Леши Равеса (алб. Ravesa Lleshi; 1 июнь 1976 йыл) — Албания дипломаты һәм халыҡ-ара хоҡуҡ өлкәһендә белгес, Албанияның БМО бүлексәһе һәм Женевалағы башҡа халыҡ-ара ойошмалар ҡарамағындағы Даими вәкиле.

Леши Равеса
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Албания
Тыуған көнө 1 июнь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (48 йәш)
Һөнәр төрө дипломат
Уҡыу йорто Тилбургский университет[d][1]
 Леши Равеса Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1976 йылдың 1 июнендә тыуа. Тилбург университетында халыҡ-ара һәм Европа хоҡуғын өйрәнә. Бер нисә йыл дауамында уның альма-матеры нәшер иткән «Tilburg Law Review» журналының баш мөхәррире була. 2003—2013 йылдарҙа Wolf Legal Publishers голланд нәшриәтендә мөхәрәррир булып эшләй. 2010—2014 йылдарҙа Тираналағы Нью-Йорк университетының албан филиалында лекциялар уҡый, бер үк ваҡытта урындағы иҡтисад һәм юридик консалтинг институтында консультант була[2].

2013 йылдың сентябрендә халыҡ-ара ойошмалар, халыҡ-ара хоҡуҡ һәм хәүефһеҙлек сәйәсәте буйынса сит ил эштәре министрының кәңәшсеһе була. Был вазифаны 2016 йылдың февраленә тиклем биләй, шунан һуң Европалағы хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма ҡарамағындағы Албанияның Даими вәкиллеге эштәрендә һәм Веналағы халыҡ-ара ойошмаларҙа ваҡытлыса вәкил булып китә[2].

2018 йылдың апрелендә Женевалағы БМО бүлексәһе һәм башҡа халыҡ-ара ойошмалар ҡарамағындағы Албанияның даими вәкиле вазифаһын ала. Уның төп эшенән тыш, Бөтә донъя интеллектуаль милек ойошмаһы менән бергә эш итеү инә. Мәҫәлән, 2019 йылда Леши был халыҡ-ара ойошманың Генераль директоры Фрэнсис Гарриға Албанияның Лиссабондың урындағы атамаларҙы һаҡлау һәм уларҙы халыҡ-ара теркәү тураһындағы килешеүенә ҡушылыуы тураһындағы документты тапшыра[2][3].

Инглиз һәм голланд телдәрендә[4] иркен һөйләшә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 https://www.unog.ch/unog/website/news_media.nsf/(httpNewsByYear_en)/CF19EC986DCEA3E4C125827100225D34?OpenDocument
  2. 2,0 2,1 2,2 NEW PERMANENT REPRESENTATIVE OF ALBANIA PRESENTS CREDENTIALS TO THE DIRECTOR-GENERAL OF THE UNITED NATIONS OFFICE AT GENEVA. www.unog.ch. Дата обращения: 23 март 2023. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:0» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  3. Албания стала 29-м членом Лиссабонского соглашения. 2019-02-08. wipo.int. Дата обращения: 23 март 2023.
  4. Bio | Permanent Mission of the Republic of Albania to the United Nations Office and other International Organizations in Geneva. www.ambasadat.gov.al. Дата обращения: 23 март 2023.