Лисичанск ҡала төбәкте өйрәнеү музейы
Лисичанск ҡала төбәкте өйрәнеү музейы — (рус. Лисичанский городской краеведческий музей укр. Лисичанський міський краєзнавчий музей) - тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Луганск өлкәһе Лисичанск ҡалаһындағы өс музейың береһе. 1964 йылда штайгер мәктәбендә ойошторолған, ә 1991 йылда яңы бинаға - Ленин проспектындағы 94-се йортҡа күсерелгән. Музейҙа 6 экспозиция залы булдырылған[1]), фонд коллекцияһында 17 000-дән ашыу экспонат бар.
Лисичанск ҡала төбәкте өйрәнеү музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1964 |
---|---|
Дәүләт | Украина |
Административ-территориаль берәмек | Лисичанск[d] |
Урын | Лисичанск[d] һәм Луганск өлкәһе |
Адрес | проспект Перемоги, 94, Лисичанськ, Луганська область, Україна |
Лисичанск ҡала төбәкте өйрәнеү музейы Викимилектә |
Музейҙа тыуған яҡты өйрәнеү тематикаһына китап презентациялары, яҡташтар менән осрашыуҙар, хәтер кисәләре, экскурсиялар һәм народоведение дәрестәре, методик дәрестәр һәм клуб ултырыштары үткәрелә.
Музей экспонаттары
үҙгәртергәЛисичанскиҙың барлыҡҡа килеүе Донбасста ташкүмер сығара башлау менән бәйле. Бында йәшәгән һәм эшләгән ғалимдар, тикшеренеүселәр һәм инженерҙар араһында Лутугин Леонид Иванович, Менделеев Дмитрий Иванович, Тим Иван Августович һәм күп кенә башҡа билдәле кешеләр.
Уникаль экспонаттар араһында Ворошилов Климент Ефремовичтың әйберҙәрҙен айырып әтергә мөмкин : бөтәүле күмер киҫәгенән эшләнгән ваза, ҡыҙыл ағастан эшләнгән таяҡ, механик стена сәғәте, диңгеҙ сәғәте, пенал, ручка, пенсне, шкатулка.
«Украин йорто» стационар экспозицияһы нигеҙендә тематик кисәләр һәм методик дәрестәр үткәрелә.
Эш ваҡыты
үҙгәртергәШишәмбе — йома: 8:00 — 17:00
Шәмбе: 9:00 — 14:00
Ял көндәре: йәкшәмбе, дүшәмбе
Айҙың һуңғы йомаһы — санитар көн[2]
Галерея
үҙгәртергә-
М.Ломако
-
Экспонат
-
Экспонат
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Гости краеведческого музея 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Лисичанский городской краеведческий музей(недоступная ссылка)