Латвияның административ бүленеше

Латвия дәүләте хәҙерге ваҡытта 110 крайға(латыш. novadi, берлектә novads) һәм 9 республика ҡалаһына (латыш. republikas pilsētas, ед. ч. republikas pilsēta) бүленә. Урыҫ телле сығанаҡтарҙа республика ҡалалары "республика әһәмиәтендәге ҡалалар" тип тә аталырға мөмкин.

Латвияның крайҙары һәм республика ҡалалары

2009 йылдың 1 һөтай (июнь) көнөнә хәтлем Латвия 26 район һәм 7 республика ҡалаһына бүленгән булған.

Хәҙерге административ бүленеш

үҙгәртергә

2008 йылдың 19 аҡъюлай (декабрь) көнө Латвияның хөкүмәте илдең административ бүленешен рәсми рәүештә үҙгәрткән: элекке 553 үҙидара берәмеге (район, улыҫ һ.б.) урынына 109 но́вад (латыш. novads, күплектә: novadi, ) һәм туғыҙ республика ҡалаһы барлыҡҡа килгән .

Край (новад) ҡоролһон өсөн, уның ерендә даими рәүештә кәм тигәндә 4 мең кеше, ә уның административ үҙәге булған ҡала йәки ҡасабала кәм тигәндә 2 мең кеше йәшәргә тейеш. Новадтың административ үҙәгенән уның эсендәге ниндәй ҙә булһа тораҡ пункт араһындағы ара 50 саҡрымдан да ашмаҫҡа тейеш. Был дөйөм ҡағиҙәне үтәмәгән крайҙар ҙа бар. Илдең иң бәләкәй крайҙары: Балтинава крайы (халыҡ һаны: 1420 кеше) һәм Алсунга крайы (1730 кеше). Иң күп кеше йәшәгән административ берәмектәр иһә — Огре крайы (38 мең кеше) һәм Талсина крайы (35 мең кеше).


2009 йылдың 1 июль (майай) көнөндә Екабпилс һә Валмиера ҡалалары республика ҡалаһы статусына эйә тип билдәләнгән.

Хәҙерге ваҡытта республика калаларының һаны туғыҙ:

Башҡортса исеме Төп исеме Халыҡ һаны (2011)
1 Рига Rīga 658 640
2 Даугавпилс Daugavpils 93 312
3 Лиепая Liepāja 76 731
4 Елгава Jelgava 59 511
5 Юрмала Jūrmala 50 840
6 Вентспилс Ventspils 38 750
7 Резекне Rēzekne 32 328
8 Валмиера Valmiera 25 130
9 Екабпилс Jēkabpils 24 635