Род Лейвер

Австралия тенниссыһы
(Лейвер, Род битенән йүнәлтелде)

Родни Джордж (Род) Лейвер (ингл. Rodney George "Rod" Laver; 9 август 1938 йыл) — Австралия тенниссыһы.

  • 11 тапҡыр Ҙур шлем турнирында яңғыҙ разрядта еңә, ике тапҡыр «Ҙур шлем» хужаһы (1962 йылда һәүәҫкәр һәм 1969 йылда профессиональ тенниссы булараҡ) һәм асыҡ эра башланғандан алып Ҙур шлем яулаған берҙән-бер тенниссы-ир-егет.
  • 1967 йылғы профессиональ Ҙур шлем хужаһы (АҠШ-тың профессионалдар өсөн Асыҡ Чемпионатында, Уэмбль Чемпионатында һәм Францияның профессионалдар өсөн асыҡ чемпионатында еңеүҙәр); 1963—1967 йылдарҙа дөйөм алғанда профессиональ Ҙур шлемдың 8 турнирында еңеүсе.
  • Ир-егеттәр һәм ҡатнаш парлы разрядта Ҙур шлем турнирҙарында 9 тапҡыр еңеүсе.
  • Австралия йыйылма командаһы составында биш тапҡыр Дэвис кубогы хужаһы (1959-1962, 1973)
  • 1981 йылдан Халыҡ-ара теннис даны залы ағзаһы.
Род Лейвер
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Австралия[1][2]
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Австралия
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Rodney George Laver
Тыуған көнө 9 август 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[3][4][5][…] (85 йәш)
Тыуған урыны Рокгемптон[d][3][6]
Һөнәр төрө теннисист
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1979
Спорт командаһы ағзаһы Сборная Австралии по теннису в Кубке Дэвиса[d][7]
Масса 68 килограмм
Спорт төрө теннис[8]
Одиночные матчи (в/п) 576–146[8]
Парные матчи (в/п) 238–77[8]
Рабочая рука леворукость[d][9]
Играющая рука леворукость[d][10]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 175 сантиметр
Победа 1969 Wimbledon Championships – men's singles[d]
Приз фонды 1 565 413 $
 Род Лейвер Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Родни Лейвер 1938 йылдың 9 авгусында Австралияның төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Квинсленд штатынының Рокхэмптон ҡалаһында тыуған. Атаһының малсылыҡ ранчоһында үҫә. Родтың атаһы, Рой, теннис уйнау менән мауыҡҡан ғаиләнән, ә әсәһе, Мельба Роффи, хатта турнирҙарҙа ҡатнаша[11]. Родни бик бәләкәй һәм сирләшкә булып тыуа, әммә ранчола ул сынығып үҫә. Урта мәктәпте иртә ташлай, сөнки теннис күнекмәләре уны нығыраҡ ылыҡтыра.

1966 йылда Лейвер ике йыл элек танышҡан Мери Бейсонға өйләнә. 1969 йыл аҙағында уларҙың беренсе балаһы тыуа.

1998 йылда Лейвер инсульт кисерә һәм саҡ яҡты донъя менән хушлашмай. Хәстәханала ете аҙна үткәреп, яңынан атларға, һөйләшергә өйрәнә һәм ғәҙәти тормошона ҡайта ала, дуҫтары менән теннис һәм гольф уйнауын дауам итә. Ул Карлсбадта (Калифорния штаты) йәшәй.

Спорт карьераһы үҙгәртергә

Һәүәҫкәр карьераһы үҙгәртергә

Лейверҙар ғаиләһе тотҡан теннис кортында урындағы кимәлдәге теннис ярыштары, шул иҫәптән Үҙәк Квинследтың үҫмерҙәр чемпионаты үткәрелә, ошонда финал уйындарының береһендә 13-йәшлек Род Лейвер өлкән ағаһы Боб менән осраша. Австралия гәзиттәренең береһе ойошторған спорт лагерында ял иткәнендә атаҡлы тренер һәм теннис буйынса Австралия йыйылма командаһы капитаны Гарри Хопман уға иғтибар итә. Хопман уға «Ракета» тигән тигән ҡушамат та тағып ҡуя — ысынлап та, Род кортта бик үк етеҙ хәрәкәт итмәһә лә, һирәк осрай торған ныҡышмалылығы менән айырылып тора.

