Луиза Рэйнер
Луи́за И́нгрэм Рэ́йнер (ингл. Louise Ingram Rayner, 21 июнь 1832 йыл — 8 октябрь 1924 йыл) – Бөйөк Британия рәссамы. Ижад техникаһы – акварель.
Луиза Ингрем Рэйнер | |
ингл. Louise Ingram Rayner | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Матлок-Бат[d], Дербишир-Дейлс[d], Дербишир[d], Дербишир[d], Англия, Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d] |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: |
Сент-Леонардс-он-Си[d], Гастингс[d], Восточный Суссекс[d], Көнсығыш Суссекс[d], Бөйөк Британия |
Подданныйлығы: | |
Жанр: |
акварель |
Викимилектә эштәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛуиза Рэйнер 1832 йылдың 21 июнендә Англияның Дербишир графлығы Һатай Matlock Bath ауылында тыуған[1]. Атаһы – Самюэль Рэйнер, әсәһе – Анна Рэйнер (Мансер), улар икеһе лә билдәле рәссам: Самюэль 15 йәшендә Король Академияһы күргәҙмәһендә ҡатнашҡан. Луизаның дүрт апаһы һәм ағаһы ла рәссам булған. 1842 йылға тиклем Рэйнер ғаиләһе тыуған ауылында йәшәй, һуңыраҡ Лондонға күсенә.
1910 йылда Луиза Танбридж Уэллста йәшәгән апаһына күсеп бара, артабан Көнсығыш Сассекс графлығындағы Ст-Леонардс-он-Си (ингл. St Leonards-on-Sea ҡалаһында көн итә һәм шунда 1924 йылдың 8 октябрендә вафат була.
Һынлы сәнғәтте өйрәнеү
үҙгәртергә15 йәшендә Луиза атаһы ярҙамы менән һынлы сәғәтте өйрәнә башлай. Атаһынан тыш, Луизаға Джордж Каттермоль, Эдмунд Ниманн, Дэвид Робертс, Фрэнк Стоун (ингл. George Cattermole, Edmund Niemann, David Roberts, Frank Stone; барыһы ла ғаилә дуҫтары һәм рәссамдар) һынлы сәнғәтте өйрәнергә ярҙам итә. Күргәҙмәлә ҡатнашҡан иң беренсе һүрәте – "Хэддон ғибәҙәтханаһы интерьеры" (ингл. The Interior of Haddon Chapel, 1852 йылғы Король Академияһы Күргәҙмәһе)
Акварель техникаһы
үҙгәртергә1860 йылда Луиза Райнер акварель техникаһын ҡуллана башлай. Был техникала ижад ителгән әҫәрҙәре Ҡатын-Ҡыҙ Рәссамдары Йәмғиәте (ингл. Society of Lady Artists), Король Академияһы, Король Акварель Йәмғиәте (ингл. Royal Watercolour Society), Британия Рәссамдары Король Йәмғиәте (ингл. the Royal Society of British Artists) һәм башҡа ойошмалар күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Simon Fenwick, ‘Rayner, Samuel (1806–1879)’, Oxford Dictionary of National Biography, Oxford University Press, 2004 accessed 14 Feb 2011