Лизогуб сиркәүе (Иаков сиркәүе) (укр. Лизогуб Церква (Яков Церква)) — Елецк монастырының Успение соборына төкәтеп төҙөлгән бина, казак полковнигы Лизогубтарҙың сиркәү-кәшәнәһе.

Лизогуб сиркәүе
укр. Церква Лизогуба
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Чернигов ҡалаһы
Архитектура стиле украинское барокко[d]
Карта

Вазифаһында булған саҡта Чернигов полковнигы Яков Лизогуб байтаҡ сиркәү төҙөй. 1698 йылда Елецк монастырының Успение соборында кәшәнә төҙөй башлай. Бында уны вафат булғас ерләйҙәр (1698 йылдың 19 авгусы), ә төҙөлөштө уның улы Ефим 1701 йылда тамамлай. 1701 йылдың сентябрендә үткән изгеләндереүҙән һуң, кәшәнә Иаков сиркәүе исемен ала. Артабан был ҡорам Лизогубтар ғаиләһенең кәшәнәһе була. Ғибәҙәттәр бында һирәк үтә. Унда бай монастырь ризницаһы һәм монастырь архивы менән китапхана урынлаша, 1869 йылдың 21 ғинуарында улар янғындан юҡҡа сыға.

Часовняһы сиркәүгә ҡағылышлы бик ипле төҙөлә — уның ҙурлығы ғибәҙәтхана янында урынлашҡан галерея дәүмәленә тап килә. Төҙөлөштөң ҡыйығы менән бергә бейеклеге ғибәҙәтхана стенаһының яртыһы тиерлек бейеклектә була. Хәҙер часовня өҫтөндә ике бейек булмаған барабан бар, элегерәк көнбайыш өлөшө өҫтөндә өсөнсөһө булған.

Һылтанмалар үҙгәртергә