Маджуга Анатолий Геннадьевич

Психология һәм педагогия фәндәре докторы

Маджуга Анатолий Геннадьевич (22 июль 1970 йыл) — ғалим-педагог һәм психолог. Психология фәндәре докторы (2006), педагогия фәндәре докторы (2011). Ҡаҙағстан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995)[1].

Маджуга Анатолий Геннадьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Ҡаҙағстан
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 июль 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (54 йәш)
Тыуған урыны Шымкент, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы, психолог
Эш урыны Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә психология фәндәре докторы[d] (2006) һәм педагогия фәндәре докторы[d] (2011)

Биографияһы

үҙгәртергә

Анатолий Геннадьевич Маджуга 1970 йылдың 22 июлендә Ҡаҙағстандың Шымкент ҡалаһында тыуа. 1992 йылда Ҡаҙағстан-Төркиә халыҡ-ара университетының тәбиғи математика факультетын химия һәм биология һөнәре буйынса тамамлай. 1993 йылдан Шымкент ҡалаһындағы Көньяҡ Ҡаҙағстан университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан гигиена һәм спорт медицинаһы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара. Шул уҡ йылда педагогия фәндәре кандидаты дәрәжәһе буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2000 йылда Е. А. Букетов исемендәге Ҡарағанда дәүләт университетында психология буйынса икенсе юғары белем ала. Бер йылдан доцент исеме бирелә. 2002 йылдан — психология кафедраһы мөдире. 2005 йылда Санкт-Петербургта педагогик психология буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2006—2007 йылдарҙа Астана ҡалаһында Ҡаҙағстан Республикаһының Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү һәм аттестациялау буйынса комитеттың психологик-педагогик фәндәр буйынса эксперт советының әйҙәүсе белгесе, һуңынан ғилми секретары була[1]. 2007 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында психология кафедраһы мөдире булып эшләй башлай. 2014 йылдан — ошо уҡ уҡыу йортонда педагогика һәм психология кафедраһы мөдире[2].

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Анатолий Геннадьевич — сәләмәтлек психологияһы һәм шәхестәң хәүефһеҙ үҫеше психологияһы өлкәһендә билдәле ғалим. Ул 320-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2]. Мәҡәләләре Бөйөк Британияның, АҠШ-тың, Һиндостандың, Чехияның, Испанияның, Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың махсуслаштырылған журналдарында донъя күрә. А. Г. Маджуга педагогика һәм психология буйынса 5 фән кандидаты әҙерләгән[1].

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Использование здоровьесберегающих технологий в эколого-валеологическом образовании и воспитании учащихся/В Сб.: материалы 5 международной научно-практической конференции «Здоровье и образование в 21 веке».-М.: изд-во РУДН, 2004.-С.230-232.

Здоровьесбережение как одно из приоритетных направлений гуманистической педагогики и психологии// Поиск.- 2006.-№ 1.-С.323-329.

Здоровьетворящее образование в современной школе как базовый концепт психологической безопасности личности и общества/ В Сб.: материалы первого международного форума « Психологическая безопасность, устойчивость, психотравма».-Санкт-Петербург: РГПУ им. А. И. Герцена, Междун. Институт образовательных инноваций, Университет «Париж-8», 2006.- С. 20-23.

Здоровьесберегающие образовательные технологии и формирование валеологической культуры личности// Вестник высшей школы (Alma mater).-2005.- № 2.-Москва: РУДН им. П.Лумумбы.- С. 59-60.

Теория и практика формирования валеоконативных личностных стратегий в контексте здоровьетворящего образования в современной школе: монография.- Шымкент: изд-во ЮКГУ им. М. О. Ауезова, 2005.- 376 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Ҡаҙағстан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995)
Йәш һәләтле ғалимдар өсөн дәүләт фәннәи стипендияһы (2004)
«2007 йылдың иң яҡшы юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы» дәүләт гранты (2007)
Фән һәм мәғарифтың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007)[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә