Лусеген Поповтың утар йорто

1891

Иҫтәлекле урын
Лусеген Поповтың айырым йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Карл Маркс майҙаны, 8
Төҙөлөшө 18901891 йылдар
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы

Лусеген Поповтың айырым йорто— Дондағы Ростов ҡалаһының Карл Маркс майҙанында урынлашҡан бина. Йорт 18901891 йылдарҙа төҙөлгән булған. Ул ер биләүсе һәм ит етештереүсе Лусеген Попов милегендә була. 1928 йылда йортта бала табыу йорто[1] урынлаша, 2012 йылда ул реконструкциялауға ябыла[2]. Лусеген Попов йорто төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[3] статусына эйә.

Ике ҡатлы айырым йорт 18901891 йылдарҙа Дондағы Нахичевань ҡалаһының (хәҙерге Дондағы Ростов ҡалаһының Пролетар районы составында) үҙәк майҙанында төҙөлә. Йорт ҡалала билдәле булған ер биләүсе һәм ит етештереүсе Лусеген Попов милегендә була. Бина проекты авторы, фаразлауҙар буйынса, архитекторДурбах була. Йорттоң беренсе ҡатында төрлө конторалар һәм сауҙа кибеттәре булған. Йорт хужаһы апартаменттары икенсе ҡатта урынлаша.

1907 һәм 1916 йыл мәғлүмәттәре буйынса, йорт бинаның беренсе хужаһының вариҫы Манук Михайлович Попов милке булған. йорт хужаһы Манук Михайлович әүҙем рәүештә коммерция һәм сауҙа менән шөғөлләнә һәм ҡалала билдәле шәфҡәт итеүсе була.

1920 йылда йортта хәрби-революцион комитет урынлаша. 1928 йылда бинала бала табыу йорто асыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Ростов ҡалаһы оккупацияла булған осорҙа, бала табыу йортонда өс ҡатын-ҡыҙ-табип тороп ҡала. Улар подвалда бала табыу залы йыһазландыралар һәм унда бала табыусы ҡатындарҙы ҡабул итәләр. Һуғыш тамамланғандан һуң бала табыу йорто ремонтлана һәм яңынан асыла. 2012 йылда бала табыу йорто реконструкцияға ябыла .

Архитектураһы

үҙгәртергә

Лусеген Поповтың айырым йорто эклектика рухында төҙөлгән, уның биҙәлешендә барокко һәм классицизм мотивтары бергә ҡушылған. Фасадтың архитектура-художество композицияһын үҙәк һәм ян яҡтарҙағы сығынтылар билдәләй, улар аттик (кәрниз өҫтөндәге биҙәкле стенка) менән осланалар. Бинаның беренсе ҡаты алғы йөҙө эшкәртелмәгән дүрткел таштар менән көпләнгән, икенсе ҡатын һылап яһалған биҙәктәр һәм декоратив штукатурка биҙәй. Ян яҡ тәҙрәләрҙең порталдары өҫтән ярым түңәрәк формала, ҡатын-ҡыҙ башы рәүешендәге йоҙаҡ ташы менән биҙәлгән. Был тәҙрәләрҙең архивольты атлант фигураларына һәм ҡатын-ҡыҙ статуяларына таяна. Фасадтың үҙәк өлөшөнөң тәҙрәләр араһындағы стенаһы ярымколонналар һәм өҫтөндә горизонталь урынлашҡан биҙәктәре булған дүрт ҡырлы ярым колонналар менән биҙәлгән[4]. Башта парад ишеге өҫтөндә япмалы балкон урынлашҡан булған(1930 йылдарҙа һүтеп алынған)[5]. Тәҙрә өҫтөндәге горизонталь һыҙат картуш һәм үҫемлек орнаменттары менән биҙәлгән. Үҙәк сығынты өҫтөндә сарлаҡ урынлашҡан.

Бинаның планировкаһы бүлмәләре ике яҡлап урынлашҡан коридор системаһы буйынса. Айырым йорт бай эске йыһазы менән айырыла, ул беҙҙең көнгә тиклем бөтөнләй һаҡланмаған. Үҙәк вестибюлдән икенсе ҡатҡа мәрмәр баҫҡыс илтә. Икенсе ҡаттағы үҙәк өлөшөндә зал була, уға ҡунаҡ бүлмәһе, ашхана, торлаҡ бүлмәләре һәм кабинеттар терәлеп тора. Бүлмәһенең стеналарын дүрт ҡырлы ярым колонналар, түшәмен һылап яһалған биҙәктәр биҙәй. Поповтың айырым йорто көнбайыштан элекке әрмән магистраты бинаһына терәлеп тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Волошинова Л. Ф. Бульварная площадь. — Ростов-на-Дону: Донской издательский дом, 2001. — С. 41—48. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87-688-202-X.
  2. Ростовский роддом №2 откроется через год после ремонта на сумму в 115 млн рублей. Южный регион (26 сентябрь 2012). Дата обращения: 20 ноябрь 2013.
  3. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 9 ноябрь 2013.
  4. Пролетарский район. Памятники архитектуры района. Официальный портал городской Думы и Администрации города. Дата обращения: 9 ноябрь 2013.
  5. Георгий Багдыков Дом Лусегена Попова // Нахичевань-на-Дону. — 2010. — № 3 (162).
  • Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — ISBN 5-8456-0489-3.