1956 йылда ун ете йәшлек Лейверҙың Ҙур шлем турнирында дебюты була. Австралия чемпионатында икенсе түңәрәккә үтә, ә башҡа турнирҙарҙа беренсе уйында уҡ еңелә, шул уҡ ваҡытта Уимблдон турнирында үҫмерҙәр араһында ярыштар финалына тиклем барып етә[12], ә АҠШ чемпионатында үҫмерҙәр турнирында еңеүсе була. 1957 йыл башында үҙенең үҫмерҙәр араһындағы титулына үҫмер егеттәр араһында Австралия чемпионы исемен дә өҫтәй.

1959 йылда Лейвер, Австралия чемпионатында ир-егеттәр араһында парлы разрядта һәм Уимблдонда парлы ҡатнаш разрядта еңеү яулап, Ҙур шлем турнирҙарында үҙенең тәүге өлкәндәр титулдарын алыуға өлгәшә. 1959 йылда Уимблдон турнирында ул шулай уҡ Ҙур шлем турнирында яңғыҙ разрядта беренсе финал уйындарына барып етә, ә Дэвис кубогында Австралия командаһы менән бергә еңеүгә тиклемге юлды үтә. Дэвис кубогы финалына табан юлда ул туғыҙ осрашыуҙың етеһендә ота, ә финалда, Лейвер ике уйынында ла оттороуға ҡарамаҫтан, Австралия командаһы еңеү яулай.

1960 йылда Австарлияла яңғыҙ разрядта Ҙур шлем турнирында үҙенең тәүге еңеүсе титулын яулай. Шулай уҡ ир-егеттәр парында һәм микста Ҙур шлем турнирында берәр тапҡыр ота, ә йыл аҙағында Австралияның йыйылма командаһы составында Дэвис кубогы хужалары булыуҙарын ышаныслы рәүештә иҫбатлай. Киләһе йылда ул Ҙур шлем турнирҙарында дүрт тапҡыр еңә (Уимблдонда ир-егеттәр яңғыҙ разрядында, Австралияла ир-егеттәр парында һәм Франция чемпионатында ир-егеттәрҙең парлы һәм ҡатнаш разрядтарында) һәм өсөнсө тапҡыр рәттән йыйылма команда менән Дэвис кубогында еңә. Ул йылда Лейвер Ҙур шлем турнирҙарында яңғыҙ разрядта ярымфиналға тиклем барып етә, әммә төп уңыштары алда көтә уны.

1962 йылда Лейвер тарихта икенсе булып (24 йыл элек ошондай уҡ уңышҡа өлгәшкән Дон Бадж кеүек) яңғыҙ ир-егеттәр разрядында Ҙур шлем яулай. Дүрт финал уйынында ла ватандаштары-австралиялылар уға ҡаршы уйнай, өҫтәүенә дүрт уйындың өсөһөндә бер үк көнәркәше — Рой Эмерсон була. Шул йылда ғына Лейвер һәүәҫкәр теннис өсөн рекорд һанында — 21 еңеү яулай, шул иҫәптән өсәүһе уның өсөн уңайһыҙ булған тупраҡ менән ҡаплатылған кортта үтә — Франция, Германия һәм Италия чемпионаттары. Уимблдонда, финалда дәғүәсеһенә биш геймды оттороһа ла, ете матчта тик бер сетты ғына юғалта. Һәүәҫкәр тенниста уға тиңдәрҙең булмауын иҫбатлап, йыл аҙағында профессионалдар сафына баҫа һәм турнела ҡатнашыуға дөйөм суммаһы 50 мең фунт стерлинг торған контрактҡа ҡул ҡуя.

Профессиональ карьераһы үҙгәртергә

1963 йылдың беренсе яртыһында профессиональ теннисҡа унан алдараҡ килгән ватандаштары менән профессиональ турнела ҡатнашыу Лейвер өсөн бик ауыр була. Ул тәүге һигеҙ матчта Лью Хоудтан, 13 матчтың 11-ендә — Кен Розуоллдан еңелә. Әммә йыл аҙағына ул профессиональ турнирҙа өс тапҡыр еңә һәм миҙгелде, Розуоллдан ғына ҡалышып, профессионалдар араһында икенсе ракетка сифатында тамамлай.

