Луцавсала

Рига ҡалаһындағы Даугава йылғаһы утрауҙарының береһе

Лу́цавсала (латыш. Lucavsala, 1918 йылға тиклем — рус. Луцаусгольм, нем. Luzausholm) — Ригала Даугава йылғаһы утрауҙарының береһе, Кундзиньсала һәм Буллю утрауҙарынан ҡала ҙурлығы буйынса өсөнсө урында тора. Земгал биҫтәһенә ҡарай. Күрше Закюсала утрауы менән бергә Салас ҡала микрорайонын тәшкил итә.

Луцавсала
Рәсем
Дәүләт  Латвия
Административ-территориаль берәмек Рига
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Көнбайыш Двина
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2 метр
Майҙан 150 гектар
Рәсми сайт lucavsala.org
Урынлашыу картаһы
Карта
 Луцавсала Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә
Файл:Памятник на Луцавсале.JPG
Луцавсала утрауын һаҡлаусыларға һәйкәл

XVIII быуатта йылға ағымын көйләүсе дамбалар төҙөлгәндән һуң, бер нисә ваҡ утрауҙың Юмправсала утрауы менән ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Тупраҡтың өҫкө ҡатламы — балсыҡлы һәм ҡомло ҡатламдар, тәрәнерәк— аллювиаль ҡомдар. Йылғаның һул ярында урынлашҡан, унан Биекенгравис ҡылымығы (проток) менән айырылған. Күрше Закюсала утрауынан киңерәк Маза-Даугава (Кесе Даугава) ҡылымығы менән менән айырылған. Утрауҙың ҙурлығы: оҙонлоғо — яҡынса 2 км, киңлеге 0,8 км, диңгеҙ кимәленән бейеклеге 2 метрға тиклем. Утрауҙа башлыса шәхси йорттар төҙөлгән, шулай уҡ баҡсалар күп.

Утрау аша Утрау күпере үтә.

1891 йыл утрау ярында утрауҙы Төньяҡ һуғышы осоронда һаҡлаусыларға һәйкәл ҡуйылған.

Транспорты

үҙгәртергә

Троллейбус

  • 4: Зиепниеккалнс — Югла 3.
  • 19: Зиепниеккалнс — Петерсалас урамы.

Шулай уҡ утрау аша Елгавас урамындағы троллейбус паркына йүнәлгән йәки унан кире килгән бөтә троллейбустар үтә.

  • Луцавсала // Рига : Энциклопедия = Enciklopēdija Rīga / [пер. с латыш. ; гл. ред. П. П. Еран]. — Рига : Главная редакция энциклопедий, 1989. — С. 438. — ISBN 5-89960-002-0.
  • Рига и Рижское взморье: Краткий путеводитель / Худ. К. Гольдман. — Изд. 3-е, испр. и доп. — Рига: Латгосиздат, 1954. — 192 с. — 60 000 экз. (в пер.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә