Викидатала элемент юҡ

Манап — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла[1]

Этимология

үҙгәртергә

Манап исеме ғәрәп теленән үҙләштерелгән, урынбаҫар, алмашсы (бала әсә-атаға ярҙамсы булһын, тигән теләк менән ҡушыла) тигәнде аңлата[2]

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Манап бей — легендар тарихи эшмәкәр, төньяҡ ҡырғыҙҙарҙың хакимы, ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ союзын ойоштороусыларҙың береһе. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Манап бейҙең ставкаһы хәҙерге Орто Токой районында урынлашҡан.

Фамилияла

үҙгәртергә

Манапов Илдар Илдус улы (19 май 1983 йыл) — балет премьер—солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2016).

Манапов Ирек Усман улы (7 май 1947 йыл) — инженер-механик. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2005). Почетлы моторҙар эшләүсе (2005), 2‐се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (2000), Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2009).

Гусейн Манапов — эстрада йырсыһы, аранжировкалаусы, танылған автор һәм башҡарыусыһы. Дағстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. 1963 йылдың 5 июлендә Дағстан, Дағстан АССР-ында тыуған. Махачкалала, Дағстанда йәшәй.[3]

Манап ауылы (1997 йылға тиклем Иҫке Талап) - Ҡаҙағстандың Ҡыҙылурҙа өлкәһенең Жанакорган районындағы ауыл. Манапск ауыл округының административ үҙәге.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Манап — төньяҡ ҡырғыҙ араһында өҫтөнлөклө ҡатлам вәкиле. Нәҫелдәре һәр хәлдә 1840-сы йылдарҙа барлыҡҡа килә, көньяҡ ҡырғыҙҙарҙа улар датхиҙар һәм бек тап килә. Октябрь революцияһынан һуң манаптар баҫмасылыҡта әүҙем ҡатнаша, 1920-се йылдар аҙағында манап идаралығы юҡҡа сыға.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