Лондон (ҡунаҡхана, Таганрог)

Лондон — Таганрог ҡалаһындағы ҡунаҡхана, XIX быуат аҙағында эшләй башлаған.

Лондон
Нигеҙләнгән

1862

Нигеҙләүсе

В. Боровой

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Таганрог

Төп фигуралар

Н. А. Тер-Арутюнов, К. Л. Гавриленко

Тармаҡ

ҡунаҡхана

1862 йылда, Петр урамындағы 21-се яңы төҙөлгән йорттоң икенсе ҡатында, эшҡыуар Василий Боровой «Лондон» ҡунаҡханаһын аса. Быны 1873 йылғы «Аҙау яны календары» буклетында урынлаштырылған реклама иғланы раҫлай: «Таганрог ҡалаһының Оло урамындағы Кобылин йортонда В. А. Боровой номерҙары менән „Лондон“ ҡунаҡханаһы. 1862 йылдан алып эшләй».

Икенсе ҡаттағы тәҙрә уйымдары өҫтөндә ҙур реклама иғлан эленеп тора: «„Лондон“ ҡунаҡханаһы». Ҡунаҡханаға уң яҡтағы бер ҡатлы төкәтмә аша инеп була, уның өҫтөндә Таганрог өсөн типик булған веранда урынлашҡан була. Һуңыраҡ бинаның фасады үҙгәрә.

1902 йылда ҡунаҡхананың хужаһы алмашына. Николай Артёмович Тер-Арутюнов бинаны ҡуртымға ала, планлаштырыуҙы камиллаштыра. Николай Артемовичтың финанс хәле насарайғас, ҡунаҡхана К. Л. Гавриленкоға һатыла, ул 1914 йылда ҡунаҡхана исемен «Метрополь» тип үҙгәртә. Яңы иҡтисад сәйәсәте осоронда, 1925 йылдың 5 июлендә, ҡунаҡхана янында ул клуб-казино ойоштора. Көн һайын киске сәғәт 8-ҙән һуң унда лото уйындары үтә. 1930 йылда инде ҡунаҡхана ишеге өҫтөндә «Үҙәк ҡунаҡхана» тигән яҙыулы табличка эленеп тора. Артабан Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға бинаны НКВД идаралығы биләй, ә 1957 йылда унда тағы «Центральная» ҡунаҡханаһы урынлаша.

Ҡунаҡхана тарихының альтернатив версияһын яҙыусының ағаһы Александр Чехов һөйләй. «Осраҡлы турист яҙмаларында» ул «Лондон» ҡунаҡханаһы тураһында телгә ала, әммә даими рәүештә «шикелле» тигән һүҙ өҫтәй. Артабанғы мәҡәләләрҙең авторҙары был һүҙгә иғтибар итмәйенсә, унда килтерелгән фаразды тараталар. Петр урамындағы 21-се йорт (Ленин урамы, 49) В. Третьяков милегендә булмай һәм бер ваҡытта ла уның бинаһында «Лондон» ҡунаҡханаһы урынлашмаған. Шулай уҡ «Лондон» ҡунаҡханаһы ағалы-ҡустылы Багдасаровтар милке булған һәм 1898 йылда эшләй башлаған тигән раҫлау ҙа дөрөҫ түгел. Тик Григорий һәм Мелкон Багдасаровтар «Лондон» ҡунаҡханаһы янында аш бүлмәһе менән буфет тотҡандар тигән мәғлүмәт кенә дөрөҫ.

  • Решетников В. Гостиницы «Бристоль» и «Лондон» : [Из истории гостиничных зданий] // Таганрогская правда. — 1986. — 13 сент.

Һылтанмалар

үҙгәртергә