Гао-цзу (ҡыт. упр. 高祖, пиньинь: Gāozǔ, палл.: Гаоцзу, беҙҙең эраға тиклем 256 йыл йәки беҙҙең эраға тиклем 247 йыл — 1 июнь, беҙҙең эраға тиклем 195 йыл)- Хань империяһының беренсе императоры.

Лю Бан
ҡыт. 劉邦
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ Цинь (династия)
династия Западная Хань[d][1]
Хөрмәтле исеме
Храмовое имя 太祖
Посмертное имя 高皇帝[1]
Тыуған көнө б. э. т. 256
Тыуған урыны Фэнсянь[d], Ҡытай
Вафат булған көнө 1 июнь б. э. т. 195({{padleft:-195|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Вафат булған урыны Чанъань[d]
Атаһы Лю Тайгун[d][1]
Әсәһе Лю Ао[d]
Бер туғандары Liu Bo[d], Liu Zhong[d] һәм Liu Jiao[d]
Хәләл ефете Люй-хоу[d][1], Ци-фужэнь[d], наложница Бо[d] һәм Чжао-цзи[d]
Балалары Princess Yuan of Lu[d], Liu Fei[d], Liu Ruyi[d][1], Вэнь-ди[d][1], Хуэй-ди[d][1], Liu Hui[d], Liu You[d], Liu Zhang[d] һәм Liu Jian[d]
Нәҫеле House of Liu[d]
Сығышы Chang'an County[d][1]
Һөнәр төрө хаким
Биләгән вазифаһы Император Китая[d], Ван[d] һәм китайский суверен[d]
Гаплогруппа Y-ДНК Haplogroup O-F155[d][2]
Эра Хань
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Лю Бан Викимилектә

Сығышы менән хәлле крәҫтиән ғаиләһенән. Шәхси исеме Лю Бан менән билдәле, икенсе исеме — цзи (季). Беҙҙең эраға тиклем 209 йылда Цинға ҡаршы ихтилал ваҡытында рәсми булмаған Пэй-гун (沛公) титулы менән Пэй өйәҙенең хәрби юлбашсыһы тип иғлан ителә. Б. э. т. 208 йылда Чу Хуай-ванынан Уань-хоу рәсми титулы ала, әммә әҙәбиәттә уның аҫтында телгә алынмай тиерлек.

Цинь империяһы ҡолатылғандан һуң ул хаким Сян Юйҙан Ханьшуй йылғаһында Ханьчжун округын һәм Хань-ван титулы ала. Юғары власты баҫып алғандан һуң беҙҙең эраға тиклем 202 йылда үҙ империяһына — Хань нигеҙ һала һәм ул беҙҙең эраға тиклем 195 йылда вафатына тиклем тәхеттә була

Биографияһы үҙгәртергә

Бала сағы үҙгәртергә

Лю Бан Пэйсянь өйәҙендә (хәҙер был урындар Цзянсу провинцияһының Сюйчжоу ҡала округы Фэнсянь өйәҙе биләмәһендә урынлашҡан) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Лю Бан ғаиләлә өсөнсө ул була. Ул тиҙ арала Сышуй улусының чиновнигы һәм идарасыһы була, әммә эштәргә һанға һуҡмау менән ҡарай һәм трактир хужаларынан бурысҡа күп эсә.

Ул юғары чиновник Люйҙы осрата, ул унда лидерлыҡҡа айырым талант күрә һәм уға ҡыҙын кейәүгә бирә (буласаҡ императрица Люй-хоу).

Бер ваҡыт ул хөкөм ителеүселәр төркөмөн Лишань тауына мәжбүри эштәргә алып бара. (күрәһең, император Цинь Шихуандиҙың кәшәнәләре төҙөлөшөнә); юл башында уҡ байтаҡ хөкөм ителеүселәр тырым-тырағай ҡаса. Уны язалауҙарҙан ҡурҡып, ул ҡалған әсирҙәрҙе ебәрергә ҡарар итә. Әсирҙәргә ҙур кобра һөжүм итә, ул уны үлтерә. Шулай итеп, ул хөкөм ителгәндәрҙең ихтирамына лайыҡ була, тиҫтәләгән көслө егет уның тирәләй туплана һәм отряд ойоштора, ул отряд менән бергә Пэй өйәҙендә йәшеренеп йөрөй.

