Манук бей һарайы — 1817 йылда сығышы буйынса әрмән, төрөк дипломаты һәм бер үк ваҡытта урыҫ разведчигы Мирзоян Манук бей заказы буйынса архитектор Бернардацци төҙөгән бина, әммә Манук бей һарай зиннәтендә йәшәп өлгөрмәй, сөнки 1817 йылдың 20 июлендә һәләк була.

Һүрәтләү

үҙгәртергә

Был ҡоролма Хынчешть ҡалаһында, Молдавияның үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Ул Манук бей усадьбаһы составына инә, Усадьбаға Манук бей һарайынан тыш Һунарсылар һарайы, Китапхана һәм хеҙмәтселәр өсөн торлаҡ инә. Һарай ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм парк ситендә, убаның төньяҡ битендә тора. Уба итәгендәге төп инеү урынынан аллея парк аша һарайға илтә. Рельефтың ауышлығы арҡаһында, уба түбәһенән тик ике этаж ғына күренә, ә итәгенән — өс. Һарай француз классицизмы рухында эшләнгән, тәҙрә һәм лоджия уйымдары киң. Террасала, стенаның ҡалын ҡатламында, матур фрескалар менән биҙәлгән уйымдар яһалған, уларға статуялар ҡуйылған. Усадьба ҡәлғә диуарҙары менән уратып алына[1]. Һарайҙың түбәһен икенсе билдәле әрмән — Айвазовский Иван Константинович биҙәй; әммә әлеге ваҡытта биҙәктәрҙең эҙе лә ҡалмаған. Был һарай ҙур тарихи әһәмиәткә эйә һәм Молдавияның милли ҡаҙаныштары исемлегенә индерелгән. Хәҙерге ваҡытта бинаның торошо ҡәнәғәтләнерлек. Һуңғы реставрация XX быуаттың 70-80-се йылдарында үткәрелә.

Манук бей вариҫтары осоронда усадьба зиннәтлелеге менән һоҡландыра. Унда фонтандар ата, ҙур булмаған, хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан быуаһы була. Усадьбаның бөтә ҡаралтылары һарай менән быяла галереялар ярҙамында тоташҡан. Икенсе бөтә донъя һуғышы бөткәс, һарай ашығыс рәүештә реконструкциялана һәм техникум итеп яраҡлаштырыла.[2], ә XX быуаттың 50-се йылдары аҙағында, башлыҡтар әмере буйынса, ҡәлғә диуарҙары емертелә. 1986 йылғы ер тетрәүҙән һуң бина авария хәлендә тип таныла, техникумды 1991 йылда иҫке һарайҙан алыҫ түгел яңы бинаға күсерәләр. 1993 йылда һарайға архитектура ҡомартҡыһы статусы бирелә, әммә шул ваҡыттан алып бер ниндәй ҙә реконструкция үткәрелмәй.

Ер аҫты юлдары

үҙгәртергә

Галереялар аҫтында ер аҫты юлдары ла булған икән тигән хәбәрҙәр йөрөй.

Флигелдәрҙән һарайға ер аҫты юлы тураһында аныҡ ҡына билдәле түгел, ләкин ике ҙур ер аҫты юлы ысынлап та бар, — тип әйтә Валериу Влас. Береһе ҡыҫҡараҡ, усадьбанан саҡ ҡына түбәнерәк, ҙур быуа эргәһендә тамамлана. Манук-бей осоронда булғандырмы ул быуа, билдәһеҙ, әммә ер аҫты юлы туп-тура быуаға барып сыға[3].

Икенсе ер аҫты юлы бөтә ҡала буйлап һуҙыла һәм мәҙәниәт Һарайы аҫтынан үтә. Ер аҫты галереяларын тулыһынса тергеҙеп булыуы икеле. Улар Хынчешты ҡалаһы халҡына бик файҙалы булып сыға. Күптәр махсус рәүештә, унда баҙ эшләү өсөн, Манук бей һарайының ер аҫты ҡыуышлығына тиклем ҡаҙып барып етәләр. Шулай ҙа ер аҫты юлдарының ҙур булмаған өлөштәрен тергеҙәләр — экскурсанттар өсөн.

Реконструкция

үҙгәртергә

Алыҫтан мөһабәт күренгән Һарай, яҡындан күңелде хафаға һалырлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра. Штукатурка ҡойолған, ҡайһы бер урындарҙа фундаменттан кәрнизгә тиклем үтә тишелгән[3].

Күрше Румынияла Манук бейҙең архитектура ҡомартҡыһы менән ҡыҙыҡһыныуға иғтибар итеп, Молдова хөкүмәте 1131 һанлы ҡарар сығара, уға ярашлы, һарай төҙөлөш техникумы балансынан урындағы примэрия балансына күсерелә. Унан бигерәк, усадьбала һәм уға терәлеп ятҡан территорияла — бөтәһе 3,21 гектар, «Манук бей усадьбаһы» музей комплексы төҙөләсәк.

Проблемалар

үҙгәртергә

Манук бей усадьбаһын реставрациялау тураһында 2006 йылда һөйләй башлайҙар һәм ашығыс аҡса йыйый ойошторалар. Аҙаҡ Молдова премьеры Тарлев Әрмән общинаһына финанс ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Мәҙәниәт Министрлығы средстволары тик проект төҙөүгә генә етә. 2015 йылдың 13 декабрендә Хынчештыла реставрацияланған Манук бей усадьбаһы рәсми асыла[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • G. Bezviconi, Manuc-bei // Din trecutul nostru
  • А. Тораманян, Әрмәндәрҙең Молдавияла төҙөлөш эшмәкәрлеге тарихынан. «Внешторгиздат», Мәскәү, 1991, бит 137
  • Revistă de etnologie, Nr.1

Һылтанмалар

үҙгәртергә