Лина Элизабет Беклин (швед. Lina Elisabeth Bäcklin; 3 октябрь 1994 йыл, Евле, Швеция) — һаҡлау позицияһында уйнаусы швед хоккейсыһы. Бөтә карьераһын Швед ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының «Брюнес» клубында (SDHL) үткәрә. Карьераһын 2018 йылдың октябрь айында кадрҙар буйынса консультант булып эшләү өсөн тамамлай. Швеция милли йыйылма командаһы уйынсыһы, ике донъя чемпионатында (2013 һәм 2015 йылдарҙа) һәм 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында сығыш яһай. Милли команда өсөн 50-нән ашыу уйында уйнай. Швеция юниорҙар йыйылма командаһы составында 18 йәшкә тиклемге донъя чемпионатында (2010 һәм 2012) ике тапҡыр бронза призеры була. 2012 йылда үҫмерҙәрҙең Ҡышҡы Олимпия уйындарында хоккей турниры чемпионкаһы була.

Лина Беклин
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция[1]
Тыуған көнө 3 октябрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[2] (30 йәш)
Тыуған урыны Евле[d], Швеция
Һөнәр төрө хоккейсы
Командалағы уйын позицияһы һаҡсы[d]
Спорт командаһы ағзаһы Брюнес[d]
Масса 148 фунт
Спорт төрө Шайбалы хоккей[3]
Ударная рука левый[d]
Ҡатнашыусы 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары
Бейеклеге/буйы 169 сантиметр[4]

Биографияһы

үҙгәртергә

Лина Беклин Евле ҡалаһында тыуған. Линаның ағайҙары хоккей менән шөғөлләнгән, һуңынан Лина ла уларҙың миҫалына эйәрә. Лина 6 йәшендә йорттоң артҡы ихатаһында конькиҙа шыуа башлай, унда ҙур булмаған һырғалаҡ яһалған була. Беклиндар хоккей күнекмәләрен урындағы «Брюнес» клубы мәктәбендә үткәрә[5]. 2009/10 йылдар миҙгелендә, 15 йәшендә Лина, беренсе тапҡыр Рикссериенда — Швецияның төп ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында сығыш яһаусы төп командала ҡатнаша. Лина беренсе уйынында уҡ оборонала ышаныслы уйын күрһәтә. Чемпионат барышында ул 18 йәшкә тиклемге донъя чемпионатының Швецияның юниорҙар йыйылмаһына саҡырып алына. Беклин турнирҙы ыңғай файҙалы күрһәткес менән тамамлай һәм йыйылма командаға ике йыл рәттән бронза миҙалы яуларға ярҙам итә[6]. Киләһе миҙгелдә Лина тәүге тапҡыр «Брюнес» өсөн шайбалар индергәндә билдәләнә. Ул ҡабат юниорҙар донъя чемпионатында ҡатнаша. Линнея Хединменән бергә уҙ командаһында һаҡсылар араһында «плюс-минус» насар һөҙөмтәләр күрһәтеүгә ҡарамаҫтан, Беклин Швеция йыйылма командаһының иң яҡшы уйынсылары рәтенә инә. 2011/12 йылдар миҙгелендә ул өсөнсө юниорҙар донъя чемпионатында ҡатнаша, бында альтернатив капитан ролен башҡара. Линаның ышаныслы уйыны шведтарға ҡабаттан бронза миҙал яулауға булышлыҡ итә. Бер аҙна үткәс Беклин беренсе Ҡышҡы Олимпия үҫмерҙәр уйындарында хоккей турнирында уйнай. Швеция йыйылма командаһы бөтә м атчтарҙа ла ышаныслы еңеү яулай һәм бөтә Уйындарҙың чемпионы була. Лина 6 матчта уйнай, уларҙа 7 (2+5) мәрәй йыя[7].

2012/13 йылдар миҙгелендә Беклинды төп һаҡсы булараҡ, Швеция йыйылма командаһына даими саҡыра башлайҙар. 2013 йылдың апрелендә Оттавала үткән үҙенең беренсе донъя чемпионатында ҡатнаша. Лина биш уйында уйнай, файҙалылыҡтың нейтраль күрһәткесендә мәрәй йыя алмай. Киләһе миҙгелдә ул үҙенең һөҙөмтәһен күпкә яҡшырта, Швеция чемпионатында үҙ карьераһында беренсе тапҡыр 20-нән артыҡ мәрәй йыя. Беклин 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында Швеция йыйылма командаһынан ҡатнашыу өсөн һуңғы ғаризаға инә[8]. Турнирҙа швед ҡатын-ҡыҙҙары бронза өсөн көрәшә, әммә ҡалышып, өсөнсө урынды Финляндия йыйылма командаһы яулай[9]. 2014/15 йылдар миҙгелендә Беклиндың статистик күрһәткестәре кәмей: үҙенең карьераһында тәүге тапҡыр даими чемпионатты файҙалылыҡтың кире күрһәткесе менән тамамлай. Ул 2015 йылғы донъя чемпионатында ҡатнаша. Лина халыҡ-ара ҙур турнирҙарҙа һөҙөмтәле тапшырыу менән билдәләнеп, беренсе мәрәйен яулай. Беклин киләһе миҙгел алдынан «Брюнес» командаһының капитаны ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Чемпионат барышында Лина һуңғы тапҡыр Швеция йыйылмаһы өсөн сығыш яһай[10].