Артабанғы дүрт йылда Лейвер, «профессиональ Ҙур шлем» турнирҙарында 12 титулдың 8-ен яулап, профессиональ тенниста алда бара. 1967 йылда ул бөтә өс төп профессиональ турнирҙа еңә — Франция, АҠШ һәм Уэмбль чемпионаттарында. Артабанғы йыл Асыҡ дәүерҙең башы булып тора, Лейвер, «Garros Roland» финалына етеп һәм Уимблдонда отоп, Ҙур шлем турнирҙарына ҡайта.

1969 йылда Лейвер, Асыҡ дәүерҙә беренсе һәм иң һуңғыһы булып, яңғыҙ ир-егеттәр разрядында Ҙур шлемды отоуға өлгәшә. Ул шулай уҡ тенниссылар тарихында ике тапҡыр яңғыҙ разрядта Ҙур шлемды отоуға өлгәшкән берҙән-бер теннисы булып ҡала (Маргарет Смит-Корт бер тапҡыр яңғыҙ разрядта һәм бер тапҡыр микста Ҙур шлем яулай). Бер йыл эсендә ул үҙе ҡатнашҡан 32 турнирҙың етеһендә ота, бер миҙгелдә еңеүҙәр һәм еңелеүҙәр балансы 106-16-ға тигеҙ була. Шунан һуң ул тағы ла дүрт тапҡыр Ҙур шлем турнирҙары финалына сыға (бер тапҡыр яңғыҙ разрядта һәм өс тапҡыр ир-егеттәр парлы разрядында), ләкин бер генә тапҡыр еңеүгә өлгәшә. 1971 йыл аҙағына Лейвер тенниссылар тарихында карьераһы өсөн приздарының хаҡы миллион долларҙан ашып киткән беренсе тенниссы була. 1973 йылда, Дэвис кубогында профессионалдарҙың ҡатнашыуын сикләүҙәр алып ташланғас, ул ҡабаттан Австралия йыйылма командаһы составына индерелә, һәм, Кливленд ҡалаһында финалда йыйылма командаһы менән бергә АҠШ командаһын еңеп, бишенсе тапҡыр Дэвис кубогын яулай. Шулай уҡ ул австралиялыларға тағы ла өс тапҡыр (1972, 1974 һәм 1975 йылдарҙа) Донъя кубогын оторға ярҙам итә, был ярыштарҙа, нигеҙҙә, Австралия менән АҠШ командалары үҙ-ара алыша. 1976 йылда ул World Neam Tennis профессиональ команда лигаһы уйындарында ҡатнаша һәм 38 йәштә «йылдың иң яҡшы яңы уйынсыһы»[13] булып таныла.

Лейвер 1977 йылға тиклем сығыш яһай, карьераһы барышында 184 титул яулай (уларҙың 47-һе төрлө кимәлдәге профессиональ турнирҙарҙа). Беренсе донъя һуғышынан һуңғы осорҙа ул дүрт тапҡыр рәттән (1961, 1962, 1968 һәм 1969 йылдарҙа, профессиональ булараҡ, уны ҡатнашыуға индермәгән биш йылдан башҡа) Уимблдон турнирында еңгән тәүге тенниссы булып таныла, һәм бер рәттән отҡан матчтар һаны буйынса яңы турнир рекорды ҡуя — 31 матчта (1980 йылда Бьорн Борг был рекордты уҙып китә). Яңғыҙ разрядта Ҙур шлем турнирында еңгән ир-егеттәр араһында Лейвер Роджер Федерер, Пит Сампрас, Рой Эмерсон һәм Новак Джоковичтарҙан һуң бишенсе урынды биләй, ә Ҙур шлем турнирҙарында яуланған титулдарҙың дөйөм һаны буйынса бишенсе урынды уртаҡлаша. Ул 1975 йылға, 37 йәше тулғанға тиклем донъяның иң яҡшы ун тенниссыһы иҫәбендә була.

Уйын стиле үҙгәртергә

Род Лейвер, ғәмәлдә — күп ҡырлы теннис уйыны оҫтаһы. Уңайлы көндәрҙә ул теләһә ниндәй дәғүәсеһен физик йәһәттән генә түгел, ә тактик яҡтан да оторға һәләтле була. Ул тенниссыларҙан беренсе булып топ-спин алымын ҡуллана башлай. Карьераһы башланған ғына саҡта, уның икенсе һуғыуы етерлек дәрәжәлә көслө түгел, ә селтәр янындағы уйыны хәүефле һәм бик үк теүәл түгел, тигән фекерҙәрҙе әйтеүселәр ҙә була. Әммә ныҡышмалы хеҙмәте уға уйындағы айырым етешһеҙлектәрен еңергә ярҙам итә[14].

Карьераһы сәскә атҡанда Лейвер селтәргә теүәл яҡынлашып уйнауҙы, төрлө алымдар ҡулланып һуғыуҙарҙы һәм нескә ҡыҫҡа һуғыу төрөн күрһәтә. Топ-спинды ул асыҡ ракетка һуғыуҙарында ла, бекхэнда ла һәм хатта шәм һуғыуында ла ҡуллана, 70-се йылдарҙа уның башҡарыуындағы шәм һуғыуын ҡабатлаусылар байтаҡ була. Сыҙамлылығы һәм теләһә ниндәй көнәркәшенә яраҡлаша алыуы менән уның уйыны айырылып тора. Шуға ла ул оҙайлы, иллешәр сетлыҡ алыштарҙа ла еңеп сыға.

Ҡаҙаныштарын таныу үҙгәртергә

1970 йылда Лейвер теннистағы ҡаҙаныштары өсөн Британия империяһы ордены ағзаһы итеп үрләтелә. 1981 йылда уның исеме Халыҡ-ара теннис даны залы исемлегенә, ә дүрт йылдан һуң — Австралияның Спорт даны залы исемлегенә индерелә. 2000 йылда теннис буйынса Австралияның Асыҡ чемпионатын үткәреү урыны булып хеҙмәт иткән «Мельбурн Парк» теннис стадионының үҙәк корты Лейвер хөрмәтенә уның исеме менән атала. 2002 йылда уға «Австралия спорты легендаһы»[15]. титулы бирелә. Родь Лейвер хөрмәтенә күк йөҙөндә астероид (12542) Лейвер[16][17]) исеме менән атала.

Ҙур шлем турнирҙарының финал уйындарында ҡатнашыу (32) үҙгәртергә

Яңғыҙ разрядта (17) үҙгәртергә

Еңеүҙәр (11) үҙгәртергә

Йыл Турнир Финалдағы дәғүәсеһе Финалдағы иҫәп
1960 Австарлия чемпионаты   Нил Фрейзер 5-7, 3-6, 6-3, 8-6, 8-6
1961 Уимблдон турниры   Чак Мак-Кинли 6-3, 6-1, 6-4
1962 Австарлия чемпионаты (2)   Рой Эмерсон 8-6, 0-6, 6-4, 6-4
1962 Франция чемпионаты   Рой Эмерсон 3-6, 2-6, 6-3, 9-7, 6-2
1962 Уимблдон

турниры (2)

  Мартин Маллиган 6-2, 6-2, 6-1
1962 АҠШ

чемпионаты

  Рой Эмерсон 6-2, 6-4, 5-7, 6-4
1968 Уимблдон турниры (3)   Тони Роч 6-3, 6-4, 6-2
1969 Австралияның

Асыҡ
чемпионаты (3)

  Андрес Химено 6-3, 6-4, 7-5
1969 ОФранцияның

Асыҡ
чемпионаты (2)

  Кен Розуолл 6-4, 6-3, 6-4
1969 Уимблдон

турниры (4)

  Джон Ньюкомб 6-4, 5-7, 6-4, 6-4
1969 АҠШ-тың

Асыҡ
чемпионаты (2)

  Тони Роч 7-9, 6-1, 6-2, 6-2

Еңелеүҙәр(6) үҙгәртергә

Йыл Турнир Финалда дәғүәсеһе Финалдағы иҫәп
1959 Уимблдон

турниры

  Алекс Ольмедо 4-6, 3-6, 4-6
1960 Уимблдон турниры (2)   Нил Фрейзер 4-6, 6-3, 7-9, 5-7
1960 АҠШ чемпионаты   Нил Фрейзер 4-6, 4-6, 7-9
1961 Австралия чемпионаты   Рок Эмерсон 6-1, 3-6, 5-7, 4-6
1961 АҠШ чемпионаты (2)   Рок Эмерсон 5-7, 3-6, 2-6
1968 Францияның асыҡ чемпионаты   Көн Розуолл 3-6, 1-6, 6-2, 2-6

