Мамистов Михаил Владимирович
Мамистов Михаил Владимирович (26 апрель 1965 йыл, Ленинград) — Рәсәй спорт самолеттары һәм планерҙары пилоты, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Павел Сухойҙың тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы («ОКБ Сухого») летчик-инструкторы, юғары пилотаж буйынса Рәсәй йыйылма командаһы осоусыһы, тренеры — Смолин В. В.
Мамистов Михаил Владимирович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Рәсәй |
Тыуған көнө | 26 апрель 1965 (59 йәш) |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | лётчик |
Уҡыу йорто | Калужское авиационное летно-техническое училище[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мамистов Михаил Владимирович Викимилектә |
Юғары пилотаж буйынса ярыштар тарихында берҙән-бер 5 тапҡыр Европаның абсолют чемпионы һәм беренсе һәм әлегә берҙән-бер өс тапҡыр абсолют донъя чемпионы — өс тапҡыр юғары пилотаж наградаһы — күсмә Аресть Кубогы эйәһе, планерҙа юғары пилотаж буйынса ике тапҡыр донъяның абсолют чемпионы һәм Европаның абсолют чемпионы, Бөтә Донъя һауа уйындарының ике тапҡыр абсолют чемпионы (1997 йылда — идара ителеүсе планерҙарҙа, 2001 йылда — спорт самолеттарында), Рәсәйҙең 10 тапҡыр абсолют чемпионы.
Планерҙарҙа һәм самолеттарҙа юғары пилотаж буйынса Донъя, Европа чемпионаттарында, Бөтә Донъя һауа уйындарынада 50 алтын, 36 көмөш һәм 19 бронза миҙал яулаған.
Белеме
үҙгәртергәЛенинград дәүләт университетын (1988) һәм Калуга авиация осоу-техник училищеһын (1997) тамамлаған.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Самолеттарҙа юғары пилотаж буйынса 3 тапҡыр абсолют донъя чемпионы (2001, 2011 йыл, 2017)
- Самолеттарҙа юғары пилотаж буйынса 5 тапҡыр абсолют Европа чемпионы (2004, 2006, 2008, 2012, 2016)
- Планерҙарҙа юғары пилотаж буйынса 2 тапҡыр абсолют донъя чемпионы (1995, 1997)
- Планерҙарҙа юғары пилотаж буйынса абсолют Европа чемпионы (1996)
- Планерҙарҙа юғары пилотаж буйынса беренсе Бөтә Донъя һауа уйындарының абсолют чемпионы (1997)
- Самолеттарҙа юғары пилотаж буйынса икенсе Бөтә Донъя һауа уйындарының абсолют чемпионы (2001)
- «Фристайл» программаһы буйынса 2003 йыл донъя чемпионы
- Гран-при этабында еңеүсе (2007 й.), бер нисә тапҡыр Гран-при этабы призеры (2002, 2004, 2007)
- Самолеттарҙа юғары пилотаж буйынса ун тапҡыр Рәсәйҙең абсолют чемпионы (1994, 1996, 1997, 1998, 2005, 2008, 2009, 2010, 2011, 2012)
- Күсмә Аресть Кубогын (2001, 2011, 2017), Эрик Мюллер Кубогын (2000, 2001), Егоров кубогын (2001, 2003), Штроссенройтер Кубогын (2003) яулаусы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Почет ордены (2002)
- Дуҫлыҡ ордены (1996)
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1996)
- Халыҡ-ара авиация федерацияһының (ФАИ)Алтын авиация миҙалы (2012)
- Тәүге өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы А. И. Покрышкин исемендәге миҙал (1997)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- FAI World Aerobatic Championships
- Соревнования по высшему пилотажу
- Авиационный спорт
- Самолётный спорт
- Планёрный спорт