Ломовка ауыл Советы
Ломовка ауыл Советы — Белорет районы муниципаль районын ауыл биләмәһе, муниципаль берәмек. 2010 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 1535 кеше[1], 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 2662 кеше[2]. Административ үҙәге Ломовка (Белорет районы) ауылы.
Ауыл биләмәһе башлығы — Федоров Сергей Александрович[1]
Эштәр менән идара итеүсе — Плохова Ольга Владимировна.
Ломовка ауыл Советы ауыл биләмәһе старостаһы — Плохов Николай Андреевич.
Ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең почта адресы:
453537, Башҡортостан Республикаһы, Белорет районы, Ломовка ауылы, Ленин урамы, 36-сы йорт.
Состав
үҙгәртергәЛомовка ауыл Советы ауыл биләмәһе составында бары бер тораҡ пункты: Ломовка ауылы. Йәшәүселәр һаны 2659 кеше.[1].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәДөйөм халыҡ һаны[2] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | чел. | % | ||
3172 | 2662 | -510 | -16,08 |
География
үҙгәртергәГидрография
үҙгәртергәБилдәле шәхестәр
үҙгәртергә- А. В. Беляков — генерал, Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби Академияны тамамлаған, техник фәндәре кандидаты.
- М. Ф. Дмитриев — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «Берлинды алған өсөн» миҙалдары менән наградланған, Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы ветераны.
- М. Ф. Дмитриев — подполковник, Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби Академияны тамамлаған, Афған һуғышы ветераны.
- Н. А. Роденко — географ, диңгеҙ төбөн тикшереүсе.
- Н. В. Ручкин — Өфө ҡалаһындағы Республика онкологик үҙәк мөдире.
Ҡыҫҡа белешмә
үҙгәртергәЛомовка ауылының тарихы Белорет металлургия комбинаты төҙөлөшө менән бәйле. Завод эшсе ҡулдарға мохтаж булғанлыктан, бында крепостной крәҫтиәндәрҙе килтергәндәр.
«Ломовка» атамаһының килеп сығышы тураһында ике версия бар. Тәүгеһе халыҡтың шөғөлөнә бәйле (ломовой-ауыр) барлыҡҡа килһә, икенсеһе күсерелгән крәҫтиәндәр үҙ ауыл атамаһын алып килгән тип фаразлана.
1795 йылда Ломовкала 2152 кеше йәшәгән (шул иҫәптән 1032 ир-ат), 1852 йылда — 1858, 1926 йылда 879 йортта йәшәүсе 4350 кеше иҫәпләнгән.
1927 йылда сыҡҡан янғын арҡаһында ҡасабаның яртыһы юҡҡа сыға. Халыҡтың иҫәбе һиҙелерлек кәмей.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Ломовка ауылы әүҙем үҫә. 50-се йылдар уртаһында клуб төҙөлә. 60-сы йылдарҙа яңы мәктәп бинаһы файҙаланыуға тапшырыла, китапхана ла үҙ ишектәрен аса. 70-се йылдарҙа яңы балалар баҡсаһы һәм ясле асыла. Фельдшер-акушер пункты ла үҙ клиенттарын ҡабул итә башлай.
1980—1990 йылдар эсендә Белорет металлургия комбинатының 16-сы цехынан алып Ломовка мәктәбенә тиклем юлға асфальт һалына, газ һәм һыу торбалары үткәрелә. Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлә.
Бөгөнгө көндә Ломовка ауылында 2659 кеше йәшәй.
Халыҡ ауыл хужалығы менен шөғөлләнә. Күпселек өлөшө Белорет металлургия комбинатында, Белорет ҡалаһының төрлө ойошмаларында эшләй.
Ломовка ҡасабаһы территорияһында төрлө формалағы милеккә ҡараған предприятие һәм ойошмалар үҙ эшмәкәрлеген алып бара.
Ҡасабала Сбербанк һәм почта бүлексәләре, ФАП, китапхана һәм клуб бар.
Рәсемдәр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 http://www.beladmin.ru/bash/munobor/selskie/detail.php?ID=19041(недоступная ссылка)
- ↑ 2,0 2,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |