Үҫемлектәр морфологияһы

Үҫемлектәр морфологияһы, йәки фитоморфология, —ботаника фәнендә үҫемлектәрҙең үҫеш дәүерендә формалашыуын, төҙөлөшөн өйрәнеүсе бүлек, фән тармағы [1] фән тармағы. Уның бурыстары эсенә үҫемлек организмыың индивидуаль үҫешен (онтогенез) дә, эволюцион-тарихи үҫешен (филогенезы)[1] дә өйрәнеү тора. Үҫемлектәр морфологияһы— ботаниканың төп тармаҡтарының береһе[2].

Үҫемлектәр морфологияһы
Өйрәнеү объекты часть растения[d]
 Үҫемлектәр морфологияһы Викимилектә

Үҫемлектәр морфологияһы киңерәк мәғәнәлә — үҫемлектәр анатомияһын һәм үҫемлетәрҙең микрокимәлдә морфологияһын өйрәнеүсе башҡа йүнәлештәрҙе лә үҙ эсенә ала . Морфологияның тарыраҡ кимәлдә бурыстары булып, үҫемлектәр макроскопик төҙөлөшөн һәм формалашыуын өйрәнә. Йәғни, уҫемлектәрҙе организм кимәлендә өйрәнеүсе фән.

Бурыстар үҙгәртергә

Үҫемлектәр морфологияһы алдында торған мөһим мәсьәлә булып, үҫемлек органдарын һәм туҡымаларын һүрәтләү тора.

Шулай уҡ, үҫеш дәүерендә туҡымаларҙың (гистогенез) һәм органдарҙың (морфогенез) барлыҡҡа килеүен, урынлашыуын, яһалыуын тасуирлауҙән ғибәрәт.

Был үҫемлектәрҙең индивидуаль дә һәм тарихи ла үҫешенә ҡағыла [2].

Йүнәлештәре үҙгәртергә

Тарихи юҫыҡта, морфология һүрәтләүсе фән булараҡ үҫешә башлай. Башлыса үҫемлектәрҙең үҫемлектәр төрлөлөгөн формаһын тасуирлау[3] менән шөғөлләнә. Ботаника фәненең тулы мәғәнәлә үҫешеүе Карл Линнейҙың (1707—1778) хеҙмәттәренә, үҫемлектәр морфологияһында һүрәтләү ысулын тәртипкә һалыуына [2] бурыслы.

Хәҙер үҫемлектәр морфологияһында өйрәнеү объекттары буйынса түбәндәге йүнәлештәре барлыҡҡа килгән:

  • органография — ҫемлектәр морфологияның төп йүнәлеше. Үҫемлектәр органдарының тышҡы төҙөлөшөн тасуирлай[4] һәм сағыштырма анализ яһай.
  • үҫемлектәр анатомияһы — үҫемлектәр төҙөлөшөн күҙәнәк һәм туҡыма [5] кимәлендә өйрәнә.
  • үҫемлектәр эмбриологияһы — үҫемлек бәбәгенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш закондарын өйрәнә. төҙөлөшө һәм үҫеш йәшкелт үҫемлек[6];
  • үҫемлек цитологияһы — үҫемлек күҙәнәктәренең төҙөлөшөн өйрәнә;
  • үҫемлектәр гистологияһы — үҫемлек туҡымаларын өйрәнә.
  • юҡҡа сыҡҡан үҫемлектәр морфологияһы — палеоботаника фәненең бүлеге;
  • биоморфология, йәки экологик морфология — үҫемлектәрҙең индивидуаль үҫеш процестары менән тышҡы мөхит факторҙары араһында бәйләнеш законлылыҡтарын өйрәнә.Морфологияның был бүлеге xx быуаттың икенсе яртыһынан башлап әүҙем үҫешә башлай[6].

Морфология бүлегедә ҡулланылған оптик ысул ике төркөмгә бүленә:

  • микроморфология (микроскопик морфология) — бында микроскопия методы менән тикшеренеүҙәр алып барған бүлектәр инә : цитология, гистология, эмбриология, шулай уҡ, үҫемлектәр анатомияһы (әгәр был бүлекте морфологияның ҡушма өлөшө тип ҡарағанда)[6];
  • макроморфология (макроскопик морфология) — бында үҫемлектәрҙең дөйөм алғанда йәки айырым органдарына ҡарата тышҡы төҙөлөшөн өйрәнеүсе бүлектәр инә. Был осраҡта микроскопия — төп өйрәнеү ысулы түгел.

Үҫемлектәрҙең ғәмәли морфологияһы үҙгәртергә

Үҫемлектәрҙең морфологияһы буйынса тикшеренеү эштәре тирә-яҡ мөхитте һаҡлау менән дә бәйле мәсьәләләрҙе асыҡларға ярҙам итә. Үҫемлек организмдарында булған үҫеш тайпылыштары тирә-юн мөхиттең бысраныу дәрәжәһен билдәләү өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итә (биоиндикация методы).

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Коровкин, 2007, с. 116
  2. 2,0 2,1 2,2 Коровкин, 2007, с. 3
  3. Коровкин, 2007, с. 125
  4. Коровкин, 2007, с. 126
  5. Коровкин, 2007, с. 10
  6. 6,0 6,1 6,2 Коровкин, 2007, с. 4