Лох-Несс аждаһаһы (ингл. Loch Ness Monster), Не́сси, (ингл. Nessie) — Шотландияның Лох-Несс күлендә йәшәгән хайуан йәки хайуандар төркөмө. Ул Бөйөк Британияла иң ҙур сөсө һыу ятҡылығы. Лох-Несс аждаһаһы ҡар кешеһе һәм чупакабра менән бер рәттән иң билдәле криптидтарҙың береһе булып тора. Уны өйрәнеү менән криптозоология псевдоғилеме шөғөлләнә. Күпселек ғалимдар хайуандың барлығын иҫбатлаусы хәҙерге дәлилдәр базаһын һөҙөмтәһеҙ тип таба. Йыш ҡына кешеләрҙең Несси менән осрашыуы тураһында белдереүҙәре йә алдау, йә билдәле хайуанды йәки күренеште күҙәтеү булып тора. Әммә бөтөн донъя буйынса был хайуандың барлығына күптәр ышана. Хайуандың тәбиғәтен аңлатырға тырышҡан иң популяр теориялар уны плезиозавр, тюлень, йыланбалыҡ йәки бикре төрө тип билдәләй[1].

Лох-несс аждаһаһы
Loch Ness Monster
Күҙәтеүселәрҙең Нессиҙы күҙалланған формалары: 1) буй йәки өс мөйөш арҡа, 2) бер һанлы «үркәстәр», 3) бәләкәй баш оҙон муйын, 4) баш, муйын һәм арҡа, 5) баш, муйын һәм бер һанлы үркәстәр
Күҙәтеүселәрҙең Нессиҙы күҙалланған формалары: 1) буй йәки өс мөйөш арҡа, 2) бер һанлы «үркәстәр», 3) бәләкәй баш оҙон муйын, 4) баш, муйын һәм арҡа, 5) баш, муйын һәм бер һанлы үркәстәр

Күл монстры, фараз ителеүенсә, Плезиозаврҙың һаҡланып ҡалған төрө

Мифология

Имеш-мимеш һәм мистификациялар

Тип

[[Аждаһа], Криптид

Урыны

Лох-Несс күле

Латинса яҙылышы

Nessiteras rhombopteryx

Телгә алынған

Урта быуаттарҙан алып

 Лох-Несс ғифрите Викимилектә

Лох-Несс аждаһаһын йыш ҡына бәләкәй башлы, оҙон муйынлы, ике үркәс йәки бер үркәсле һәм ҡара тиреле итеп тасуирлана.

Лох-Несс күле

үҙгәртергә
 
Лох-Несс күленең картаһы

Лох-Несс — күләме буйынса Британияның сөсө һыу ятҡылығы[2]. Күл оҙон һәм тар — оҙонлоғо яҡынса 38 километр, киңлеге — уртаса 1,6 километр. Күл диңгеҙ кимәленән 16 метр бейеклектә урынлашҡан. Лох-Ойх күлt менән бергә Глен-Мор тектоник уйпатлығында Каледон каналын барлыҡҡа килтерә. Һыу ятҡылығының сите текә генә, ә максималь тәрәнлеге 230 метрға тиклем етә[3]. Күлгә бик күп тау шишмәләре ҡоя, улар алып килгән торф күл төбөнә ултыра. Был һыуға ҡара тутыҡҡан төҫ бирә һәм һыуҙың төбө насар күренә. Лох-Нессс ҡышын туңмай, ә күлдә уртаса йыллыҡ һыу температураһы яҡынса 5,5 градус тәшкил итә[4].

Дәлилдәр

үҙгәртергә

1933 йылға тиклем

үҙгәртергә

Ошо аждаһа тураһында тәүге яҙма мәғлүмәттәрҙе Шотландиялағы Айон монастыры аббаты Адамнан яҡынса 700 йылда яҙған, тип иҫәпләнә. Ул изге Колумбаның тәржемәи хәлен һүрәтләндә уның тураһында телгә ала[5]. Колумба ул саҡта Шотландияның көнбайыш ярындағы яңы монастырында пикт халҡы һәм скотт ҡәбиләләре мәжүсиҙәрен христиан диненә өгөтләү менән шөғөлләнә. Пикттар батшаһы Брюд I Колумба тарафынан яҡынса 565 йылда суҡындырыла; баш ҡалаһы Брюде Инвернесс Лох-Несс эргәһендә урынлашҡан була. Уның бер нисә версияһы барлыҡҡа килә, әммә уларҙың күбеһендә изге Колумбаның яҡынса 565 йылда бер крәҫтиәнде аждаһанан ҡотҡарыуы тасуирлана. Адамнандың әҫәрендәге аждаһа тураһындағы бүлек «Изге кеше һыу аждаһаны доға ҡылып ҡыуҙы» тип атала[6][7].

1658 йылда сәйәхәтсе Ричард Франк үҙенең "Төньяҡ мемуарҙары"нда Лох-Несс өҫтөндә барлыҡҡа килгән «йөҙөүсе утрау» тураһында телгә ала. Әммә ул утрау мүк һәм башҡа урман материалдарынан барлыҡҡа килгән, һәм ел уны һыу өҫтөндә йөрөтә тип һүрәтләй[8]. Ун туғыҙынсы быуат Шотландия фольклорын өйрәнеүсе Джон Фрэнсис Кэмпбелл 1860 йылда һыуһаҡлағыста йәшәгән «һыу үгеҙҙәре» тураһындағы тарих ишетеүе хаҡында яҙа. Улар, йәнәһе лә, формаларын үҙгәртә ала, әммә бер ҡасан да Фойерс шарлауығына яҡын бармай[9][10].

Джимми Хоссак — аждаһаны шәхсән күрҙем тип раҫлаусы беренсе кеше, ул 1862 йәки 1865 йылдарҙа күреүен әйтә[11]. 1871 йылдың йәки 1872 йылдың октябрендә Д. Маккензи күл буйлап йөҙгән сәйер объектты күҙәтеүен тасуирлай, объект түңкәрелгән кәмәне хәтерләтә[12]. Һуңыраҡ, 1888 йылда, Абрайченда йәшәүсе Александр Макдональд билдәһеҙ нәмә күрә, ул көн һайын күл буйлап пароходта Инвернесҡа барып йөрөй. Уға йыш ҡынайөн менән ҡапланған йән эйәһен («саламандра» тип атай) күрергә тура килә [13].

1920-се йылдарҙа уны ике кеше күрә. 1919 йылда Маргарет Кэмерон һәм өс бала, йәнәһе лә, урмандан сығып, Инчнакардоч ҡултығындағы күлгә һикерергә йыйынған аждаһаны күреп ҡала. Уның тасуирлауынса, йән эйәһе 6 метр самаһы оҙонлоҡта булған һәм ҡарышлауыҡ һымаҡ хәрәкәт итә. 1923 йылдың апрелендә Альфред Круикшанк күл янынан үтеп барышлай, үҙенән ун биш метр алыҫлыҡта, бейеклеге 2 метр самаһы булған ҙур көмрө йән эйәһен күреп ҡала. Уның тасуирламаһы буйынса, заттың филгә оҡшаш дүрт аяғы һәм ҙур табаны булған[12].

1930 йылда Northern Chronicles «Лох-Несстағы сәйер мажара» тигән мәҡәлә баҫтырып сығара, унда шул йылдың июлендә ике дуҫы менән Дорес ҡултығында балыҡ тотҡан балыҡсы Ян Милн тураһында бәйән ителә. Ҡапыл улар алдынан 6,5 метр ҙурлығындағы объект йөҙөп үтә. Уның 2 йәки 3 үркәсе була[14].

1933 йыл: ғифрит тураһында легенда формалаша башлауы

үҙгәртергә

Грей фотоһы

үҙгәртергә

Ирвиндың фильмы

үҙгәртергә

Артабанғы күҙәтеүҙәр

үҙгәртергә

Ли/Адамс фотоһы

үҙгәртергә

Башҡа дәлилдәр

үҙгәртергә
  Тышҡы медиафайлдар

1960-сы йылдар

үҙгәртергә

Динсдейл фильмы

үҙгәртергә

1970 — 1980-се йылдар

үҙгәртергә

Һуңғыраҡ осор дәлилдәре

үҙгәртергә

«Хирург фотоһы»

үҙгәртергә

Nessiteras rhombopteryx

үҙгәртергә

Гордон Холмс фильмы

үҙгәртергә

2016 йылғы тикшеренеү

үҙгәртергә

2016 йылғы фото

үҙгәртергә

Ҡаршы дәлилдәр

үҙгәртергә

Версиялары

үҙгәртергә

Реликт плезиозавры

үҙгәртергә

Һыуға батҡан бүрәнәләрҙең ҡалҡыуы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Gordon Rutter. What is the Loch Ness Monster? - Monster theories - Scotlands Culture (ингл.). Education Scotland (2 июль 2012). Дата обращения: 16 июнь 2021. Архивировано из оригинала 16 июнь 2021 года. 2012 йыл 2 июль архивланған.
  2. Bathymetrical Survey of the Fresh-Water Lochs of Scotland, 1897-1909 - Maps - National Library of Scotland (ингл.). National Library of Scotland (8 февраль 2007). Дата обращения: 16 июнь 2021. Архивировано из оригинала 16 июнь 2021 года. 2007 йыл 8 февраль архивланған.
  3. Павел Бобров. Выходные в Шотландии на озере Лох-Несс (рус.). GQ Россия (14 октябрь 2016). Дата обращения: 16 июнь 2021. Архивировано 24 июнь 2021 года.
  4. About Loch Ness - the Depth and Size of Loch Ness and Other Facts (ингл.). Nessieland (8 май 2013). Дата обращения: 16 июнь 2021. Архивировано из оригинала 16 июнь 2021 года. 2013 йыл 8 май архивланған.
  5. Dinsdale, 1982, pp. 27—28
  6. Life of Saint Columba 2021 йыл 12 декабрь архивланған., Founder of Hy. Written by Adamnan, Ninth Abbot of that Monastery, ed. William Reeves, (Edinburgh: Edmonston and Douglas, 1874)
  7. Morris, 1993, pp. 79—80
  8. Franck, 1821, p. 196
  9. Morris, 1993, p. 81
  10. Campbell, 1862, p. 328
  11. Bauer, 1986, p. 170
  12. 12,0 12,1 Eberhardt, 2002, p. 376
  13. Newton, 2009, p. 88
  14. Lewis, Chad M. INVESTIGATING STUDENTS’ BELIEFS IN THE PARANORMAL. — The Graduate School University of Wisconsin-Stout, 2002. — P. 59. Архивная копия от 24 июнь 2021 на Wayback Machine
инглиз телендә
поляк телендә
  • Morris, Phillip. Bez wyjaśnienia 3. Kolekcja największych zagadek i tajemnic. — Pandora Books, 1993. — P. 192. — ISBN 83-85884-20-3.