Мардынский Юрий Станиславович
Мардынский Юрий Станиславович (16 июль 1936) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-радиологы, Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1997), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).
Мардынский Юрий Станиславович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 июль 1936 (88 йәш) |
Тыуған урыны | Чита, Көнсығыш-Себер крайы[d], РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | радиотерапевт, radiation therapist |
Уҡыу йорто | Иркутск дәүләт медицина университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1936 йылдың 16 июлендә Читала тыуған.
1960 йылда Иркутск дәүләт медицина институтын тамамлай, 1962 йылда «радиология» һөнәре буйынса клиник ординатураны һәм 1965 йылда ошо уҡ һөнәр буйынса Мәскәү ғилми-тикшеренеү рентгенорадиология институты янында аспирантураны тамамлай.
1965 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Медицина радиология фәнни үҙәгендә эшләй, кесе ғилми хеҙмәткәрҙән алып дистанциялы нур терапияһы отделениеһының мөдиренә тиклем юл үтә, әлеге ваҡытта нур терапияһы бүлегенең мөдире булып эшләй[1].
1967 йылда «Лучевая терапия гигантоклеточных опухолей костей» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1978 йылда «Мегавольтная лучевая терапия рака мочевого пузыря». темаһына докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай.
1989 йылда профессор дәрәжәһе бирелә.
1997 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты булып һайлана
2014 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты була
Наградалары
үҙгәртергәРадиотерапия һәм радиология өлкәһе белгесе.
Уның етәкселегендә нейтрон, берләшкән гамма-нейтрон, терморадиотерапия, берләшкән гамма-дистанция һәм контакт терапияһы эксперименталь-клиник тәжрибәһе әҙерләнә һәм дөйөмләштерелә. Был тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәһе күп мәҡәләләрҙә, докладтарҙа, монографияларҙа һәм ҡулланмаларҙа сағыла.
Шулай уҡ нур терапияһы ысулын оптималләштереүҙең арауыҡ-ваҡыт проблемаһы, андрон терапияһының яңы технологияларын әҙерләү проблемалары менән бәйле өлкәлә тикшеренеүҙәр алып бара.
450-нән ашыу ғилми баҫма авторы, шул иҫәптән 11 монография, 2 ҡулланма һәм 12 уйлап табыу патенты бар.
Уның етәкселегендә 11 докторлыҡ һәм 20 кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана.
Наградалары
үҙгәртергә- Почет Ордены (2007)[2]
- Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә хөкүмәт премиялары (төркөм составында, 2007 йыл өсөн) — бер эш «Яман шештә нур терапияһының һөҙөмтәлелеген арттырыуҙа радиомодификаторҙар төп ысул (клиник- эксперименталь тикшеренеүҙәр)»[3]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996)[4]
- «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыллыҡ айҡанлы» миҙалы
- Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең 2 миҙалы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Отдел лучевой терапии . nmicr.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2019. 2019 йыл 13 ноябрь архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 02.06.2007 № 691 . kremlin.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2019.
- ↑ Постановление Правительства РФ от 06.04.1998 № 382 «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 1997 года в области науки и техники» . base.garant.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2019.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 09.03.1996 № 360 . kremlin.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2019.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Юрия Станиславовича Мардынского РФА рәсми сайтында
- Юрий Мардынский: вперёд сочетанными методами (неопра.). atominfo.ba. 13 ноябрь датаһы 2019 мөрәжәғәте.