Любляна замогы
Любляна замогы (словен.Ljubljanski grad) — Любляна ҡалаһы өҫтөнән күтәрелеп торған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан урта быуат ҡәлғәһе
Любляна замогы | |
Нигеҙләү датаһы | IX быуат |
---|---|
Дәүләт | Словения |
Административ-территориаль берәмек | Любляна[d] |
Урын | Ljubljana Castle Hill[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | таш[d] |
Мираҫ статусы | словенский памятник локального значения[d][1] |
Рәсми сайт | ljubljanskigrad.si |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from Ljubljana Castle[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Ljubljana Castle[d] |
Любляна замогы Викимилектә |
XII быуатта барлыҡҡа килә. XV быуатта стеналары яңынан төҙөлә, ҡарауыл башняһы 1848 йылда барлыҡҡа килә. XVIII быуатҡа тиклем оборона нығытмаһы булараҡ ҡулланыла. XIX быуат аҙағында — XX быуат башында төрмә сифатында хеҙмәт итә. Ҡала символдарының береһе.
Тарихы
үҙгәртергәЗамок XII быуат башынан алып билдәле (латин сығанаҡтарында Castrum Leibach булараҡ), шул саҡта герцог Спанхеймдарҙың биләмәһендә була. Династиялар бөтөрөлөү менән 1269 йылда ҡәлғә Богемия короленә, ә 1335 йылда Габсбургтар власына күсә.
XV быуатта замок тулыһынса емерелә һәм шул уҡ быуатта тергеҙелә. Был ваҡытҡа һарай сиркәүе төҙөлөшө ҡарай. XVI—XVII быуаттарҙа башҡа ҡоролмалар барлыҡҡа килә. Замок төрөктәрҙең баҫып алыуына һәм крәҫтиәндәрҙең ихтилалына ҡаршы оборона нығытмаһы булараҡ хеҙмәт итә. XVII—XVIII быуаттарҙа бында арсенал һәм госпиталь урынлаша. Наполеон һуғыштары осоронда емерелә, Габсбургтар власы тергеҙелгәндән һуң 1905 йылға тиклем төрмә сифатында ҡулланыла. Замоктың тотҡондары араһында — словен шағиры Цанкар Иван, Венгрияла революцияла ҡатнашыусы Баттьяни Лайош, итальян яҙыусыһы Сильвио Пеплико була. 1848 йылда ҡалала янғындарҙы асыҡлау өсөн ҡарауыл башняһы төҙөлә.
XX быуат башына үҙенең тәғәйенләнешен юғалта һәм емерелә башлай. 1905 йылда унда ҡала музейы урынлаштырыу сәбәбе менән уны Лайбах мэрияһы һатып ала. Әммә план тормошҡа ашырылмай, һәм властар бында ярлыларҙы урынлаштырырға ҡарар итә, улар унда 1960 йылдар уртаһына тиклем йәшәй. 1960 йыл аҙағында реконструкция башлана, ул 30 йылдан ашыу дауам итә. Әлеге көндә замокта Любляна тарихына арналған даими экспозиция урынлаша, 2006 йылда Һарай тауы түбәһендә фуникулер һуҙыла[2].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Штих, Петер. Castrum Leibach. Najstarejša omemba Ljubljane in njeni začetki. — Л.: Городская община Любляна, 2010. — 51 с. — ISBN 978-961-6449-36-6. (словен.) (инг.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (unspecified title) — Ministry of Culture of Slovenia.
- ↑ Ljubljana Castle . // culture.si. Дата обращения: 25 июль 2013. Архивировано 5 сентябрь 2013 года. 2014 йыл 26 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергәЛюбляна замогы Викимилектә |
- Официальный сайт 2015 йыл 15 апрель архивланған.