Малена Мард
Малена Мард (швед. Malena Mård; тыу. 1969) — швед дипломаты, 2019 йылдан Швецияның Рәсәйҙәге илсеһе.
Малена Мард | |
швед. Malena Mård | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған көнө | 23 март 1969 (55 йәш) |
Һөнәр төрө | дипломат |
Биләгән вазифаһы | ambassador of Sweden to Turkey[d][1] |
Уҡыу йорто | Уппсала университеты[d][2] |
Малена Мард Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәМалена Мард 1969 йылда Швецияла тыуған. Уппсала университетын бизнес-етәкселек итеү һәм иҡтисад буйынса магистр дәрәжәһендә тамамлай. 1994 йылдан Швецияның Сит ил эштәре министрлығында
хеҙмәттә.
1995—1998 йылдарҙа Санкт-Петербургта Швецияның Генераль консуллығында, артабан Бангладешта Швеция илселегендә эшләй. Тыуған иленә ҡайтҡас, 1999 йылдан 2003 йылға тиклем Швеция Сит ил эштәре министрлығының Көнсығыш Европа һәм Үҙәк Азия департаментында беренсе секретарь вазифаһын башҡара. 2003—2004 йылдарҙа Брюсселдә Швецияның Европа Берлеге ҡарамағындағы Даими вәкиллегендә эшләй, Европа Берлегенең Көнсығыш Европа һәм Үҙәк Азия буйынса эшсе төркөмө ағзаһы була. Артабан ҡайтанан Швецияла Көнсығыш Европа һәм Үҙәк Азия департаментында эшләй: 2005 йылда — директор урынбаҫары, Рәсәй/Үҙәк Азия бүлеге начальнигы вазифаһын, ә 2009 йылдан 2013 йылға тиклем Департамент директоры вазифаһын башҡара[3].
2013 йылдан 2017 йылға тиклем Әзербайжанда Европа Берлеге Вәкиллеген етәкләй. 2017—2019 йылдарҙа Стокгольм ҡалаһында Швецияның Сит ил эштәре министрлығының генераль инспекторы вазифаһында эшләй[3].
2019 йылдың сентябренән — Рәсәйҙә Швецияның Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе, ул был вазифала ошоға тиклем эшләгән Петер Эриксонды алмаштыра[3].
Ғаиләһе
үҙгәртергәМалена Мард тормошта, ике ул тәрбиәләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.regeringen.se/pressmeddelanden/2023/04/malena-mard-ny-ambassador-i-turkiet/
- ↑ https://www.swedenabroad.se/ru/embassies/россия-москва/актуальная-информация/новости/новый-посол-швеции-в-рф-г-жа-малена-мард/
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Новый Посол Швеции в РФ г-жа Малена Мард // Посольство Швеции в Москве