Киләһе ике миҙгелде Беклин үҙ командаһы һаҡсылары араһында насар күрһәткестәр менән тамамлай. 2018 йылдың октябрендә ул карьераһының тамамлауы тураһында иғлан итә. Ул карьераһын элегерәк туҡтатырға теләй, тик, уйынсылар етешмәү сәбәпле «Брюнесҡа» ярҙам итеү ниәтенән ҡала. Уйынсыларҙың хоккейҙан китеү сәбәбе финанс ауырлыҡтары менән бәйле була. Лина махсус курстар үтә һәм кадрҙар буйынса консультант булып эшкә урынлаша. Беклин әйтеүенсә, ул 2018 йылға тиклем үҙенең егете арҡаһында уйнай, сөнки ул уны тотороҡло финанс ярҙамы менән тәьмин итә[11].

Уйын стиле

үҙгәртергә

Лина Беклин бик шәп шыуыуы менән айырыла. Лина һөжүм итеүсе һаҡсы тип иҫәпләнә, ул күпселекте уйнатҡанда шайбаны ныҡ контролдә тота, команда буйынса партнерҙарына уңышлы гол индереү мәлдәрен тәьмин итә[12].

Статистика

үҙгәртергә
Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига И Г П О Штр +/− И Г П О Штр +/−
2009/10 Брюнес Рикссериен 28 0 5 5 32 13 2 0 0 0 0 0
2010/11 Брюнес Рикссериен 28 4 3 7 18 14 4 0 1 1 2 1
2011/12 Брюнес Рикссериен 25 1 5 6 6 5 4 1 2 3 2 0
2012/13 Брюнес Рикссериен 28 6 4 10 16 3 7 2 1 3 6 1
2013/14 Брюнес Рикссериен 28 5 18 23 38 10 2 0 2 2 0 -2
2014/15 Брюнес Рикссериен 27 5 8 13 38 -7 3 0 0 0 2 0
2015/16 Брюнес Рикссериен 36 4 8 12 34 -14 2 0 0 0 2 -1
2016/17 Брюнес SDHL 35 3 6 9 59 -11 2 0 0 0 2 0
2017/18 Брюнес SDHL 34 5 6 11 34 -23 2 0 0 0 0 -3
9 миҙгел Рикссериенда барлығы / SDHL 269 33 63 96 275 -10 28 3 6 9 22 -4

Халыҡ-ара

үҙгәртергә
Йыл Йыйылма команда Турнир Урын И Г. П. О Штр +/−
2010 Швеция (юниорҙар.) ЮЧМА (18)   6 0 0 0 14 1
2011 Швеция (юниорҙар.) ЮЧМА (18) 5 5 2 1 3 4 -4
2012 Швеция (юниорҙар.) ЮЧМА (18)   6 1 0 1 6 1
2012 Швеция (юниорҙар.) Үҫмерҙәрҙең олимпия уйындары (18)   6 2 5 7 0 16
2013 Швеция Донъя чемпионаты 7 5 0 0 0 0 0
2014 Швеция ОИ 4 6 0 0 0 0 2
2015 Швеция Донъя чемпионаты 5 4 0 1 1 0 0
Бөтәһе (юниор.) 23 5 6 11 24 14
Бөтәһе (төп.) 15 0 1 1 0 2

Мәғлүмәт буйынса: Eurohockey.com һәм Eliteprospects.com

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
Команда
Йыл Команда Ҡаҙаныштар
Клуб
2012, 2012 Швеция (юниорҙар.)   Юниор донъя чемпионатының бронза призеры (2)
2012 Швеция (юниорҙар.)   Үҫмерҙәр олимпия уйындары чемпионы

Рекордтары

үҙгәртергә
«Брюнес»
  • Иң күп штраф минуттары-Рикссериен / SDHL — 275

По данным: Eliteprospects.com

Швеция (до 18)
  • Юниорҙарҙың бер донъя чемпионатында иң күп штраф минуттары - "' 14 " (ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты 2010) (Элен Бенн һәм Клара Мирен менән бергә)

По данным: Eliteprospects.com

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Sports-Reference.com (ингл.)
  2. Lina Bäcklin // http://sok.se/idrottare/idrottare/l/lina-backlin.html
  3. https://www.eurohockey.com/player/504658-.html (ингл.)
  4. Olympedia (ингл.) — 2006.
  5. Lina Backlin (ингл.). sochi2014.ru.
  6. Championnats du monde 2009 des moins de 18 ans féminines (фр.). Hockeyarchives.info.
  7. Lina Bäcklin (ингл.). Eliteprospects.com.
  8. Möt OS-aktuella Lina Bäcklin(швед.). brynas.se.
  9. Женская сборная Финляндии вернулась на олимпийский пьедестал почета. nhlstars.kulichki.net.
  10. Lina Bäcklin(англ.). Eliteprospects.com.
  11. Brynäs Lina Bäcklin slutar med hockeyn – 24 år gammal(швед.). svt.se(3 октября 2018).
  12. Backlin to play at UMD (ингл.). worldwomen2013.com (9 апрель 2013).

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Профиль игрока (англ.). Eliteprospects.com.