Цинь империяһына ҡаршы ихтилал үҙгәртергә

 
Лю Бан Цин династияһы осоронда Шангуань Чжоуҙың «Ваньсяотан хуачжуань» йыйынтығындағы иллюстрацияларында, 1743

Беҙҙең эраға тиклем 209 йылда Цинь Шихуандың вафатынан һуң Чэнь Шэ Чу бойондороҡһоҙ батшалығын иғлан итеп, ихтилал күтәрә. Пэй өйәҙе Чу территорияһына инә. Ул саҡта чиновник Сяо Хэ ихтилалға ҡушылырға ҡарар итә; ул кейәүе Фань Куй аша Лю Банды уның отряды менән ихтилалға йәлеп итергә ҡарар итә. Лю Бан ҡалаға яҡынлашҡас, өйәҙ начальнигы менән Сяо Хэ араһында бәхәс була. Һәм Сяо Хэ ҡала диуары аръяғына ҡаса. Лю Бан аҡһаҡалдарға, ихтилалдың бурыстарын һәм ҡала өсөн хәүефлелекте ентекле аңлатып, хат яҙа. Аҡһаҡалдар өйәҙ начальнигын үлтерәләр, ихтилалға ҡушылырға ризалашалар, һәм Сяо Хэ тәҡдиме буйынса Лю Банды өйәҙ башлығы итеп ҡуялар. Шунан һуң ул Пэй-гун титулы, шулай уҡ бер нисә мең кешенән торған отрядты ала.

Лю Бан үҙенең отряды менән Сян Лянға, баш күтәреүселәр етәксеһенә буйһоноуға эләгә, Сян Лян үлтерелгәндән һуң туранан-тура Чу Хуай-ванына, бай кенәздәр ихтилалы координаторына буйһоноуға эләгә. Улар Лю Банға Унь-хоу титулы бирә. Чжан Лян уның ярҙамсыһы була, ул һуғыш алып барыу стратегияһын билдәләй.

Хуай-ван, Гуаньчжунды биләйәсәк кеше (Шэньси провинцияһы үҙәгендәге үҙән, унда баш ҡала Сяньян урынлашҡан), был өлкәне үҙенең идаралығына ала тип вәғәҙә бирә. Был бурысты ван, ҡаты бәғерле Сян Юйҙан айырмалы рәүештә гуманлыҡҡа эйә тип иҫәпләгән Лю Банға йөкләтә. Беренсе ҡаланы штурмлағанда Лю Бан халыҡҡа — ғүмерҙәрен, ә чиновниктарға вазифаларын һаҡлап ҡалырға вәғәҙә итә. Һөҙөмтәлә ҡалалар бер-бер артлы уға бирелә башлайҙар, һәм ул бер ҡыйынлыҡһыҙ баш ҡаланы яулап ала.

Беҙҙең эраға тиклем 207 йылдың декабрендә һуңғы Цинь императоры Цзыин Лю Банға бирелә, һәм беҙҙең эраға тиклем 206 йылдың ғинуарында Лю Бан Циндың баш ҡалаһы Сяньянға инә.

Сян Юй ныҡ асыулана, Лю Банды саҡыртып ала, ул ғәфү үтенә һәм, ҡала тейелмәне, складтарға, ҡаҙнаға мисәт һалынды, һәм барыһы ла Сян Юйҙың килеүен көтә, тип аңлата. Мәжлес барышында Сян Юйҙың «ҡылыслы бейеү ойоштороп», Лю Банды үлтерергә теләүе тураһында тарих һаҡланған, ләкин икенсе бейеүсе үҙе менән Лю Банды ҡаплап тота, һуңынан Лю Бан ҡасып китә алған (ҡара. Хунмэнь байрамы). Ғинуар аҙағында Сян Юй баш ҡаланы баҫып ала, императорҙы язалай һәм халыҡтан үс ала, ҡаҙнаны талай һәм ҡаланы һәм Цинь Шихуандың ҡәберен юҡ итә.

Чу империяһы менән көрәш үҙгәртергә

 
Сян Юй ваҡытында 18 биләмәнең яҡынса урынлашыуы.

Сян Юй Ҡытайҙы 18 территорияға бүлә һәм унда вандарҙы ултырта; Лю Бан Хань-ван титулы һәм, вәғәҙә ителгән Циндың үҙәк биләмәһе урынына, Сычуань провинцияһы территорияһын һәм Шэньсиҙың көньяғын ала. Уға вәғәҙә ителгән ер өс Цинь хәрби начальнигына һәм еңелеп бирелгән кенәздәргә тапшырыла. Чу Хуай-ваны И-ди императоры титулы ала, әммә ҡыуыла һәм шым ғына үлтерелә.

Лю Бан үҙенең удел батшалығының баш ҡалаһы Ханьчжунға күсә һәм аҙыҡ-түлек запасы туплап, алыштар өсөн армия әҙерләй башлай. Тәүҙә ул «өс Цингә» — Цинь территорияһындағы элекке Цинь хәрби етәкселәренә тапшырылған Юн, Сай һәм Чжай удел кенәзлектәренә һөжүм итә, һәм Хуай-ван вәғәҙә иткән бөтә Гуаньчжун үҙәнен биләй, унан ул Сян Юйға ҡаршы һуғыша башлай.

Сян Юй хәрби өҫтөнлөктәргә эйә була һәм тура алыштарҙа даими рәүештә еңеү яулай, бер нисә тапҡыр Лю Бан армияһын тарҡата. Әммә Лю Банды юҡ итергә көсө етмәй, сөнки ул ике фронтҡа — көнсығышта баш күтәргән Ци батшалығы (хәҙерге Шаньдун провинцияһы) менән дә көрәшергә мәжбүр була, Лю Бан һәр саҡ армияны ҡабаттан йыя, Лю Банды яҡлаусы кешеләр һаны арта бара.

Сян Юй ғәскәренән тар-мар ителгәндән Һуң бер нисә тапҡыр Лю Бан ғаиләһен ташлап китә; уның атаһы, ҡатыны һәм балалары Сян Юйға әсирлеккә эләгә, әммә дипломатик юл менән ғаиләһен әсирлектән сығарыуға өлгәшә.

Еңеүе үҙгәртергә

Нәфис һәм тарихи әҙәбиәттә ярышташтар Лю Бан һәм Сян Юйҙы һәр ваҡыт бер-береһе менән сағыштыралар. Сян Юй образы-рыцарь-романтик, нескә күңелле, йомарт, яҡындарына һөйкөмлө, әммә дипломатик түгел һәм һуғыш хәрәкәттәрендә аяуһыҙ. Лю Бан, киреһенсә, тупаҫ, һауалы, әммә шул уҡ ваҡытта кешелекле һәм ҡаты түгел.

Сян Юй, ҡағиҙә булараҡ, талантлы кәңәшселәрҙе (Фань Цзэндан башҡа) йәлеп итмәйенсә, барыһын да үҙе хәл итә, Лю Бандың өс кәңәшсеһе — Чжан Лян, Сяо Хэ һәм Хань Синь була, ул уларҙы бик юғары баһалай һәм улар аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итәләр. Хәйләкәр интрига юлы менән Лю Бан Фань Цзэндың отставкаға китеүенә өлгәшә һәм Сян Юйҙың аҡыллы кәңәшселәре ҡалмай.

Гайся янындағы алыш хәл иткес булып сыға. Лю хәйләгә бара: төндә Чу батшалығы ғәскәрҙәре лагерына ингән уның ғәскәрҙәрҙәре, үҙҙәренең юлбашсыһы бойороғо буйынса Чу батшалығының хәрби йырҙарын йырлай башлайҙар. Сян Юй уға хыянат иттеләр тип уйлай һәм армияһын ташлап ҡаса, әммә ҙур булмаған төркөм менән Хань ғәскәрҙәренең ҡамауына эләгә һәм үҙ-үҙенә ҡул һала.

Хань империяһына нигеҙ һалыу үҙгәртергә

Беҙҙең эраға тиклем 202 йылда Лю Бан тулы еңеү яулай һәм үҙен яңы Хань империяһының императоры Гао-цзу тип иғлан итә . Баш ҡаланы ул, элекке Цинь баш ҡалаһы Сяньяндан ҙур булмаған алыҫлыҡтағы Чанъанға (хәҙерге Сиань) күсерә.

 
Хань династияһы осоронда Ҡытай кавалеристарының төҫлө керамик статуялары

Еңеүгә иң ҙур өлөш индергән генералдар Хань Синь, Пэн Юэ һәм Ин Бу — Чу, Лян һәм Хуайнань вандары титулдары алалар. Лю Бан үҙенең ярҙамсыларына йомарт бүләк яһаһа ла, күпмелер ваҡыттан һуң шикләнеүсән булып китә һәм уларҙың лояллегенә ышанмай башлай. Хань Синь ван дәрәжәһенән мәхрүм ителә һәм беҙҙең эраға тиклем 202 йыл аҙағында Хуайинь-хоуға күсерелә.

