Лимпо́по — Көньяҡ Африкалағы йылға.

Лимпопо
Лимпопо Мозамбикта
Лимпопо Мозамбикта
Характеристика
Оҙонлоғо 1750 км
Бассейн 440 000 км²
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Марико менән Крокодил
 · Урынлашыуы Витватерсранд
 · Бейеклеге 1800 м
 · Координаталар 24°11′28″ ю. ш. 26°52′14″ в. д.HGЯO
Тамағы Һинд океаны
 · Координаталар 25°12′09″ ю. ш. 33°30′53″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Һинд океаны

Илдәр Көньяҡ Африка Республикаһы КАР, Ботсвана Ботсвана, Зимбабве Зимбабве, Мозамбик Мозамбик
Лимпопо (Африка)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Лимпопо Викимилектә

География

үҙгәртергә

Йылғаның башы Көньяҡ Африка Республикаһы баш ҡалаһы Преториянан көньяҡтараҡ Витватерсранд тауҙарында (1800 м), Марико һәм Крокодил йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Үҙен үрге ағымында Могали тауҙары аша үтә. 1600 км үтеп һәм үҙенә күп ҡушылдыҡтар алып, Делагоа ҡултығынан төньяҡтараҡ Һинд океанына ҡоя.

Йылғала бер нисә тупһалар бар, ул зигзаг рәүештә бормаланып аға һәм Көньяҡ Африка Республикаһы, Ботсвана, Зимбабве һәм Мозамбик илдәре араһында тәбиғи сик барлыҡҡа килтерә.

Оҙонлоғо 1750 км, бассейнының майҙаны — 440 000 км². Төп ҡушылдығы — Элефантес йылғаһы. Йылғанан төньяҡ-көнсығыштараҡ Крюгер милли паркы урынлашҡан.

Нуанетси йылғаһы менән ҡушылған урындан алып Лимпопо суднолар йөрөшлө була башлай.

 
Лимпопо йылғаһы бассейны

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә