Магомаева Айшәт Әхмәт ҡыҙы

Магомаева Айшәт Әхмәт ҡыҙы (рус. Айшет Ахмедовна Магомаева, сәхнә псевдонимы Кинжалова; 19 ноябрь 1921 йыл — 23 август 2003 йыл) — СССР-ҙың театр актёры. Сталин стипендиаты. (1941). СССР-ҙың халыҡ артисы, йырсы Мөслим Магомаевтың әсәһе.

Магомаева Айшәт Әхмәт ҡыҙы
рус. Айшет Магомаева
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Псевдоним Айшет Ахмедовна Кинжалова
Тыуған көнө 19 ноябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Майкоп, Кубано-Черноморская область[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 23 август 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Мурманск, Рәсәй
Ерләнгән урыны Мурманск
Хәләл ефете Магомет Муслимович Магомаев[d]
Балалары Магомаев Мөслим Мөхәммәт оғлы
Һөнәр төрө актёр
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1978
Сәнғәт йүнәлеше Театр

Биографияһы

үҙгәртергә

Айшәт Магомаева Майкопта[1]. 1921 йылдың 19 ноябрендә тыуған. Улы Мөслим Магомаев яҙыуынса, уның атаһы төрөк, ә әсәһе — адыгей һәм урыҫ ҡатнаш милләтле[2].

Айшәт башта Нальчикта[3], артабан Мәскәүҙә ГИТИС-та уҡыған. Бер ни тиклем ваҡыт Баҡыла йәшәгән.

Уның театр карьераһының төп өлөшө Чимкент урыҫ драма театрында уҙа. Айшет бик күп спектаклдәрҙә уйнай, улар араһында «Принцесса Турандот» «Кроткая», «Чёрные розы» кеүек спектаклдәр була. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был театрҙың төп башҡарыусыһы булған[4], ә ул ҡатнашҡан «Грушенька» спектакле йылдар дауамында аншлаг менән барған[5].

1971—1978 йылдарҙа Мурманск өлкә драма театрында эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Мурманск ҡалаһының яңы зыяратында ерләнгән[6].

Тәүге ире — Мөхәммәт Магомаев (1945 йылда фронтта һәләк була). Улы — СССР-ҙың халыҡ артисы, йырсы Мөслим Магомаев.

Икенсе ире — Леонтий Кафка, актёр; ул никахтан балалары: Юрий һәм Татьяна[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Магомаева Муслима Магометовича // Кто есть кто в современной культуре : В 2 вып. / Гл. ред. С. М. Семёнов, авт. и сост. Н. И. Шадрина, Р. В. Пигарев и др. — М.: МК-Периодика, 2006—2007. — ISBN 5-93696-007-3, 5-93696-010-2
  2. Муслим МАГОМАЕВ «Любовь моя — мелодия»  (рус.), magomaev.info (1999).
  3. Магомаева Муслима Магометовича // Кто есть кто в современной культуре : В 2 вып. / Гл. ред. С. М. Семёнов, авт. и сост. Н. И. Шадрина, Р. В. Пигарев и др. — М.: МК-Периодика, 2006—2007. — ISBN 5-93696-007-3, 5-93696-010-2
  4. Сегодня 90 лет со дня рождения актрисы Айшет Магомаевой, служившей в Мурманске — статья на сайте «Театры России». Дата обращения: 18 август 2012. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  5. Айшет Магомаева собирала в Чимкентском театре аншлаги 2017 йыл 22 апрель архивланған.. meta.kz. 24 марта 2010.
  6. Федоров П. В. Мурманский некрополь / П. В. Федоров, А. Н. Синицкий. - Мурманск, 2008. 4 ғинуар 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 4 ғинуар архивланған.
  7. Муслим Магомаев: жизнь без мамы 2020 йыл 2 декабрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә