Леонова Надежда Сергеевна
Надежда Сергеевна Леонова (1929, Брянск губернаһы, СССР — 16 сентябрь 2013 йыл, Брянск өлкәһе, Рәсәй) — Брянск өлкәһенең Кокинский совхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Леонова Надежда Сергеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 август 1929 |
Тыуған урыны | Выгоничский район[d], Западная область[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 16 сентябрь 2013 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Кокино[d], Выгоничский район[d], Брянск өлкәһе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | һауынсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНадежда Сергеевна Леонова 1929 йылда Брянск өлкәһендә тыуған. «1941—1945 Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙәҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[1].
1961 йылда Кокинский совхоз-техникумы фермаһына һауынсы булып эшкә урынлаша. Үҙенә беркетелгән һыйырҙарҙан даими рәүештә һауымды арттырып ала: 1966—1969 йылда 3700-килограмдан алып 1970 йылда 4176 килограмға тиклем еткерә[2]. Һигеҙенсе биш йыллыҡ планын арттырып үтәй. 1967 йылда юғары күрһәткестәре өсөн ВДНХ-ның бронза миҙалы менән бүләкләнә , шулай уҡ «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙал менән бүләкләнә. Өлкә советы депутаты була[1]
СССР Юғары Советы Президиумының указы менән «1971 йылда юғары хеҙмәт күрһәткестәре өсөн» надежда Сергеевна Леоноваға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме тапшырыла[1].
1984 йылда пенсия йәшенә етһә лә, 1996 йылға тиклем эшләй — әммә инде ферма түгел[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Леонова Надежда Сергеевна (1929–16.09.2013) . Брянская областная научная универсальная библиотека им. Ф. И. Тютчева. Дата обращения: 23 март 2020.
- ↑ Леонова Надежда Сергеевна Герой Социалистического труда. Брянская область. Дата обращения: 23 март 2020.
- ↑ Выдающиеся люди поселения . Кокинская сельская администрация Выгоничского района Брянской области. Дата обращения: 23 март 2020.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Леонова Надежда Сергеевна // Блокнот агитатора. (Спец. вып.: Брянцы — Герои Советского Союза). — Брянск. —1971. — № 21-24. — С. 55-57.