Мария Рёль
Мария Кристина Рель (швед. Maria Röhl; 26 июль 1801 йыл — 5 июль 1875 йыл) — швед рәссамы.
Мария Рёль | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция[2][3] |
Тыуған көнө | 26 июль 1801[4][5][6][…] |
Тыуған урыны | Стокгольм[d], Стокгольмское обер-губернаторство[d], Швеция[4] |
Вафат булған көнө | 30 июнь 1875[7] (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Клара[d], Стокгольм[d], Стокгольмское обер-губернаторство[d], Швеция[7] |
Ерләнгән урыны | Северное кладбище[d][8] |
Һөнәр төрө | рәссам, рәссәм |
Уҡыусылар | Amanda Helander[d] |
Әүҙемлек урыны | Стокгольм[9] һәм Париж[9] |
Ойошма ағзаһы | Королевская художественная академия[d] |
Жанр | портрет[d][4] |
Вики-проект | Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Милли һынлы сәнғәт музейы[d], Финская национальная галерея[d], Национальная портретная галерея Швеции[d] һәм Халльвюльский музей[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Maria Röhl |
Мария Рёль Викимилектә |
Тормош юлы
үҙгәртергәШвецияла XIX быуаттың тәүге яртыһында йәшәгән бик күп күренекле кешеләрҙең портреттары авторы булып тора.
Уның картиналары Стокгольмдағы Милли музейҙа күргәҙмәгә ҡуйылған.
Швед короллеге китапханаһында уның 1800 портреттан торған коллекцияһы бар.
Короллектең швед сәнғәт академияһы ағзаһы (1843). Король һарайында рәсми портретист була.
Биографияһы
үҙгәртергәМария Рель Стокгольмдә хәлле ғаиләлә тыуған. Әммә 1822 йылда ата-әсәләренең вафатынан һуң бөлгөнлөккә төшкән. Бала саҡта гувернанка булырға хыялланған.
Ләкин рәсем төшөрөү менән мауығыуы еңә. Профессор һәм гравюр Кристиан Форселдән һынлы сәнғәт буйынса дәрестәр ала. Рәссам Александр Хамбре уны ҡәләм менән тиҙ генә реалистик һүрәтләмәләр эшләргә өйрәтә.
Уның дустарын һәм ғаилә ағзаларын һүрәтләгән картиналары киң билдәлелек ала.
Рәссам юғары йәмғиәт дәирәһендә модала булып китә. Ул ҡәләм менән дә, май менән дә ижад итә. Әммә Марияның бай булмаған заказсылары май менән эшләнгән һүрәттәргә түләй алмайҙар. Шуға уның күп картиналар ҡәләм ҡулланып эшләнгән.
Уның хеҙмәттәрендә заманының бик күп билдәле аристократтары, актерҙары һүрәтләнгән.
1843 йылда Рель батша һарайына рәссам итеп тәғәйенләнә.
1843—1846 йылдарҙа Парижда француз сәнғәт академияһының Леон студияһында уҡый.
Тыуған иленә ҡайтҡандан һуң, СтокгольмдыңБрункебергсторг районында үҙенең шәхси һынлы сәнғәт студияһын ойоштора.
Тормошоның һуңғы йылдарында фотоһүрәттәр барлыҡҡа килә. Фотография сәнғәте уның портреттар ижад итеүенә етди дәғүәсе булып китә.
Мария Рель 1875 йылдың 5 июлендә вафат Стокгольмда вафат була.
Хәҙерге ваҡытта уның картиналары, һүрәттәре Швеция Милли музейында һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Швед короллеге китапханаһында портреттары 1800 самаһы.
Галерея
үҙгәртергә-
Мария Ида Рель Кардон, 1857
-
Швед Исайя Тегнер шағир, Мария Рель һүрәте, 1829
-
Карл Мазер (1807-1884) студияла.
-
Вильгельмина Фундина (1842)
-
Wendela Hebbe, 1842
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Österberg, et Carin al., Svenska kvinnor: föregångare, nyskapare. Lund: 1990 Signum. ISBN 91-87896-03-6
- Nordisk familjebok / Uggleupplagan. 24.
- Ryssläder — Sekretär
- Wingård, Ulrika (2008). «„Snedheten utom Likt!“ : i Kungl nedslag. Röhl bibliotekets Maria-samling». Biblis (Tidskrift) 2008/09(44),: sid. [56]-75. 1403-3313. ISSN 1403-3313. Libris 11301467.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Record #54126478 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 KulturNav (ингл.) — 2016.
- ↑ LIBRIS — 2018.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Maria C Röhl (швед.) — 1917.
- ↑ Maria Röhl (нидерл.)
- ↑ Maria Christina Roehl // Benezit Dictionary of Artists (ингл.) — OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
- ↑ 7,0 7,1 Klara kyrkoarkiv, Död- och begravningsböcker, SE/SSA/0010/F I a/12 (1874-1885), bildid: 00008151_00045 — Б. 43.
- ↑ Röhl, MARIA // http://www.svenskagravar.se/search?ShowFilters=False&Query=Maria+R%C3%B6hl+1875&ParishId=&GraveNumber=&BirthDate=&DeathDate=&BurialDate=&OrderByDesc=False&OrderBy= — Svenskagravar.se.
- ↑ 9,0 9,1 RKDartists (нидерл.)