Латвия Сеймы бинаһы
Иҫтәлекле урын | |
Сейм бинаһы | |
Ил | Латвия |
Ҡала | Рига, Екаб урамы, 11 |
Координаталар | 56/57/4/N/24/6/16/E |
Архитектура стиле | Эклектик тарихилыҡ |
Архитектор | Робертс Пфлугс, Янис Бауманис |
Төҙөлөшө | 1863—1867 йылдар |
Төп ваҡиғалар: | |
Статус | Дәүләт тарфынан һаҡланыусы мәҙәни ҡомартҡы |
Латвия Республикаһы Сеймы бинаһы Викимилектә |
Латвия Сеймы бинаһы — Латвия Республикаһы Сеймы (латыш. Latvijas Republikas Saeimas nams) бинаһы, элекке Видземе рыцарҙарының Йорто, Иҫке Рига[1]Екаб урамы, 11.
Башта Видзем ландтагының[2]. Видзем урындағы үҙидараһы бинаһы булып хеҙмәт итә, һуңынан Беренсе донъя һуғышынан һуң бында булғандар Халыҡ Советы[3]һәм Латвия ССР-ы Хөкүмәте урынлашҡан. 1920 йылда бина Латвия Республикаһының Ойоштороу йыйылышына[4]тапшырыла, ә 1923—1934 йылдарҙа бина Латвия Республикаһы парламенты һәм сейм ихтыяждары өсөн ҡулланыла. 1934 йылдан бинала Латвия президенты хакимиәте урынлаша [5]. 1940 йылда Латвия Советтар Союзы составына ингәндән һуң һәм Икенсе донъя һуғышынан һуң бинала Латвия ССР-ы Юғары Советы, 1990 йылдан 1993 йылға тиклем Латвия Республикаһының Юғары Советыэшләй. 1993 йылдан бинала йәнә Сейм урынлаша.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәЭклектик тарихилыҡ стилендә төҙөлгән бинаның идеяһы Флоренция һарайының ренессанс архитектураһынан килеп сыға. Видзем ландтагының осрашыуҙары һәм тантаналары үткән Төп залда бинаның формаһында ла ренессанс мотивтары ҡулланыла, Людовик XVI[6] стиле Һары залдың интерьерын булдырыуға, ә готика стиле — ашхананы планлаштырыуға илһамландыра. XIX быуат бинаһының фасады. Бина төҙөлгәндән һуң бер нисә йыл үткәс, уның тышҡы диуарындағы 2-се ҡаттағы соҡалтаһына Вальтер Фон Плетенбергтың статуяһы ҡуйыла[7]. Рәссам Иоганн Адольф Тимм әйтеүенсә, уны дат скульпторы Дэвид Йенсен эшләгән[8].
Бинаның тарихы
үҙгәртергәВидзем рыцарлығының беренсе бинаһы (нем. Ritterhaus) 1755 йылда төҙөлгән. Ул 1863—1887 йылдарҙа Санкт-Петербург художество академияһының архитектура-төҙөлөш факультетын тамамлаусылары[9]
Янис Бауманис (1834—1891) һәм Роберт Пфлуг (1832—1885) тарафынан радикаль үҙгәртеп ҡорола[10] и Робертом Пфлугом (1832—1885)[11][12]. Яңы йорт 1867 йылдың 8 майында изгеләндерелә. 1900 йылдан 1903 йылға тиклем Видзем рыцарҙар йорто архитектор Вильгельм Нейман[13]тарафынан байтаҡҡа киңәйтелә. 1921 йылдың 17 октябрендә бина янғында юҡҡа сыға. 1923 йылда бина (архитекторы Эйжен Лаубе) Латвия Республикаһы Сеймы ихтыяждары өсөн етди үҙгәртеп ҡорола[14]. 1922 йылда Плеттенберг статуяһы һүтеп алына һәм Ричард Маурс ижад иткән Лачплесис[15] скульптураһы менән алмаштырыла. 1950-се йылдарҙа Лачплесис скульптураһы һүтелә, ә 2007 йылда уның эшҡыуар Евгений Гомберг бүләк иткән күсермәһе ҡуйыла.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында бинаны немец полицияһы һәм Остландтағы СС юғары идаралығы биләй. Был ваҡытта күп кенә бүлмәләрҙең интерьеры емерелә, Видзем рыцарҙары осоронда ла, Латвия Республикаһы осоронда ла һаҡланып ҡалған китаптар, ҡулланма сәнғәт һәм һынлы сәнғәт коллекцияһының ҙур өлөшө Германияға сығарыла. Коллекцияның бер өлөшө ул саҡта Латвия ССР-ы Юғары Советы бинаһы булып хеҙмәт иткән һуғыштан һуңғы осорҙа юғала.
