Маймылдар һәйкәле

Маймылдар һәйкәле —эксперименталь медицина алдындағы ҡаҙаныштары өсөн уларға арналған скульптура монументы

Маймылдар һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Абхазия Республикаһы[d]
 Грузия
Карта

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Һәйкәл Абхазияның баш ҡалаһы Сухумда Трапеция тауында, Абхазия фәндәр академияһының эксперименталь һәм патология ғилми-тикшеренеү институты территорияһында урынлашҡан.

Төҙөлөү тарихы

үҙгәртергә

Абхазия Министрҙар Советы ҡарары менән маймылдар питомнигының 50 йыллыҡ юбилейына, ғилми-тикшеренеү институты Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгәс, полиомиелит, һары биҙгәк, сабыртмалы тиф, тапма, туберкулез сирҙәре һәм башҡа бик күп ауырыуҙар өҫтөнән еңеүе өсөн маймылдарға кешенән рәхмәт билгеһе итеп ҡуйыла. Маймыл һәйкәле Мытищи ҡалаһында ҡойола. Ауырлығы 1,5 тонна.[1]

Һәйкәлгә Грузин-абхаз һуғышы ваҡытында (1992—1993) һәйкәлгә автоматтан ут асыусы грузин һалдаттары зыян килтерә. Әлеге ваҡытта пуля эҙҙәре күренеп тора.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Пьедесталда, ғөмүмән маймыл түгел, ә питомниктың конкрет өлкәне, гамадрилдар көтөүенең аҡыллы башлығы — Муррей скульптураһы. Ул постаментта ултырған килеш һүрәтләнә, постаментта маймылдар өҫтөнән яһалған тәжрибәләр арҡаһында өйрәнелгән һәм еңелгән ауырыуҙарҙың атамалары уйып яҙылған

  • Заянчковский И. Ф. Памятники животным. — Киев, 1983. — С. 100—104

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Памятники «младшим братьям». Тёплый Стан. Дата обращения: 30 март 2012. Архивировано 16 август 2012 года.