Лобзин Владимир Семёнович

СССР ғалим-медигы, невропатолог, медицина фәнен һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, медицина хеҙмәте полковнигы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшм

Лобзин Владимир Семенович (28 сентябрь 1924 йыл10 октябрь 1993 йыл) — СССР-ҙың ғалим-медигы, невропатолог, медицина фәнен һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, медицина хеҙмәте полковнигы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984).

Лобзин Владимир Семёнович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 сентябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Тверь, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1993
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Һөнәр төрө невролог
Эш урыны С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Владимир Семенович Лобзин 1924 йылдың 28 сентябрендә Тверь ҡалаһында тыуған.

1942 йылдан 1947 йылға тиклем С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһының хәрби-диңгеҙ табиптарын әҙерләү факультетында уҡый һәм уны отличие менән тамамлай. 1947 йылдан 1964 йылға тиклем СССР Хәрби-медицина флотының хәрби-медицина частарында, шул иҫәптән Порт-Артурҙа хеҙмәт итә, С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһының етәксе составы факультетында нервы ауырыуҙары кафедраһында уҡый, Кронштадт һәм 1-се хәрби-диңгеҙ госпиталдәренең неврология бүлектәре начальнигы итеп тәғәйенләнә.

1964 йылдан С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһының нервы ауырыуҙары кафедраһында кесе уҡытыусы, уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, 1973 йылдан 1982 йылға тиклем — профессор һәм кафедра начальнигы урынбаҫары вазифаларында үҙенең ғилми-педагогик эшмәкәрлеген башлай. Педагогик эшмәкәрлеге менән бер рәттән 1973 йылдан 1982 йылға тиклем В.С. Лобзин СССР Хәрби-диңгеҙ флотының баш невропатологы була. 1982 йылдан 1993 йылға тиклем С.М. Киров исемендәге Ленинград табиптарҙың белемен камиллаштырыу институтының невропатология кафедраһы мөдире[1][2][3].

Неврология өлкәһендәге ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

В.С. Лобзиндың төп фәнни-педагогик эшмәкәрлеге хәрби неврология һәм невропатология өлкәһендәге мәсьәләләр менән бәйле була. В.С. Лобзин нервы системаһының нурҙан зарарланыуы һәм миастения, шулай уҡ периферик нервы системаһының ҡайһы бер ауырыуҙары ваҡытында бер нисә неврологик симптомды һәм синдромды тасуирлау инициаторы була.

1957 йылда В. С. Лобзин медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Клиника, терапия и некоторые вопросы патогенеза миастении» темаһына диссертация яҡлай, 1971 йылда медицина фәндәре докторлығына «Лучевое поражение нервной системы» темаһына диссертация яҡлай. 1973 йылда В. С. Лобзинға ғилми профессор исеме бирелә. В.С. Лобзин биш йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән егерме монография авторы була, улар араһында «Лечебно-диагностические пункции и блокады в невропатологии» (Л., 1973), «Аутогенная тренировка» (Л., 1986) бар. Уның тарафынан ундан ашыу фән докторы һәм утыҙ фән кандидаты әҙерләнгән. 1974 йылдан 1975 йылға тиклем В.С. Лобзин Советтар Союзында миастенияны өйрәнеү буйынса тәүге үҙәк ойоштора. 1984 йылда медицина өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн В.С. Лобзин РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

В.С.Лобзин 1993 йылдың 10 октябрендә вафат була, Санкт-Петербургтың Богословское зыяратында ерләнә[4].

Библиография

үҙгәртергә
  • Миастения. - Ленинград : Медгиз. Ленингр. отд-ние, 1960. - 156 с.
  • Лечебно-диагностические пункции и блокады в невропатологии / В. С. Лобзин, П. Е. Циновой. - Ленинград : Медицина. Ленингр. отд-ние, 1973. - 167 с.
  • Клиническая нейрофизиология и патология гипокинезии / В.С. Лобзин, А.А. Михайленко, А.Г. Панов. - Ленинград : Медицина. Ленингр. отд-ние, 1979. - 215 с
  • Менингиты и арахноидиты / В. С. Лобзин. - Л. : Медицина : Ленингр. отд-ние, 1983. - 191 с. :
  • Туннельные компрессионно-ишемические невропатии : Учеб. пособие для врачей-курсантов / В. С. Лобзин. - Л. : ЛенГИДУВ, 1984. - 21 с.
  • Диагностика и лечение миастении : (Учеб. пособие для врачей-курсантов) / В. С. Лобзин, Л. А. Сайкова, Л. А. Полякова. - Л. : ЛенГИДУВ, 1984
  • Этиотропное и патогенетическое лечение острых и хронических заболеваний нервной системы бактериальной и вирусной этиологии : Учеб. пособие для врачей-слушателей / В. С. Лобзин. - Л. : ЛенГИДУВ, 1985
  • Аутогенная тренировка : Справ. пособие для врачей / В. С. Лобзин, М. М. Решетников. - Л. : Медицина : Ленингр. отд-ние, 1986. - 278 с.
  • Туннельные компрессионно-ишемические невропатии / В. С. Лобзин, А. Р. Рахимджанов, Н. М. Жулев. - Ташкент : Медицина УзССР, 1988. - 231 с.: ISBN 5-638-00039-9
  • Травмы нервов / В. С. Лобзин, В. Б. Ласков, Н. М. Жулев. - Воронеж : Изд-во Воронеж. ун-та, 1989. - 189 с.: ISBN 5-7455-0170-7

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984)[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. - Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — С.273 — ISBN 5-02-026061-4
  2. Памятные даты военной медицины: справочник-указатель / Военно-медицинский музей М-ва обороны СССР. - Санкт-Петербург : Военно-медицинская акад. им. С. М. Кирова, 1991 г. — С.77
  3. Осетров Б. А., Сайкова Л. И., Жулев Н. М. Жизнь и деятельность В. С. Лобзина // Жури, невропатологии и психиатрии нм. С. С. Корсакова. 1996. Т. 96. № 2. С. 70—71
  4. Лобзин, Владимир Семёнович. Дата обращения: 23 сентябрь 2021.
  • Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. - Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — ISBN 5-02-026061-4
  • Знаменитые люди Санкт-Петербурга, 1703—2003: Биографический словарь / В. Д. Доценко. - 2. изд., испр. и доп. - СПб. : ДАРК, 2003 г. — 455 с. — ISBN 5-98004-004-8
  • Памятные даты военной медицины: справочник-указатель / Военно-медицинский музей М-ва обороны СССР. - Санкт-Петербург : Военно-медицинская акад. им. С. М. Кирова, 1991 г. — С.77