Люботин (тау)

Шар-Планин һыртының тау түбәһе
(Люботин (гора) битенән йүнәлтелде)

Люботин — Шар-Планин һыртының тау түбәһе. Ул Македония Республикаһы һәм өлөшләтә танылған Косово Республикаһы араһындағы сиктә урынлашҡан. Уның абсолют бейеклеге — 2498 м[1].

Люботин
макед. Љуботен
алб. Lybeten
алб. Kosova
Рәсем
Тау һырты Шар-Планина[d]
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Төньяҡ Македония
 Косово
Административ-территориаль берәмек Егуновце[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2498 метр
Карта
 Люботин Викимилектә

Косово Республикаһынан Люботин түбәһенең күренеше

Люботин — пирамида формаһындағы тау һәм Шар-Планин һыртының бик гүзәл түбәләренең береһе. Ул — Шар-Планин тауҙарының көнсығыш өлөшөндә ята һәм иң бейек түбәһе. Тау һыртының ҡалған өлөштәренән ситтәрәк торғанға күрә, Люботин тирә-йүндәге ландшафтан матурлығы менән айырыла. Бик алыҫтан, мәҫәлән, Скопье һәм Приштиндан да бик яҡшы күренә.

Тауҙың төп өлөшө — төньяҡ, төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш битләүҙәре өлөшләтә танылған Косово Республикаһы территорияһында. Көньяҡ битләүе[1] Македония территорияһында урынлашҡан. Тауҙың төньяҡ итәгенән Лепенац йылғаһы үҙәне үтә, көньяҡта — Вардар[1] йылғаһы үҙәне. Көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш битләүҙәре ҡуйы урман менән ҡапланған. Урман зонаһынан өҫтәрәк көтөүлек сифатында файҙаланылған Альп болонлоҡтары урынлашҡан. Тау түбәһенән көнбайыштараҡ боҙло Ливадици күле ята.

Люботин тауы мезозой тау тоҡомонан[2] (башлыса эзбизташлы) формалашҡан. Күп һандағы эзбизле ишелмәләр һәм ташлы участкалар бындай урындарға хас булған үҫемлектәр менән ҡапланған. Тау битләүҙәрендә биҙсәле үләнде Sideritis scardica осратырға мөмкин. Тау түбәһе янындағы эзбизле участкаларҙа бик һирәк осрай торған миләүшәләрҙе Viola grisebachiana[3]тап итеп була.

Люботин Европаның[4] күп кенә альпинистарының яратҡан урыны. Македония яғындағы битләүендә туристар һәм ҡунаҡтар ял итеп китерҙәй «Люботин» йорто бар, Вратница ауылынан был бәләкәй йортҡа табан юл һалынған, 2 сәғәт тирәһендә барып етергә мөмкин. «Люботин» йорто май айынан ноябргә тиклем бар кешегә лә асыҡ.

Фараздарҙың береһе буйынса, Македония Республикаһы гербында нәҡ Люботин[5] тауы һынландырылған. Македонияның Тетово ҡалаһының футбол клубы ошо тау хөрмәтенә «Люботин» тип аталған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Карта бите K-34-XVI. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
  2. Kosova: Monumentet dhe bukuritë
  3. Village Stare Selo — Ljuboten peak — Mountain HUT Ljuboten // balkanhikingadventure.com
  4. LJUBOTEN MOUNTAIN IN THE ŠAR MOUNTAIN RANGE 2017 йыл 20 май архивланған.
  5. World Around Us — the Encyclopaedia for Children and Youth, XI edition, Školska knjiga, Zagreb, 1987, vol. II (A-M), page 242