Ловеч
Ловеч[26] (иҫке. урыҫ. Ловча) (болг. Ловеч) — үҙәк Болгарияның төньяҡ өлөшөндәге ҡала, Ловеч өлкәһенең административ үҙәге.
Ловеч | |
Герб | |
Рәсми атамаһы | Ловеч[1] һәм Lovech[1] |
---|---|
Дәүләт | Болгария |
Административ үҙәге | Ловеч[d] һәм Ловечская область[d] |
Административ-территориаль берәмек | Ловеч[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Осым[d] |
Халыҡ һаны |
31 899 кеше (15 июнь 2024)[2], 39 439 кеше (15 июнь 2024)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 200 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Эрфурт[3][4], Рязань[5][6], Берат[d][7][8][9][…], Лотошино[d][10][11][12][…], Сыктывкар[13][14][15], Лаваль[d][16][17], Изяслав[d][18][19][20], Вальядолид[d][21], Османгази[d][22][23] һәм Колашин[d][24][25] |
Сиктәш | Габрово[d] |
Майҙан | 70,001 км² |
Почта индексы | 5500 |
Рәсми сайт | lovech.bg |
Яуаплы | Проект:Болгария[d][1] |
Урындағы телефон коды | 068 |
Категория для почётных граждан субъекта | Категория:Почётные граждане Ловеча[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Lovech[d] |
Ловеч Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәЛовеч Болгарияның төньяғында Дунайҙың таулы тигеҙлеге сигендә һәм Балҡан тауҙары алдында, Софиянан көнбайышҡа ҡарай 150 км, Трояндан төньяҡҡа ҡарай 30 км һәм Плевендан көньяҡҡа ҡарай 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала Осым йылғаһының ике ярында ла ята. Ҡаланың көнсығыш өлөшөн 250 метрлыҡ яҫы таулыҡ уратып ала, уның иң юғары нөктәһе — Стратеш тауы. Ҡаланың көньяҡ-көнбайыш өлөшөн Хисаря һәм Баш Бунар ҡалҡыулыҡтары уратып алған. Төньяҡ-көнбайышта рельеф яйлап күрше Плевен өлкәһенең тигеҙлегенә күсә. Ловечтың диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге 200 м тәшкил итә. Иң юғары нөктәһе — Акбаир убаһы, уның бейеклеге 450 м.
Ловечта матур парктар һәм ял итеү урындары күп. Стратеш паркында бик күп сирень ҡыуаҡтары үҫә, яҙ көнө уларҙың сәскә атыуын ҡаланың һәр нөктәһенән дә еңел күрергә була. Шуға күрә Ловечты йыш ҡына сирень ҡалаһы тип тә йөрөтәләр.
Тарихы
үҙгәртергәБоронғо тарихы
үҙгәртергәЛовеч — Болгарияның боронғо ҡалаларының береһе. Ҡаланың беренсе йәшәүселәре булып мельдтарҙың фракия ҡәбиләләре тора, улар беҙҙең эраға тиклемге 4-3 быуаттарҙа йәшәгән. Ловечтың тирә-яғында улар үҙҙәренең баш ҡалаһы — Мельтаға нигеҙ һалған.
Һуңыраҡ, Балҡанды Рим империяһы баҫып алғас, хәҙерге ҡала менән йәнәш хәрби гарнизон Президиум ойошторола, ул төп рим юлдарының береһендә мөһим стратегик урынды биләй.
Урта быуаттар
үҙгәртергәЭлекке рим ҡәлғәһе Хисаряла 1187 йылда Болгария һәм Византия араһында тыныслыҡ килешеүе төҙөлә, һәм рәсми рәүештә Болгарияның бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. XII быуатта Ловеч эре сауҙа үҙәге һәм Болгарияның иң билдәле ҡалаларының береһе була.
XIV быуат урталарында төрөк ябырылыуҙары. Ловечты ла урап үтмәй, оҙаҡ ваҡыт ҡаланың ҡалала төрөктәрҙең күсеп ултырыуы йәки болгар балаларын яңысар итеп алыу тураһында тыйыу буйынса айырым хоҡуҡтары булһа ла 1446 йылда иң һуңғы булып Хисаря ҡәлғәһе баҫып алына,
Ғосман осоро
үҙгәртергәXVI—XVII быуаттарҙа Ловеч ҡабаттан Болгарияның мөһим сауҙа үҙәге һәм иң бай ҡалаһы була, шуның өсөн уны 1520 йылда Алтан Ловеч (Алтын Ловеч) тип атайҙар .
1784 — тарихта ҡаланың иң ауыр йылы, ул төрөк армияһы тарафынан тулыһынса тиерлек яндырыла һәм емерелә. Шул саҡта 20000 ҡала халҡынан тик 4600 ғына тере ҡала.
1810 йылдың (иҫке ст.) 17 октябрендә 1806—1812 йылғы Рус-төрөк һуғышында Н.М. Каменсийҙың Дунай армияһы генерал М.С. Воронцовтың отряды Ловечты ала[27]. Бынан һуң төрөктәр ҡабаттан ҡаланы биләй һәм Ғосман-бейҙың 15 меңлек армияһы менән нығына. Н. Каменский генерал-майор Сен-При отрядына ҡабаттан Ловечты яуларғы бойороҡ бирә, был эш 1811 31 ғинуарында .башҡарыла. Операция бөйөк вәзир Әхмәт-бейгә көнбайыш Болгарияға һөжүм башлауға ҡамасаулай. Ловчаны алған генерал Михаил Воронцов, полковник Константин Полторацкий, подполковник Осип Второв, кенәз Федор Гагарин һәм башҡа рус хәрбиҙәре бүләкләнә. Рустар шул уҡ 1811 йылда Дунайға юллана һәм төрөктәр ҡаланы талай.
Ғосман империяһы хакимлығына ҡаршы революция ойошмалары булдырыу ваҡытында, Ловеч Йәшерен революция комитеты исеме аҫтында Василь Левскиның Эске революцион ойошмаһы операцияларының үҙәге була. Левски аҙаҡ Ловеч эргәһендәге ауылда тотола һәм һуңыраҡ Софияла аҫып үлтерелә. Ҡаланың иҫке өлөшөндә Василь Левски музейы урынлашҡан.
1872—1874 йылдарҙа К. Фичето тарафынан Осым йылғаһы аша күпер төҙөлә, ул архитектура ҡомартҡыһы булараҡ билдәлелек ала (1925 йылда күпер янғындан зыян күрә, ә 1931 йылда ул яңынан тергеҙелә, ә 1982 йылда архитектор К Златев етәкселегендә күпер реконструкциялана һәм яңыртыла)[28].
1877 йылдың 22 авгусында Ловечта азат итеү
үҙгәртергә1877—1878 йылдарҙа Рус-төрөк һуғышында рус армияһы ҡаланы ике тапҡыр азат итә: 1877 йылдың 5 июлендә (иҫке ст.) һәм 1877 йылдың 22 авгусында
1877 йылдың 5 июлендә Жеребков полкы отряды ҡаланы биләй. Ваҡытлы идаралыҡ ойошторола. Подполковник Баклановтың әҙ һанлы гарнизонының һәм 23-сө казактар полкы йөҙөнөң бергә бары тик ике орудиеһы ғына була. 1877 йылдың 15 июлендә Ғосман-паша ебәргән 4000 кеше пехота составында алты орудиеһы менән ҡоралланған Рифат-пашаның отряды Ловечты биләй. Бынан һуң ҡаланың һәм уның эргә тирәһендәге 1500 кешеһе төрөктәрҙең ятағанынан һәләк була. Рифат- паша Киримзитепдә (хәҙер Стратеш) бөтөн бер нығытма системаһы төҙөй. 17 августа генерал-майор А.К. Имеретинский (Багратион) етәкләгән рустарҙың эре көстәре Ловечҡа йүнәлә. Дошман нығытмаһын иҫәпкә алғанда, яҡынса 20 мең кешенән һәм 98 орудиенан торған рус ғәскәренең өҫтөнлөгө ҙур булмай. Дошмандың Рифат-паша етәкселегендә заманса уҡсылар һәм артиллерия менән ҡоралланған 15 меңлек гарнизоны була. 22 авгусында һөжүм ике колонна менән үткәрелә: һул колоннала генерал М.Д. Скобелев[29] һәм уң колоннала генерал В.М. Добровольский. Төрөк позицияларын төп һөжүмде башта 5000 һалдат, һуңынан 9000 һалдат менән Скобелев ойоштора. Төрөктәр 5200 кешеһен юғалтып, Ловченан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Рустарҙың юғалтыуы 1500 кеше тәшкил итә. Яуҙа бик күп болгарҙар һәләк була. Бөтә Калуга һәм Либава полктарының батальондары «1877 йылдың 22 авгусында Ловчаны алған өсөн» тигән яҙыу менән Георгий байраҡтары менән бүләкләнә[30]. Ловечты азат итеү хөрмәтенә төҙөлгән һәйкәлдәр һаны[31], аҡ[32] һәм Шуйский полкы[33] батальонының һәләк булған батырҙарына арналған ҡара һәйкәлдәрҙе индереп, 13-кә етә (икеһе лә Стратеш тауында)[34], бер нисә мәрмәр һәйкәл Ҡазан полкы яугирҙәренең туғандаш ҡәберлегендә, биш һәйкәл Сыр-Пазар үҙәгендә һәм Изге Троица сиркәүенең ихатаһында II-се Псков пехота полкы командиры полковник Кусовҡа һәйкәл. Уларҙы изгеләштереү 1879 йылдың 3 сентябрендә үткәрелә.
1983 йылда Варош кварталы (архитектура тарихи һәм тарихи ҡурсаулыҡ зонаһы) тергеҙелә[35]
1985 йылда Ловеч халҡы 49 мең кеше тәшкил итә , ҡала электротехник, ағас эшкәртеү, туҡыу, һәм күн емеш консервалау сәнәғәте үҙәге булып тора[36].
Сәнәғәте
үҙгәртергә- Спарки Элтос
Ҡала халҡы
үҙгәртергә
|
|
Ҡаланың билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Елисеев Алексей Станиславович, космонавт
- Рукавишников Николай Николаевич, космонавт
- Иванов Георгий Иванов, космонавт
- Анатас Иширков, ғалим, географ , этнограф
- Паренсов Петр Дмитриевич, генерал
- Куропаткин Алексей Николаевич, генерал
- Гембицкий Михаил Варфоломеевич, полковник
- Тутолмин Иван Федорович, генерал
- Маркус Борис Сергеевич, архитектор
- Димитр Мишев, академик
- Савельева Людмила Михайловна, актриса
- Касаткин Сергей, полковник
- Каница Феликс Филипп
- Йоргова Диана Христова, еңел атлет, Олимпия уйындары призеры, Европа чемпионы
Туғанлашҡан ҡалалар
үҙгәртергәСәйәси хәле
үҙгәртергәЛовеч общинаһының кметы (мэры) — Минчо Стойков Казанджиев (Болгар социалистик партияһынан (БСП)) һайлау һөҙөмтәләре буйынса община идаралығына һайланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 НСИ Националният регистър на населените места (болг.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 https://grao.bg/tna/t41nm-15-06-2024_2.txt
- ↑ http://www.erfurt.de/ef/de/rathaus/sv/partner/109291.html
- ↑ https://www.lovech.bg/bg/pobratimeni-gradove/erfurt-germaniya
- ↑ https://www.lovech.bg/bg/pobratimeni-gradove/ryazan-rusiya
- ↑ https://admrzn.ru/gorod-ryazan/mezhdunarodnye-svyazi/:5793
- ↑ http://www.lovechpress.info/index.php?option=com_content&task=view&id=9513&Itemid=47
- ↑ http://bashkiaberat.gov.al/?p=2366
- ↑ https://www.lovech.bg/bg/pobratimeni-gradove/berat-albaniya
- ↑ http://gplotoshino.ru/goroda-pobratimy/
- ↑ http://www.cidadesglocais.org/index.php?municipio=45#.Wf68g5Rb7Dc
- ↑ https://www.lovech.bg/bg/pobratimeni-gradove/lotoshino-rusiya
- ↑ http://www.cidadesglocais.org/index.php?municipio=45#.WgDEzYgxmHs
- ↑ http://сыктывкар.рф/administration/upravlenie-informatsii-i-organizatsionnoj-raboty/novosti/19945-stolitsu-komi-s-ocherednym-vizitom-posetit-delegatsiya-tajyuanya-pobratima-syktyvkara
- ↑ https://www.lovech.bg/bg/pobratimeni-gradove/siktivkar-rusiya
- ↑ http://www.laval.fr/la-ville/jumelages/lovetch-bulgarie-2195.html
- ↑ https://www.lovech.bg/bg/pobratimeni-gradove/laval-frantsiya
- ↑ Ізяслав поріднився з болгарським Ловечем
- ↑ Міста-побратими
- ↑ https://www.lovech.bg/bg/pobratimeni-gradove/izyaslav-ukrayna
- ↑ https://www.lovech.bg/bg/pobratimeni-gradove/valyadolid-ispaniya
- ↑ https://www.lovech.bg/bg/pobratimeni-gradove/osmangazi-bursa-turtsiya
- ↑ https://www.osmangazi.bel.tr/tr/osmangazi/kardes-sehirler
- ↑ https://www.lovech.bg/bg/pobratimeni-gradove/kolashin-cherna-gora
- ↑ https://opstinakolasin.me/kolasin-i-bugarski-grad-lovec-potpisali-sporazum-o-saradnji/
- ↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 285. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
- ↑ Ловча // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ Ҙур совет Энциклопедияһы Ежегодник, 1983 (в. 27). М., «советская энциклопедия», 1983. 215 стр.
- ↑
- ↑
- ↑ Шулай уҡ болғар ҡалаһының һәйкәл һәм ополчиндар бар, Ловеч аҫтында һуғыш ваҡытында һәләк булған Рус-төрөк һуғышында 1877-1878. Мәҫәлән һәйкәл Цачо Шишков, гражданин булыу — Ловеч герой.
- ↑ 7
- ↑ 9
- ↑
- ↑ 10
- ↑ Ловеч // большой энциклопедический словарь (2-ттары йылдар). / редколл., гл. ред. а. м. Прохоров. 1 шул. М., "советская энциклопедия", 1991. 722 стр.
- ↑ Народная республика Болгария // Административно-территориальное деление стран мира : справочник (урыҫ) — М.: Географгиз, 1952. — С. 15.
- ↑ 38,0 38,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-1998.txt
- ↑ 39,0 39,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-1999.txt
- ↑ 40,0 40,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2000.txt
- ↑ 41,0 41,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2001.txt
- ↑ 42,0 42,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2002.txt
- ↑ 43,0 43,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2003.txt
- ↑ 44,0 44,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2004.txt
- ↑ 45,0 45,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2005.txt
- ↑ 46,0 46,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2006.txt
- ↑ 47,0 47,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2007.txt
- ↑ 48,0 48,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2008.txt
- ↑ 49,0 49,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2009.txt
- ↑ 50,0 50,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2010.txt
- ↑ 51,0 51,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2011.txt
- ↑ 52,0 52,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2012.txt
- ↑ 53,0 53,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2013.txt
- ↑ 54,0 54,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2014.txt
- ↑ 55,0 55,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2015.txt
- ↑ 56,0 56,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2016.txt
- ↑ 57,0 57,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2017.txt
- ↑ 58,0 58,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2018.txt
- ↑ 59,0 59,1 https://www.grao.bg/tna/tadr-2019.txt
- ↑ 60,0 60,1 https://www.grao.bg/tna/t41nm-15-06-2020_2.txt
- ↑ 61,0 61,1 https://www.grao.bg/tna/tadr2020.txt
- ↑ 62,0 62,1 https://www.grao.bg/tna/t41nm-15-03-2021_2.txt
- ↑ 63,0 63,1 https://www.grao.bg/tna/t41nm-15-06-2021_2.txt
- ↑ 64,0 64,1 https://www.grao.bg/tna/t41nm-15-09-2021_2.txt
- ↑ 65,0 65,1 https://www.grao.bg/tna/t41nm-15.12.2021_2.txt
- ↑ 66,0 66,1 https://www.grao.bg/tna/t41nm-15-03-2022_2.txt
- ↑ 67,0 67,1 https://www.grao.bg/tna/t41nm-15-06-2022_2.txt
- ↑ 68,0 68,1 https://www.grao.bg/tna/t41nm-15-09-2022_2.txt
- ↑ 69,0 69,1 https://www.grao.bg/tna/t41nm-15-12-2022_2.txt
- ↑ 70,0 70,1 https://grao.bg/tna/t41nm-15-03-2023_2.txt
- ↑ 71,0 71,1 https://grao.bg/tna/isnt41nm-15-06-2023-2.txt
- ↑ 72,0 72,1 https://grao.bg/tna/isnt41nm-15-09-2023-2.txt
- ↑ 73,0 73,1 https://www.grao.bg/tna/t41nm-15-12-2023_2.txt
- ↑ 74,0 74,1 https://www.grao.bg/tna/t41nm-15-03-2024_2.txt
- ↑ Таблица на населението по постоянен и настоящ адрес област БЛАГОЕВГРАД община БАНСКО