Манжигеев Сергей Степанович

Манжигеев Сергей Степанович (6 февраль 1935 йыл — 31 июль 2011 йыл) — бүрәт композиторы, Рәсәйҙең һәм Бүрәт Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре[1].

Манжигеев Сергей Степанович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 6 февраль 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Улан-Удэ, Көнсығыш-Себер крайы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 июль 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Улан-Удэ, Рәсәй
Һөнәр төрө композитор
Уҡыу йорто М. П. Мусоргский исемендәге Урал дәүләт консерваторияһы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Степанович Манжигеев 1935 йылдың 6 февралендә Бүрәт-Монгол АССР-ының Улан-Удэ ҡалаһында тыуған.

Музыкала үҙ юлын Сергей тәү башлап Пионерҙар йортонда тынлы оркестрҙа башлай. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Улан-Удэ музыка училищеһына кларнет класына уҡырға инә.

1962 йылда Свердловск ҡалаһында М. П. Мусоргский исемендәге Урал дәүләт консерваторияһын тамамлай, композиция класы буйынса уҡытыусыһы — H. М. Хлопков[2]. Студент йылдарында уҡ Сергей Мажигеев композитор булараҡ музыкаль әҫәрҙәр ижад итә башлай.

1962—1968 йылдарҙа Улан-Удэ музыка училищеһында уҡыта.

1968 йылда Бүрәт АССР-ы Композитоҙар союзының яуаплы секретары итеп һайлана.

Сергей Степанович Манжигеев композитоҙарға ярҙам итеүҙе, улар менән тәжрибә уртаҡлашыуҙы үҙ бурысы тип һанай. Уның етәкселегендә республиканан сит өлкәләрҙә билдәлелек яулаған композиторҙар бихисап: мәҫәлән, Юрий Ирдынеев, Виктор Усевич, Лариса Санжиева, Екатерина Олерская. Улар бөтәһе композиция класы буйынса Манжигеевтың уҡыусылары[3].

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң музыка колледжында уҡытыуын дауам итә.

Сергей Манжигеев ҡаты ауырыуҙан һуң 2011 йылдың 31 июлендә вафат була[4].

Сергей Манжигеев байтаҡ симфоник әҫәрҙәр яҙа. Улар араһында — «Геройҙар иҫтәлегенә» симфоник поэмаһы, «Дуҫлыҡ» симфоник увертюраһы һәм башҡалар. Уның музыкаһы ябайлығы һәм моңо менән айырылып тора.

Әммә иң ҙур билдәлелекте һәм данды уға йырҙар алып килде, уның йырҙарын бүрәт йырсылары ҙур теләк менән башҡаралар, уларҙы халыҡ ярата. Ц.-Ж. Жимбиев һүҙҙәренә «Шамхандаа» («Һиңә табан»), Ц. Д. Дондокова һүҙҙәренә «Дэлхэй минии альган дээр» («Устарымдағы донъя»), С. Ангабаев һүҙҙәренә «Яаралтай харгы» («Етеҙ юл») йырҙары айырыуса ҙур популярлыҡ яулай.

Сергей Манжигеев оҙаҡ йылдар «Байкал» бейеү һәм йыр ансамбле менән хеҙмәттәшлек итә. Был коллектив өсөн ул бейеү номерҙарын ҡуя («Юл башлаусылар», «Батырҙар бейеүе», «Байка сәскәһе», «Ҡурсаҡтар бейеүе») Ансамбль менән ул бөтә илде тиерлек үтеп сыҡты.

Сергей Манжигеевтың ижады сит ерҙәрҙә Бүрәт Республикаһы халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәте менән таныштырҙы, ҡыҙыҡһыныу уятты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Бүрәт Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Бүрәт республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә