Магинск ауыл Советы (Ҡариҙел районы)
Магинск ауыл Советы (элекке исеме —Ҡариҙел ҡасаба Советы, халыҡ депутаттарының Ҡариҙел ҡасаба Советы, Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Ҡариҙел ҡасаба Советы) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы муниципаль районының муниципаль берәмеге.
Магинск ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Магинск[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡариҙел районы |
Халыҡ һаны |
1496 кеше (1 ғинуар 2018)[2], 1722 кеше (2002)[3], 1568 кеше (2009)[3], 1643 кеше (2010)[4], 1623 кеше (2012)[5], 1597 кеше (2013)[6], 1545 кеше (2014)[7], 1535 кеше (2015)[8], 1525 кеше (2016)[9], 1510 кеше (2017)[10] |
Административ үҙәге — Магинск ауылы, район үҙәге Ҡариҙел ауылынан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәБАССР-ҙың Ҡариҙел районы Ҡариҙел ҡасаба Советы 1944 йылда, БАССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың майындағы 616/27 һанлы Указына ярашлы ойошторола, һәм уға Ҡариҙел эшселәр ҡасабаһы (хәҙерге Сосновый Бор) ғына инә.
Быға тиклем, 1940 йылда, Ҡариҙел быяла заводы ҡасабаһы (хәҙерге Сосновый бор) Апрель ауыл Советы составына инә, ә механизацияланған Магинск урман участкаһы ҡасабаһы (хәҙерге Магинск), Павловка һыуһаҡлағысы төҙөгән ваҡытта һыу баҫыу зонаһына эләккән Могилевка һәм Спасское ауылдары менән бергә, Бәрҙәш ауыл Советы составына инә[11]
1956 йылда Ҡариҙел ҡасаба Советына Апрель ауылы, 8-се км барактар, Ҡариҙел ҡасабаһы инә, ә Магинск ҡасабаһы йәнә барлыҡҡа килгән Магинск ауыл Советы үҙәге була, уның составына Әсит, Ҡайынлы үҙән һәм Магинск ҡасабалары инә[12].
1969 йылда, үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә, Ҡариҙел ҡасаба Советы составына (үҙәге — Ҡариҙел эшселәр ҡасабаһы (хәҙерге Сосновый бор)) Әсит, Ҡайынлы үҙән ҡасабалары, Ҡариҙел эшселәр ҡасабаһы, һәм Магинск ҡасабаһы инә[13].
1986 йылда Әсит һәм Ҡайынлы үҙән ҡасабалары, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге 6-2/396 һанлы «Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы иҫәп мәғлүмәтенән сығарыу тураһында» указына ярашлы рәүештә, иҫәп мәғлүмәттәренән сығарылған[14]
1999 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Ҡариҙел ҡасаба Советы, Башҡортостан Республикаһының 1999 йылдың 30 декабрендәге 42-з һанлы «Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Магинск ауыл Советын төҙөү тураһында» законына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Магинск ауыл Советына үҙгәртелә. ауыл Советы составына Магинск ҡасабаһы һәм Ҡариҙел эшселәр ҡасабаһы инә[15].
2002 йылдың 9 июленән Магинск ауыл Советы Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Магинск ауыл Советы муниципаль берәмеге тип атала[16].
2005 йылдың 19 декабрендә, «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» Законына ярашлы, Магинск ауыл Советы муниципаль берәмеге, Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Ҡариҙел районы Магинск ауыл Советы ауыл биләмәһе тип үҙгәртелә.
«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Закон»ға ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[17].
Географияһы
үҙгәртергәМагинск ауыл Советы биләмәһенең дөйөм майҙаны — 1243 гектар[18].
Ҡариҙел, Яңы Муллаҡай, Ҡараяр, Озерки, Байҡы ауыл биләмәләре менән сиктәш[19].
Яҡындағы Щучье Озеро тимер юл станцияһынан алыҫлығы 127 км тәшкил итә[20].
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[21] | 2009[21] | 2010[22] | 2012[23] | 2013[24] | 2014[25] | 2015[26] |
1722 | ↘1568 | ↗1643 | ↘1623 | ↘1597 | ↘1545 | ↘1535 |
Ауыл биләмәһе составы
үҙгәртергә№ | Тораҡ пункты | Тораҡ пункты тибы | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Магинск | ауыл, административ үҙәк | ↗1491[22] |
2 | Сосновый Бор | ауыл | ↘152[22] |
Ауыл Советы етәкселәре
үҙгәртергә1956 йылдан — Васильев Алексей Александрович
1957—1958 йылдарҙа — Щелев Николай Иванович
1959—1962 йылдарҙа — Екатерина Александровна Никулин
1963—1965 йылдарҙа — Виктор Иванович Курбатов
1966—1974 йылдарҙа — Никулина Екатерина Александровна
1974—1981 йылдарҙа— Мельников Спиридон Васильевич
1981—1982 йылдарҙа — Мичков Василий Сергеевич
1984—1986 йылдарҙа — Выгузова Зоя Афанасьевна
1987—1990 йылдарҙа — Ғизетдинова Мәрзиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы
1990—1992 йылдарҙа — Банников Геннадий Александрович
1993—1997 йылдарҙа — Лотфрахманов Әхнәф Нәзип улы
1997—1999 йылдарҙа — Шәйхинуров Рим Мәснәүи улы
1999 йылдан — әлеге көнгә тиклем — Киряков Андрей Алексеевич[27].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ О поселении Магинский сельсовет . официальный сайт сельского поселения Магинский сельсовет муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан. 2018 йыл 9 октябрь архивланған.

- ↑ Об исключении из учетных данных некоторых населенных пунктов 2018 йыл 30 сентябрь архивланған.
- ↑ О поселении Магинский сельсовет . официальный сайт сельского поселения Магинский сельсовет муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан. 2018 йыл 9 октябрь архивланған.
- ↑ О поселении Магинский сельсовет . официальный сайт сельского поселения Магинский сельсовет муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан. 2018 йыл 9 октябрь архивланған.
- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- ↑ О поселении Магинский сельсовет . официальный сайт сельского поселения Магинский сельсовет муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан. 2018 йыл 9 октябрь архивланған.
- ↑ О поселении Магинский сельсовет . официальный сайт сельского поселения Магинский сельсовет муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан. 2018 йыл 9 октябрь архивланған.
- ↑ О поселении Магинский сельсовет . официальный сайт сельского поселения Магинский сельсовет муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан. 2018 йыл 9 октябрь архивланған.
- ↑ 21,0 21,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ 22,0 22,1 22,2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ О поселении Магинский сельсовет . официальный сайт сельского поселения Магинский сельсовет муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан. 2018 йыл 9 октябрь архивланған.