Ир-егеттәр парлы разрядта (10) үҙгәртергә

Еңеүҙәр (6) үҙгәртергә

Йыл Турнир Партнёр Финалда дәғүәселәре Финалда иҫәп
1959 Австралия чемпионаты   Боб Марк   Дон Кэнди

  Боб Хоу

9-7, 6-4, 6-2
1960 Австралия

чемпионаты 2)

  Боб Марк   Нил Фрейзер

  Рой Эмерсон

1-6, 6-2, 6-4, 6-4
1961 Австралия чемпионаты (3)   Боб Марк   Мартин Маллиган

  Рой Эмерсон

6-3, 7-5, 3-6, 9-11, 6-2
1961 Франция Фчемпионаты   Рой Эмерсон   Боб Марк

  Боб Хоу

3-6, 6-1, 6-1, 6-4
1969 Австралияның Асыҡ чемпионаты (4)   Рой Эмерсон   Кен Розуолл

  Фред Столл

6-4, 6-4
1971 Уимблдон турниры   Рой Эмерсон   Деннис Ралстон

  Артур Эш

4-6, 9-7, 6-8, 6-4, 6-4

Еңелеүҙәр (4) үҙгәртергә

Йыл Турнир Партнёр Финалдағы дәғүәселәр Финалдағы иҫәп
1959 Уимблдон турниры   Боб Марк   Нил Фрейзер

  Рой Эмерсон

6-8, 3-6, 16-14, 7-9
1960 АҠШ чемпионаты   Боб Марк   Нил Фрейзер

  Рой Эмерсон

7-9, 2-6, 4-6
1970 АҠШ-тың

Асыҡ
чемпионаты (2)

  Рой Эмерсон   Пьер Бартес

  Никола Пилич

3-6, 6-7, 6-4, 6-7
1973 АҠШ-тың Асыҡ

чемпионаты (3)

  Кен Розуолл   Оуэн Дэвидсон

  Джон Ньюкомб

5-7, 6-2, 5-7, 5-7

Ҡатнаш парлы разряд (5) үҙгәртергә

Еңеүҙәр (3) үҙгәртергә

Йыл Турнир Партнёр Финалдағы дәғүәселәр Финалдағы иҫәп
1959 Уимблдон турниры   Дарлин Хард   Мария Буэно

  Нил Фрейзер

6-4, 6-3
1960 Уимблдон   Дарлин Хард   Мария Буэно

  Боб Хоу

6-4, 6-3
1961 Франция

чемпионаты

  Дарлин Хард   Вера Пужейова-Сукова

  Иржи Яворский

6-0, 2-6, 6-3

Еңелдеүҙәр (2) үҙгәртергә

Йыл Турнир Партнёр Финалда дәғүәсеһе Финалдағы иҫәп
1959 Австралия чемпионаты   Шурман Ренне   Рейнольдс Нг

  Марк Бобров

6-4, 11-13, 1-6
1959 Франция чемпионаты   Шурман Ренне-Хейгарт   Йол Рамирес

  Найти Уильям

4-6, 4-6

Яңғыҙ разрядта карьера өсөн үҙәк турнирҙарҙа ҡатнашыу статистикаһы үҙгәртергә

Турнир 1956 1957 1958 1959 1960 1961 1962 1963 1964 1965 1966 1967 1968 1969 1970 1971 1972 1973 1974 1975 1976 1977 Итого
Ҙур шлем
Австралияның

(Асыҡ) чемпионаты

П Ф П Профессионал НУ П НУ НУ НУ НУ НУ НУ НУ 3 / 9
Францияның

(Асыҡ) чемпионаты

НУ НУ 1/2 П Ф П НУ НУ НУ НУ НУ НУ НУ НУ 2 / 7
Уимблдон

турниры

НУ Ф Ф П П П П 1/4 НУ НУ НУ НУ НУ 4 / 11
АҠШ-тың

(Асыҡ) чемпионаты

НУ 1/4 Ф Ф П П НУ НУ НУ НУ 2 / 10
Профессиональ Ҙур шлем
Фпанция

чемпионаты (профессионалдар)

