуарға эйә була, Вольфганг Амадей Моцарт (Графиня һәм Сюзанна "Фигаро туйы"нда, "Дон Жуан"да Церлина һәм Донна Анна, «Сералдә урлау»ҙа Костанца) һәм Рихард Штраустың (Дафна исемле операһында Дафна, Софи — "Кавалере роза"ла), шулай уҡ Джузеппе Верди (Виолетта -«Травиата») һәм Джакомо Пуччини (Чио-Чио-Сан — «Мадам Баттерфляй»ҙа) айырым бер уңышҡа өлгәшә. Үлер алдынан драматик партияларға ла («Турандот», «Саломея») мөрәжәғәт итә башлай. Гостролдәргә йыш сыға. Заман операларының премьераларында ҡатнаша (шул иҫәптән, Р. Штраустың "Өндәшмәҫ ҡатын"ында Аминта ролен беренсе башҡарыусы була). Бруно Вальтер, Карл Бем, Клеменс Краус ише күренекле дирижерҙар менән хеҙмәттәшлек итә. Шулай уҡ бер нисә фильмда, шул иҫәптән, 1941 йылда Одессаның румын ғәскәрҙәре тарафынан «азат ителеүе» тураһында «Одесса ут ҡоршауында» тигән румын-итальян пропаганда таҫмаһында төшә.

  • Йырсының ижади биографияһының иң әһәмиәтле мәлдәре менән бәйле Вена һәм Дрезден урамдары уның исемен йөрөтә.
  • Шулай уҡ Мария Чеботарь исеме менән Кишенев урамы аталған.
  • Йырсыға арнап, Молдова почта маркаһы, шулай уҡ, 2010 йылда көмөш тәңкәләр сығарыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә