Локус

Гендың хромосомала урынлашҡан ере

Локус (лат. locuslocus — урын) — хромосомала гендың урынлашҡан урыны. Хромосомала гендар бер-бер артлы линия яһап урынлашалар. Шуға ла ғалимдар хромосома карталары төҙөү идеяһына килгәндәр. Бер эләгешеү төркөмөндәге гендарҙың хромосомала урынлашыу тәртибен күрһәткән карталарҙы генетик карта тип атайҙар. Ундай карталарҙы кроссинговер һөҙөмтәһенән, гендар араһындағы рекомбинация осраҡтарынан сығып төҙөйҙәр. Бынан тыш хромососмаларҙың цитологик карталарын да төҙөйҙәр. Сөнки, генетик карталар гендарҙың урыны күрһәтһә лә, улар араһындағы алыҫлыҡты, хромосомалағы конкрет урынын күрһәтмәй.

Локус
Рәсем
 Локус Викимилектә
хромосоманың схемаһы:
(1) хроматида;
(2) центромера;
(3) ҡыҫҡа яурыны;
(4) оҙон яурыныны
22 -се номерлы кеше хромосомаһының цитологик картаһы

Шулай итеп, хромосоманың морфологик төҙөлөшөнә бәйле, гендарҙың урындары һәм алыҫлыҡтары күрһәтелгән карта цитологик карта тип атала.

Локус сиктәрендә ДНК-ың нуклеотидтар теҙмәһе аллель тип атала. Гомологик хромосомларҙың бер үк локусын биләгән гендар үҙ-ара аллель була. Улар гендың бер үк варианты (нуклеотидтар теҙмәһе тап килә) йәки төрлө варианты (нуклеотидтар теҙмәһе тап килмәй) булырға ла мөмкин[1]. Тәүге осраҡта, тап шул ген буйынса күҙәнәк гомозигота була. Ә икенсе осраҡта — гетерозигота.

Исемлеге

үҙгәртергә

Хромосоманың цитологик картаһында гендың локусын күрһәтеү миҫалы: «6p21.3».

Компоненты исемлеге Әһәмиәткә
6 Хромосома Номер.
p Хромосома яурынына: p (франц. petit) — ҡыҫҡа; q — оҙон.
21 2 өлкәгә, 1 бэнд.
.3 Суб-бэнд 3.

Бэндтар хромосоманы махсус буяуҙар ярҙамында эшкәрткәндән һуң (һүрәтләмәләр, төҫтәр, биҙәктәр барлыҡҡа килгәс) күренә.

Уларҙы центромеранан теломераға ҡарай номерлап сығалар. Суб-бэндтар һәм бик бәләкәй сегменттары үтә һиҙгер буяуҙар менән эшкәрткәндә генә күренә.

Хромосоманың оҙон яурынындағы гендарҙың локустары ла шундай уҡ ысул менән күрһәтеп билдәлелә. Мәҫәлән, «11q1.4-q2.1» генының локусы 11-се хромосоманың оҙон яурынында тигәнде аңлата. Урыны: Бенд 1 (суб-бэнд 4) менән Бенд (суб-бэнд 1) 2 араһында.

Хромосомаларҙың остарын «ptel» (ҡыҫҡа яурындың осо — теломеразаһы һәм «qtel» (оҙон яурындың осо — теломеразаһы («теломер»ҙан) тип билдәләйҙәр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Биологический энциклопедический словарь / Гл. ред. М. С. Гиляров. — М.: Сов. энциклопедия, 1986. — 831 с.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә