Лотова Людмила Ивановна
Лотова Людмила Ивановна (16 сентябрь 1929 йыл, Мәскәү — 4 сентябрь 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй ботанигы, педагог, үҫемлек морфологияһы буйынса белгес, биология фәндәре докторы (1982), Мәскәү дәүләт университеты профессоры.
Лотова Людмила Ивановна | |
Файл:Людмила Ивановна Лотова.jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө |
4 сентябрь 2017 (87 йәш) |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Ғилми дәрәжәһе |
биология фәндәре докторы (1983) |
Биографияһы
үҙгәртергә1929 йылдың 16 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. 1952 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң ошо уҡ уҡыу йортонда эшләргә ҡала. 1957 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1983 йылда ылыҫлы үҫемлектәр ҡабығы анатомияһының төрлөлөгө темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[1]. 1992 йылда профессор исеме бирелә. 2017 йылдың 4 сентябрендә вафат була[2].
Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЛотова ның фәнни эштәре үҫемлектәрҙең морфологияһы һәм анатомияһы , морфологик һәм анатомик күренештәрен үҫ:емлектәрҙең филогенетикаһын файҙаланыу менән бәйле. 1980-сы йылдарҙа ул суд-медицина экспертизаһында үҫемлектәр анатомияһын ҡулланыу ысулдарын эшкәртә. Күп йылдар буйына үҫемлектәрҙең таксономик анатомияһы ғилми мәктәбенә нигеҙ һа лыусы һәм уның етәксеһе була . Рәсәйҙә үҫемлектәр анатомияһы терминологияһын ҡайтанан ҡарап сыға һәм камиллаштыра[1]. Ике конференцияның программа комитеты ағзаһы була.
Шулай уҡ биологиянан белем биреү өлкәһенең педагогы һәм методисты. Ул үҫемлектәр цитологияһы, үҫемлектәр анатомияһы һәм ялан ботаникаһы буйынса 30-ҙан ашыу уҡыу әсбаптарын баҫтырған[1]. Уның етәкселегендә 6 кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләнгән.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергәЛотова II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн»ордены һәм «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән[3].
2019 йылда Лотова Людмила Ивановнаның 90 йәшенә арналған халыҡ-ара симпозиум үткәрелгән [1][2].
Баҫмалары
үҙгәртергә150-нән ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырып сығарған, шул иҫәптән, бер нисә монография, Ҙур Рәсәй энциклопедияһы мәҡәләләренең авторы[1]:
- Лотова Л. И. Анатомия коры хвойных / Отв. ред. В. Н. Тихомиров. — М.: Наука, 1987. — 150 с.
- Лотова Л. И. Морфология и анатомия высших растений. — М.: Эдиториал УРСС, 2000. — 526 с. — ISBN 5-8360-0140-5.
- Лотова Л. И., Тимонин А. К. Анатомия коры розоцветных (Rosaceae): разнообразие, эволюция, таксономическое значение. — М.: Товарищество науч. изд. КМК, 2005. — 264 с. — ISBN 5-87317-207-2.
- Лотова Л. И., Нилова М. В., Рудько А. И. Словарь фитоанатомических терминов. Учебное пособие. — М.: Издательство ЛКИ, 2007. — 112 с. — ISBN 978-5-382-00179-1.
- Лотова Л. И. Ботаника : морфология и анатомия высших растений: учебник для студентов высших учебных заведений, обучающихся по биологическим специальностям.. — Изд 5-е, доп.. — М.: ЛИБРОКОМ, 2013. — 508 с. — ISBN 978-5-397-03870-6.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Devyatov A. G., Kalinichenko I. M., Timonin A. C. Scientific heritage of L.I. Lotova // Анатомия растений: традиции и перспективы. материалы международного симпозиума, посвященного 90-летию профессора Людмилы Ивановны Лотовой. 16–22 сентября 2019 г. в двух частях. Ч. 2.. — М.: Макс пресс, 2019. — С. 8—10. — 308 с. — ISBN 978-5-317-06174-6.
- ↑ 2,0 2,1 Анатомия растений: традиции и перспективы. материалы международного симпозиума, посвященного 90-летию профессора Людмилы Ивановны Лотовой. 16–22 сентября 2019 г. в двух частях. Ч. 2.. — М.: Макс пресс, 2019. — С. форзац. — ISBN 978-5-317-06197-5.
- ↑ К юбилею Людмилы Ивановны Лотовой . www.msu.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2019.