Латыш исемдәре
Латыш исемдәре — латыштар араһында һәм Латвия территорияһында таралған исемдәр. Европа халыҡтарының күпселек вәкилдәренең исемдәренә хас булғанса, латыш исемдәре ике төп элементтан: шәхси исеме һәм фамилияһынан тора. Ғәҙәттә, исемде фамилия алдынан яҙалар; кире тәртибе тулыһынса тиерлек алфавит буйынса тәртипкә килтерелгән исемлектәрҙә һәм белешмәләрҙә (шул иҫәптән классик энциклопедия мәҡәләләре башында) ҡулланыла. Был ике компоненттан тыш бер йәки, һирәгерәк, бер нисә «уртаса исем» ҡулланыла. Латыштар атаһының исемен ҡулланмай, әммә йыш ҡына латыштар хаҡындағы рус телле сығанаҡтарҙа (Ва́лдис Эйженович (Евге́ньевич) Пельш, Ла́йма Станисла́вовна Ва́йкуле һ . б.) ҡулланыла. Латыш халҡының төрлө тарихи үҫеш осорҙарында латыш исемдәре мөһим үҙгәрештәр кисергән. Рус телле латвийлыларҙың исем традициялары ысын латыштарҙыҡынан айырылғанын иҫәпкә алырға кәрәк, һәм бер нисә суд дәғүәһенән һуң, бойондороҡһоҙ Латвия ҡануниәте быны танырға мәжбүр була[1], һәм хәҙер паспортта үҙ фамилияһын һәм атаһының исемен тарихи яҙыу (латиница) менән күрһәтергә мөмкинлек биргән мәжбүри булмаған графа бар.
Латыш исемдәре | |
Әҫәрҙең теле | Латыш теле |
---|---|
Был исемлектә | исем[d] |
Исемлеккә ҡараған категория | Категория:Латышские имена[d] |
Мәжүси һәм христиан исемдәре
үҙгәртергәЫсын латыш исемдәренә һәм башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән исемдәргә: немец, швед, поляк исемдәренә бүленә.
Килеп сығышы буйынса латыш исемдәре уны йөрөтөүсем кешенең дәрәжәһенә ҡылыҡһырлама бирә: Мирдза (латыш. mirdzēt — ялтырау), Дзинтарс (латыш. Dzintars — гәрәбә), Дзидра (латыш. dzidrs — сағыу, үтә күренмәле, саф), Илга (латыш. ilgas — хыял), Лига (латыш. liegs — наҙлы, еңел). Латыштарҙың сағыштырмаса һуң христианлашыуы латыш мифологияһы менән бәйле бер нисә исемдең һаҡланып ҡалыу мөмкинлеген биргән — Лайма (латыш. Laima) — бәхет алиһәһенең исеме. Билдәле бәйләнеш — Ышаныс, Өмөт, Мөхәббәт — латыш телендә шулай яңғырай: Тициба (латыш. Ticība), Цериб (латыш. Cerība), Милестиба (латыш. Mīlestība).
Исем һайлауҙа латыштарҙың дини традицияһы, нигеҙҙә, лютеранлыҡ һәм, бер аҙ, католицизм ҙур роль уйнай. Христиан дине таралыу менән бергә (XIII быуаттан башлап) Латвияға һәм латыш теленә күп европа (нигеҙҙә) христиан исемдәре эләккән. Латыш ерлегендә улар үҙенсәлекле яңғырашҡа эйә — Екаб (Яков), Кристап (Христофор), Кришьян (Христиан), Язеп (Иосиф), Даце (Доротея), Илзе (Елизавета).
Исемдәрҙең һәм фамилияларҙың ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ формалары
үҙгәртергәРус теле кеүек,латыш теле яҡшы үҫешкән род категорияһын һаҡлай, һәм был исемдәрҙә һәм фамилияларҙа сағылыш таба. Латыш ир-ат исемдәренең типик үҙенсәлеге — -с (- 's) (Айварс), -ис (Илгонис) йәки -ул (Эджус; әлеге ваҡытта бындай ялғаулы исемдәр һирәк) ялғауҙары; башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән исемдәрҙә лә бындай ялғауҙар бар — Андрейс, Якобс. Латыш фамилиялары, урыҫтарҙыҡы кеүек, ғаилә ағзаһының енесенә ҡарап, ике формалы (Иванов — Иванова менән оҡшашлыҡ буйынса Озолс — Озола). Был һыҙаттар балт-славян халҡын бөтә ғаилә ағзалары ла фамилияның бер формаһына ғына эйә фин-уғыр һәм герман халыҡтарынан айыра[2]. Рус телендәге кеүек үк, ҡайһы бер фамилиялар, уны йөрөтөүселәрҙең енесенә бәйле үҙгәрмәй; был осраҡта фәҡәт төбәү килештең ялғауы ғына үҙгәрә (кемгә?) — мәҫәлән, Robert's Egle → дат. Robertam Eglem; Inta Egle → дата. Intai Eglei.
Һуңғы йылдарҙағы тенденциялар
үҙгәртергә1920-се йылдарҙан башлап көнбайыш европа исемдәренең образлы һәм өнлө ассоциация һәм/йәки вариациялары нигеҙендә (Мелита, Анита һ. б.) формаль рәүештә генә айырым исем булып һаналған төрлө яһалма исемдәргә мода барлыҡҡа килә. Һуңғы йылдарҙа Латвияла ысын латыш исемдәренең популярлығы кәмей; ҡайһы бер эксперттарҙың фекере буйынса,[3] был тенденцияның сәбәбе булып ҡатын-ҡыҙҙарҙың модаға эйәреүе тора. Бынан тыш, совет осоронда латыш исемдәре социалистик системаға протест формаһы булһа, хәҙер был мотивация юғалған. Латвия гражданлыҡ һәм миграция эштәре буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Лиега, Метра, Ликсма, Велдзе, Тейка, Мирта, Индрикис, Друвис һәм Дзинтарс юғалыу ҡурҡынысы аҫтында тора. Мәҫәлән, 2010 йылда Латвияла дүрт кеше генә Аусмис исемен йөрөткән.
- Латыш исемдәре
№ | Ирҙәр исемдәре | Ҡатын-ҡыҙ исемдәре |
---|---|---|
1 | Айварс | Инта |
2 | Алвис | Кристине |
3 | Валдис | Инесе |
4 | Гунарс | Ингу |
5 | Дзинтарс | Илзе |
6 | Екабс | Лига |
7 | Кристап Кристапович | Даце |
8 | Марис | Анита |
9 | Улдис | Мария |
10 | Язепс | Ивета |
11 | Янис | Лайма |
Һылтанмалар
үҙгәртергәИмена народов мира. Латыши 2013 йыл 21 ғинуар архивланған.