1980-се йылдар башында эске ихаталарҙың береһе үҙгәртеп ҡорола, һәм унда хәҙер һайлау Залы урынлашҡан яңы бүлмә булдырыла. 1996 йылда вестибюль һәм Ҙур мәрмәр баҫҡыс реставрациялана. 1997 йылда архитектор Андрис Вейдеман проекты буйынса палатаның яңы эске залы төҙөлә. 1990 йылдың 4 майында Латвия ССР-ы Юғары Советы Латвия Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү тураһында декларация ҡабул итә, ә 1993 йылда 5-се Сейм эшләй башлай.
Галереяһы
үҙгәртергә-
Ултырыштар залы
-
Һары бүлмә
-
Ҡыҙыл бүлмә
-
Аҡ бүлмә
-
Тауыштар биреү бүлмәһе
-
Көрән бүлмә
-
Парад кңтәрмәһе
-
Клостер урамындағы Төп инеү урыны
-
Бинаның ҡышҡы күренеше
-
Рига ҡалаһындағы Екаб урамы күренеше
-
2007 йылда ҡуйылған Лачплесис статуяһы (төп нөсхәһе 1950 йылда һүтелгән)
-
Бинаның Клостер урамынан һәм Изге Иаков Кафедраль соборына тиклемге күренеше
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Император художество Академияһы
- Латвия ССР-ы Юғары Советы
- Латвия Республикаһының Юғары Советы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Kolbergs A. Rīga kājāmgājējiem. — A. K. A.: Jūrmala, 2001., С — 65.-67. (латыш.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Parliament of Latvia Архивная копия от 2 февраля 2021 на Wayback Machine (латыш.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Vecrīga. (латыш.). Дата обращения: 19 декабрь 2018. Архивировано 3 декабрь 2018 года.
- ↑ Местное самоуправление Прибалтийских губерний. Дата обращения: 19 декабрь 2018. Архивировано 26 декабрь 2018 года.
- ↑ Tautas padome. (латыш.). Дата обращения: 19 декабрь 2018. Архивировано 1 март 2004 года.
- ↑ Satversmes sapulce. (латыш.). Дата обращения: 19 декабрь 2018. Архивировано 3 ғинуар 2007 года.
- ↑ Бывшие президенты Латвии. Дата обращения: 19 декабрь 2018. Архивировано 24 июль 2019 года.
- ↑ Людовик XVI 1754–1793. Дата обращения: 19 декабрь 2018. Архивировано 2 ғинуар 2019 года.
- ↑ Wolter von Plettenberg. (нем.). Дата обращения: 19 декабрь 2018. Архивировано 17 ғинуар 2019 года.
- ↑ Датчанин на берегах Невы: скульптор Давид Иенсен .(недоступная ссылка)
- ↑ Санкт-Петербургский государственный академический институт живописи, скульптуры и архитектуры имени И.Е. Репина при Российской академии художеств. История . Дата обращения: 19 декабрь 2018. Архивировано 18 декабрь 2018 года.
- ↑ Baumanis Jānis Frīdrihs (латыш.).
- ↑ Main building of the Saeima (ингл.). Дата обращения: 15 декабрь 2018. Архивировано 2 декабрь 2018 года.
- ↑ Vecrīga. Saeimas nams (латыш.).
- ↑ Vilhelms Neimanis. (латыш.). Дата обращения: 19 декабрь 2018. Архивировано 26 сентябрь 2020 года.
- ↑ Eižens Laube (1880–1967) - arhitekts, arhitektūras teorētiķis un pedagogs. (латыш.).
- ↑ Легенда про Лачплесиса . Дата обращения: 19 декабрь 2018. Архивировано 4 ғинуар 2019 года.