Марие Ундер
Марие (Мария) Ундер (эст. Marie Under; 27 март 1883[2][1][3][…], Таллин[2] — 25 сентябрь 1980[2][1][3][…] (97 йәш), Стокгольм[2]) — Эстония, Рәсәй һәм Швеция шағирәһе һәм тәржемәсе.
Марие Ундер | |
эст. Marie Under | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Эстония Швеция |
Тыуған көнө | 27 март 1883[2][1][3][…] |
Тыуған урыны | Таллин, Рәсәй империяһы[2] |
Вафат булған көнө | 25 сентябрь 1980[2][1][3][…] (97 йәш) |
Вафат булған урыны | Стокгольм, Швеция[2] |
Ерләнгән урыны | Лесное кладбище[d] |
Хәләл ефете | Артур Адсон[d] һәм Carl Hacker[d] |
Балалары | Hedda Hacker[d] һәм Dagmar Stock[d] |
Һөнәр төрө | шағир, архивист, тәржемәсе, яҙыусы, журналист |
Эшмәкәрлек төрө | шиғриәт |
Ойошма ағзаһы | Бавария сәнғәт академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Марие Ундер Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәМария Ундер уҡытыусы ғаиләһендә тыуған, ата-әсәләре сығышы менән Хийумаа утрауынан булғандар. 1891—1900 йылдарҙа Ревелдә (хәҙерге Таллин) шәхси немец ҡыҙҙар мәктәбендә белем ала. 1902 йылда ул кейәүгә сыға һәм Мәскәүгә күсеп, бында 1906 йылға тиклем йәшәй, һуңынан Ревелгә ҡайта. Ун дүрт йәшенән шиғырҙар ижад итә башлай.
Үҙенең немец телендә яҙылған шиғырҙарҙы яҡын дуҫына - эстон рәссамы Антс Лайкмааға бүләк итә. Лайкмаа шағирәне эстон телендә яҙырға өгөтләй. 1904 йылдың 2 авгусында «Постимеес» эстон гәзите Марие Ундерҙың «Нисек булды...» («Как случилось…») тип аталған тәүге шиғырын баҫтырып сығара. Шағирә Мутти псевдонимын ҡуллана. 1917 йылда Сиуру әҙәби төркөмөнә инә, был осорҙа Марие Ундерҙың шиғриәт символизмдың ҙур йоғонтоһонда була. Шағирәнең әҫәрҙәре шат күңелле була, мөхәббәт һәм тәбиғәтте данлай. Сиуру төркөмө тарҡалғандан һуң, Тарапита әҙәби төркөмөнә инә. 1917 йылда донъя күргән «Сонеттар» тип аталған йыйынтығы ҙур уңышҡа ҡаҙана.
1920—1930-сы йылдарҙа Марие Ундер — иң ҙур эстон тел оҫталарының береһе. Ике донъя һуғыштары араһында бойондороҡһоҙ Эстонияла йәшәгән шағир Игорь Северянин, Мария Ундерҙың әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеп «Предцветение» тип аталған шиғри йыйынтыҡ баҫтырып сығара. Бынан тыш шулай уҡ Эстонияла йәшәгән рус шағирәһе Елизавета Роос-Базилевскаяла Марие Ундерҙың шиғырҙарын рус теленә тәржемә итә.
1944 йылда Совет Армияһы Эстония территорияһына инеп, немец ғәскәрҙәре сигенгәс, Марие Ундер ғаиләһе менән Швецияға күсә, һәм бер йыл тиерлек ҡасаҡтарҙың лагерында йәшәй. 1945 йылда илдең баш ҡалаһы Стокгольмгә күсә, театр музейҙарының береһендә эшләй. Күп тәржем итә, шул иҫәптән рус теленән эстон теленә (мәҫәлән, Анна Ахматованың «Реквием» әҫәре, Борис Пастернака «Доктора Живаго» әҫәренән шиғырҙар). Совет власына ҡаршы позицяла була, быға бәйле СССР-ҙа уның ижады тураһында оҙаҡ йылдар телгә алынмаған. 1980 йылда Стокгольмдә вафат булған.
1999 йылда яҙма һәм онлайн-тауыш биреү рәүешендә төҙөлгән «XX быуат Эстонияның 100 бөйөк шәхесе» исемлегенә инә[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 Deutsche Nationalbibliothek Record #119247186 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Marie Under // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Sajandi sada Eesti suurkuju / Koostanud Tiit Kändler. — Tallinn: Eesti Entsüklopeediakirjastus, 2002. — 216 lk. ISBN 998570102X.