Любитель Ф Ф Ф Ф П Открытая эра 1 / 5[18]
Уэмбли

чемпионаты

1/4 П П П П 4 / 5[19]
АҠШ чемпионаты (профессионалдар) Ф П Ф П П 3 / 5[20]

Дэвис кубогының финал уйындарында ҡатнашыусылар (5) үҙгәртергә

Еңеүҙәр (5) үҙгәртергә

Йыл Урын Команда Финалдағы дәғүәсеһе Иҫәп
1. 1959   Нью-Йорк  Ҡалып:DavisАвстралия
Р. Лейвер, Н. Фрейзер, Р. Эмерсон
Ҡалып:Davis
Б. Бухгольц, Б. Маккей, А. Ольмедо
3-2
2. 1960   Сидней  Ҡалып:DavisАвстралия

Р. Лейвер, Н. Фрейзер, Р. Эмерсон

 Ҡалып:DavisИталия

Н. Пьетранджели, О. Сирола

4-1

3. 1961   Мельбурн  Ҡалып:DavisАвстралия

Р. Лейвер, Н. Фрейзер, Р. Эмерсон

 Ҡалып:DavisИталия

Н. Пьетранджели, О. Сирола

5-0

4. 1962   Брисбен  Ҡалып:DavisАвстралия

Р. Лейвер, Н. Фрейзер, Р. Эмерсон

 Ҡалып:DavisМексика

Р. Осуна, Т. Палафокс

5-0

5. 1973   Кливленд  Ҡалып:DavisАвстралия

Р. Лейвер, Д. Ньюкомб

 Ҡалып:DavisСША

Э. ван Диллен, Т. Горман, С. Смит

5-0

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. http://espn.go.com/tennis/story/_/id/12149924/roger-federer-records-1000th-career-match-win-claims-brisbane-international-title
  2. http://espn.go.com/tennis/story/_/id/8628923/mary-laver-wife-tennis-great-rod-laver-dies-84
  3. 3,0 3,1 Tingay L. 100 years of Wimbledon (ингл.)London Borough of Enfield: Guinness Superlatives, 1977. — P. 200.
  4. http://www.nndb.com/lists/504/000063315/
  5. Rod Laver // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. http://www.smh.com.au/rugby-league/league-news/beetson-farewelled-with-tears-and-cheers-20111208-1om3d.html
  7. Collins B. The Bud Collins History of Tennis (ингл.): An Authoritative Encyclopedia and Record Book — 2 — NYC: New Chapter Press, 2010. — P. 601. — ISBN 978-0-942257-70-0
  8. 8,0 8,1 8,2 сайт ATP
  9. Tingay L. 100 years of Wimbledon (ингл.)London Borough of Enfield: Guinness Superlatives, 1977. — P. 201.
  10. сайт ITF
  11. Род Лейвер во Всемирной Биографической энциклопедии (инг.)(инг.)
  12. Род Лейвер на сайте Уимблдонского турнира (инг.)(инг.)
  13. Основные вехи карьеры на сайте АТР (инг.)(инг.)
  14. Joel Drucker. Laver's brilliance and work ethic made him one of the greatest (ингл.). ESPN (8 май 2008). Дата обращения: 6 март 2011. Архивировано 11 март 2012 года.(инг.). ESPN (May 8, 2008). Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 март 2012. 6 март 2011 тикшерелгән.
  15. Род Лейвер 2011 йыл 25 февраль архивланған. на сайте Зала спортивной славы Австралии (инг.)(инг.)
  16. Schmadel, Lutz D. Dictionary of Minor Planet Names. — Fifth Revised and Enlarged Edition. — B., Heidelberg, N. Y.: Springer, 2003. — P. 785. — ISBN 3-540-00238-3.
  17. Ҡалып:Sbdb(англ.)
  18. Результаты матчей чемпионата Франции среди профессионалов 2011 йыл 28 июль архивланған. на сайте Grand Slam Tennis (инг.)(инг.)
  19. Результаты матчей чемпионата Уэмбли 2009 йыл 10 сентябрь архивланған. на сайте Grand Slam Tennis (инг.)(инг.)
  20. Результаты матчей чемпионата США среди профессионалов 2009 йыл 27 сентябрь архивланған. на сайте Grand Slam Tennis (инг.)(инг.)

Һылтанмалар үҙгәртергә