Литва талоны
Литва талондары, дөйөм талондар (рәсми булмаған исеме «вагноркалар») — Литвала башта параллель рәүештә, артабан совет һумы урынына түләү сараһы булараҡ индерелгән ваҡытлы аҡса.
Литва талоны | |
Дәүләт | Литва |
---|---|
Юрисдикция таралышы | Литва |
Алмаштырылған | Литва литы[d] |
Алыштырған | Совет һумы[d] |
Башланыу датаһы | 1991 |
Тамамланыу датаһы | 1993 |
Баһа | 1 Совет һумы һәм 0,01 Литва литы |
Литва талоны Викимилектә |
Исеме (лит. vagnorkės; икенсе исеме — žvėriukai — «хайуандар») 1991 йылдың 13 ғинуарынан 1992 йылдың 21 июленә тиклемге Литва премьер-министры Гедиминас Вагнорюстың фамилияһына бәйле.
1991 йылдың 5 авгусында әйләнешкә индерелә һәм 1992 йылдың 1 октябренән Литва Республикаһында берҙән-бер законлы түләү сараһы булараҡ ҡабул ителә. Шулай итеп, Литва һум зонаһынан сыға.
1991 йылғы талондар
үҙгәртергә«Вагноркаларҙа» Литва фаунаһы һүрәттәре урынлаштырылған (1991 йылғы):
- 1 — кеҫәрткеләр
- 3 — һоро селәндәр
- 5 — ыласын
- 10 — һыуһарҙар
- 25 — һеләүһен
- 50 — мышы
- 100 — зубр
Талондарҙың ваҡ аҡсалары сығарыла —талондың 0,50 һәм 0,10 өлөшө. Ҡабаттан сығарылған аҡсаларҙа ялған өсөн яза тураһында иҫкәртмә өҫтәлә һәм тағы ла бер ваҡ өлөш сығарыла — 0,20.
-
0,10 талон
-
0,20 талон
-
0,50 талон
-
1 талон
-
3 талон
-
5 талон
-
10 талон
-
25 талон
-
50 талон
-
100 талон
1992 йылғы талондар
үҙгәртергә1992 йылда яңы өлгөләре талон сығарыла. — һүрәттәре менән бәләкәй һәм башҡа размерҙа:
-
Талон 1
-
10 талон
-
50 талон
-
100 талон
-
200 талон
-
500 талон
1993 йылғы талондар
үҙгәртергә1993 йыл башындағы модификациялар:
- 200 — боландар
- 500 — бүреләр
-
200 талон
-
500 талон
«Вагноркалар» башҡарылыу яғынан ябайлығы һәм ялғандан яҡлау кимәленең түбәнлеге менән айырыла.
1993 йылдың 25 июнендә литтарҙы әйләнешкә индереү менән талондар 100 : 1 нисбәтендә алмаштырыла. Дөйөм талондар әйләнештә 1993 йылдың 20 июленә тиклем ғәмәлдә булалар.