Власҡа эйә булып, Лю Бан һалдаттарын йорттарына тарата һәм реформалар үткәрә башлай. Һуғыш йылдарында аслыҡтан ҡотолоу өсөн үҙен ҡоллоҡҡа һатҡандарға ирек бүләк итә. Игенселәр мәнфәғәтендә ул һалымдарҙы һиҙелерлек кәметә (был турала беҙҙең эраға тиклем 195 йылда тейешле указ сығара) һәм ауыл хужалығын үҫтереү тураһында хәстәрлек күрә башлай. Әммә сауҙа өсөн ҙур һалымдар индерә һәм сауҙагәрҙәрҙе сикләй башлай.

Беҙҙең эраға тиклем 200 йылдың ҡышында хунну Шаньсиға инә. Гао-цзу шәхсән үҙе 320 000 һалдаттан торған ғәскәрен шаньюй Модэ ғәскәренә ҡаршы алып бара. Алдаҡ сигенеү менән Модэ императорҙы һәм Хань армияһы авангардын Пинчэн ҡалаһы янында, Байдэн ауылында уратып ала. Ете көн барған алыштан һуң ҡытайҙар Модэ менән һөйләшеүҙәр башлай. Модэ солох килешеүенә ризалаша. Беҙҙең эраға тиклем 198 йылда Тыныслыҡ Һәм Туғанлыҡ килешеүе төҙөлә. Хунну ғәскәре Ҡытайҙан китә. Лю Бан хунну Шаньюйына ҡыҙын кейәүгә бирергә һәм яһаҡ түләргә ризалаша.

Тәүҙә конфуцианлыҡҡа ышанмаған Лю Бан, «Синь юй» әҫәренең 12 бүлегендә Цинь династияһы заманының элекке ҡанһыҙлыҡтары урынына идара итеүҙең яңы ысулдары тураһында тәҡдимдәр яҙған үҙенең ғалим арҡаҙашы Лу Цзя йоғонтоһо аҫтынд,а үҙ ҡарашын үҙгәртә. Артабан яңы император легизмға алмашҡа конфуцианлыҡ позицияларын тергеҙеүгә булышлыҡ итә, цинь идара итеү системаһының дөйөм структураһын һаҡлап ҡалһа ла, ҡаты цинь закондарын көсһөҙләндерә.

Лю Бан яйлап үҙенең хәрби начальниктарын һәм генералдарын тәғәйенләнгән удел вандары урынынан төшөрә һәм үҙенең балаларына һәм туғандарына алмаштыра. Ул бөтәһе туғыҙ ван урынлаштыра, уларҙың береһе генә Лю фамилияһына ҡарамай. Шул уҡ ваҡытта уға сиратлап ҡәнәғәт булмаған хакимдарҙың ихтилалдарын баҫтырырға тура килә.

196 йылда императрица Люй-хоу бойороғо буйынса, Хань Синь Чэнь Сю менән бергә заговорҙа ғәйепләнеп ҡулға алына һәм язалап үлтерелә. Шулай уҡ шул уҡ йылда Пэн Юэ икенсе заговорҙа ғәйепләнеп ябай кешеләр рәтенә ҡалдырыла, ә һуңынан императрица Люй-хоу бойороғо буйынса ул язалап үлтерелә, ә уның ырыуы юҡ ителә.

Вариҫтары үҙгәртергә

Гао-цзу үлгәндән һуң тәхеткә өлкән принц Лю Ин ултыра, ул үлгәндән һуң алған Хуэй-ди титулы буйынса билдәле. Император икенсе улы Жу-ины вариҫы итеп тәғәйенләй алмай, сөнки һарай менән императрица Люй-хоу ҡаршылыҡ күрһәтә.

Ысынбарлыҡта власты тол императрица Люй-хоу үҙ ҡулына ала, ул бәләкәй императорҙарҙы үҙаллы тәғәйенләй һәм урынынан күсерә.

Кинолағы образы үҙгәртергә

  • «Наложница Великого завоевателя» (1994)
  • «Хунмэньское празднество» (2011)
  • «Великое пиршество вана» (2012) — КНР, режиссер Лу Чуань[en]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Сыма Цянь. Исторические записки. Перевод Р. В. Вяткина. т. 2, главы 7-8
  • Needham, Joseph (1986). Science and Civilization in China: Volume 4, Part 2. Taipei: Caves Books, Ltd.
  • Gaozu at Chinaculture.org