Лушечкина Любовь Дмитриевна

Лушечкина Любовь Дмитриева (13 сентябрь 1951 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр актеры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Новгород драма театры актрисаһы.

Лушечкина Любовь Дмитриевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 13 сентябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Екатеринбург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы

Биографияһы үҙгәртергә

Любовь Дмитриевна Лушечкина 1951 йылдың 13 сентябрендә Екатеринбург ҡалаһында тыуған.

Мәктәп йылдарынан уҡ театр менән мауыға. Төрлө спектаклдәрҙә даими ҡатнаша, театр түңәрәгендә шөғөлләнә. Сығарылыш класында уҡығанда ҡыҙ буласаҡ һөнәрен асыҡлап билдәләй.

Екатеринбург дәүләт театр институтына «драма театры һәм кино актеры» һөнәре буйынса уҡырға инә. Ул уҡыған төркөмдөң остазы Владимир Николаев була. 1973 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлай һәм йүнәлтмә буйынса Г. И. Короленко исемендәге Ижевск урыҫ драма театрына эшкә ебәрелә, артабан Ҡаҙағстандың Алма-Ата Республика рус драма театрына күсә.

1980 йылдың 20 ғинуарынан Федор Михайлович Достоевский исемендәге Новгород дәүләт академия драма театры труппаһында. Башлыса лирик-драматик героинялар амплуаһында сығыш яһай[1].

2019 йылдың ғинуар аҙағында «Ленинградты ҡотҡарыу» кинофильмының премьераһы уҙа, бында Любовь Дмитриевна Лушечкина кинолағы үҙе бик әҙ генә уйнаған ролде — әбей ролен уйнай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2008).

Театрҙағы эштәре үҙгәртергә

Ф. М. Достоевский исемендәге Новгород драма театры

  • Танцовщица — «Стойкий оловянный солдатик» В. Саруханов (1984 год)
  • Хаггита — «Девятый праведник» Е. Юрандот (1989 год)
  • Мария Тимофеевна Лебядкина — «Бесы» Ф. М. Достоевский (1990 год)
  • «Декамерон» Джованни Боккаччо (1992 год)
  • Царевна Ирина — «Смерть Иоанна Грозного» А. К. Толстой (1992 год)
  • Агафья — «Золотое перо» С. Прокофьева, И. Токмакова (1993 год)
  • Серафима Владимировна Корзухина — «Сны о России» М. А. Булгаков (1993 год)
  • Маргарита Бургундская — «Нельская башня» Александр Дюма (1995 год)
  • Вера — «Яма» А. И. Куприн (1995 год)
  • Гувернантка — «Голый король» Е. Шварц (1995 год)
  • Ариана — «Авантюрист с мольбертом» Клод Манье (1996 год)
  • Матрена — «Праздничный сон — до обеда» А. Н. Островский (1996 год)
  • Лиза — «Сначала я тебя любила…» Н. Птушкина (1996 год)
  • Ольга Ивановна Флерова — «Скажи, что ты меня прощаешь…» по пьесе И. Грековой, П. Лунгина «Вдовий пароход» (2004 год)
  • Ольга Яковлевна — «Браво, Лауренсия!» Н. Птушкина (2004 год)
  • Глафира Климовна Глумова; Манефа — «На всякого мудреца довольно простоты» А. Н. Островский (2005 год)
  • Мерион Селби — «Миссис Пайпер ведет следствие» Джек Попуэлл (2006 год)
  • Протич — «ДР.» («Доктор философии») Бранислав Нушич (2007 год)
  • Нюшка — «Сны о несбывшейся любви» («День космонавтики») Е. Унгард (2007 год)
  • Анна Григорьевна Достоевская — «Я счастлива, счастлива, счастлива!..» Е. Белодубровский, С. Белов (2007 год)
  • Миссис Голайтли — «Как управлять мужем» Сомерсет Моэм (2008 год)
  • Матильда — «Укрощение дикаря» Алехандро Касона (2009 год)
  • Светозара — «Александр Невский» (2009 год)

Фильмографияһы үҙгәртергә

Любовь Дмитриевна Лушечкина өс кинола ролдр башҡара[2]:

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Любовь в жизни и на сцене. Новгородские Ведомости. Дата обращения: 13 март 2020.(недоступная ссылка)
  2. Лушечкина Любовь Дмитриевна Биография - фильмография. kino-cccp.net. Дата обращения: 13 март 2020.

Һылтанмалар үҙгәртергә