Латфуллин Наил Сәйет улы

Латфуллин Наил Сәйет улы (9 ғинуар 1952 йыл — 19 ноябрь 1992 йыл) — рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1990).

Латфуллин Наил Сәйет улы
Тыуған:

9 ғинуар 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө

Үлгән:

19 ноябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (40 йәш)

Үлгән урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Уҡыған урыны:

Өфө сәнғәт училищеһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған (1975; педагогы Л. Ф. Мөғтәбаров).

Ул төрки халыҡтары тарихы, мосолман мәҙәниәте, уның символдарын киң мәғәнәлә ҡарау яҡлы. Ижадында милли әҙәбиәткә, фольклорға һәм донъя художество мәҙәниәтенә таяна: «Мәжит Ғафури» (1983), «Шағир-әүлиә» (1984), «Сыңғыҙхан», «Сөйөмбикә» (икеһе лә — 1992). Л. рәсем сәнғәте өсөн портрет образдарының үҙенсәлекле тәьҫире, хистәр тулылығы, ысынбарлыҡты драматик тойомлау хас: «Шамун Фидаи» (1980), «Икар» (1982), «Философ» (1988), «Кәбир», «Ҡояш улы» (икеһе лә — 1989), «Манара» (1991). 70‑тән ашыу шиғыр авторы. «Инйәр» ижади төркөмө һәм «Һары бейә» художество төркөмө ағзаһы (икеһе лә — 1989). «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһен ойоштороу инициаторы (1990). 1974 йылда алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1992, 1993, 2000, 2002, 2003, 2004), Мәскәү (2001, 2007). Эштәре БДХМ, Третьяков галереяһы (Мәскәү), «Ҡазан» Милли мәҙәниәт үҙәгенең Милли мәҙәниәт музейы (Ҡазан), Рәсәй һәм сит илдәр музейҙары, галереялары коллекцияларында һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Өфөлә Ленин исемендәге Башҡортостан Республикаһының Хәҙерге заман музейы ойошторолған (2003), унда рәссам эштәренең даими экспозицияһы эшләй.

Мәҡәләләре һәм китаптары

үҙгәртергә
  • Группа «Чингисхан» //ВХ: ВысокоХудожественный журнал. 2005. № 1;
  • Мне мало мира: стихотворения. 2‑е изд., испр. и доп. Уфа, 2006.
  • Наиль Латфуллин. Живопись: альбом-кат. /В. М. Ханнанов. Уфа, 2009.

Һылтанмалар

үҙгәртергә