Лазенки (парк)
Лазенки паркы (пол. Park Łazienkowski йәки Królewskie Łazienki) — ҙур парк. Польшаның Варшава ҡалаһы үҙәгендә 76 гектар майҙанды биләй. Һарай-парк комплексы ҡаланың Средместье районы үҙәгендә ята. Ул Уяздовский (Ujazdowskie Aleje) аллеяһында, «Король тракты» өлөшөндә урынлашҡан һәм Варшава үҙәгендәге Король һарайы менән ҡаланың көньяғындағы Вилянува һарайын бәйләп тора. Парктан төньяҡта Агрикола урамында Уяздовский һарайы тора.
Лазенки | |
Нигеҙләү датаһы | 1918 |
---|---|
Дәүләт | Польша |
Административ-территориаль берәмек | Уяздов[d] |
Урынлашҡан урамы | Улица Агрыколя[d] |
Мираҫ статусы | недвижимый памятник[d][1] |
Майҙан | 76 гектар |
Рәсми сайт | lazienki-krolewskie.pl |
Һештег | ŁazienkiKrólewskie |
Лазенки Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәXVII быуатта Лазенки паркы Тильман ван Гамерен тарафынан барокко стилендә бөйөк гетман Станислав Любомирский өсөн булдырылған. Парктың исеме Лазенки («мунса») тип атала, сөнки унда һыу инеү павильоны урынлашҡан.
1764 йылда паркты Понятовский Станислав Август Польша короле булып һайланғандан һуң ала, польша короле итеп һайлана.
Станислав Август паркты үҫтереүҙе төп классик стилдә башлай. Һарай-парк комплексын төҙөү проекты Доминик Мерлини, Иоганн Кристиан Каммсетцер һәм баҡсасы Кристиан Шух тарафынан эшләнә. Улар төҙөгән биналар Лазенки күле һәм Лазенки йылғаһы янында урынлаша. Станислав Август һарайы күл ярында урынлашҡан, шуға күрә ул «һыу Һарайы» тип аталған.
Парктың күпселек биналары 1944 йылда Варшава ихтилалы ваҡытында яндырыла. Төҙөлөшө шулай ҙа һаҡланып ҡала. Немецтар һарай стеналарында тишек быраулап шартлаусы снарядтарҙы тишектәргә урынлаштыра, әммә биналарҙы емерә алмай. Паркта реконструкция бер нисә йыл буйына барған.
Парктың иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәҺыу һарайы
үҙгәртергәҺыу һарайын (Лазенки һарайы) XVII быуатта Тильман ван Гамерен Любомирский Станислав Ираклий өсөн ҡытай стилендә төҙөлгән. 1772 — 1793 йылдарҙа уны Доменико Мерлини яңыртып төҙөй (король Станислав Понятовской Августың йәйге резиденцияһы өсөн).
Рим театры
үҙгәртергәРим театры ысынбарлыкта амфитеатр була, ул Лазенки күле буйында төҙөлгән. Амфитеатрҙы 1790-1793 йылдарҙа Ян Кристиан Камзетцер төҙөй[2]. Театрҙың аттигында 16 антик шағирҙарының һындары ҡуйылған.
Аҡ йорт
үҙгәртергәАҡ йорт (Domek Biały) — ҙур булмаған йортто 1774-1776 йылдарҙа Доменико Мерлини төҙөгән. Бында король Станислав Понятовский Август үҙенең һөйәркәләрен ҡабул иткән, шулай уҡ Людовик XVIII[3] ваҡытлыса йәшәгән(1801-1805 йылдарҙа Франциянан ситкә ҡыуылған сағында).[4] Өй квадрат формаһында төҙөлгән, рустика, аттика менән биҙәлгән[4].
Икенсе донъя һуғышында йорт зыян күреүгә ҡарамаҫтан, интерьерының ҙур өлөшө һаҡланып ҡалған[4].
Мышлевицкий һарайы
үҙгәртергәМышлевице ауылы исеме менән аталған бәләкәй һарай (Myślewicki Pałac) король Станислав Август Понятовской өсөн 1775-1779 йылдарҙа классик стилдә архитектор Доменико Мерлини тарафынан төҙөлгән.
Парк янындағы иҫтәлекле урындар
үҙгәртергәБельведер һарайы
үҙгәртергәБельведер һарайы яҡынса 1660 йыл башында төҙөлә һәм XVII быуатта барокко стилендә үҙгәртеп ҡорола. Король Станислав Понятовский һарайҙы һатып ала, уның янында фарфор һәм фаянс фабрикаһын төҙөй. был һарай Лазенки комплексына индерелгән.
Уяздовский һарайы
үҙгәртергәУяздовский һарайы 1975 йылда тергеҙелә, ул 1944 йылда Варшава ихтилалында яндырыла. 1981 йылдан хәҙерге бинаһында сәнғәт үҙәге урынлашҡан.
Обсерватория
үҙгәртергәАстрономик обсерватория Паркта Варшава университетының астрономик обсерваторияһы урынлашҡан. Обсерваторияның нигеҙен астроном Арминский Францишек (1789—1848) һалған[5].
Шопен Һәйкәле
үҙгәртергәШулай уҡ паркта Шопен һәйкәле бар, ул композитор Фредерик Шопенға арналған. Һәйкәлде төҙөү 1907 йылда скульптор Шимановский Вацлавҡа йөкмәтелә. Һәйкәл 1910 йылда Шопендың 100-йыллығына барлыҡҡа килергә тейеш була, быуат Шопен, әммә уның проекты тотҡарлана һәм күп бәхәс тыуҙыра, ә һуңынан бөтөнләй Беренсе донъя һуғышы арҡаһында уны төҙөү оҙаҡ ваҡытҡа кисектерелә. Һөҙөмтәлә һәйкәл 1926 йылда төҙөлөп бөтә[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Реестр памятников
- ↑ (инг.) Royal Łazienki Park-Palace Complex . eGuide / Treasures of Warsaw on-line. Дата обращения: 9 февраль 2009.(недоступная ссылка)
- ↑ (инг.) Lazienki Palace . warsaw-life.com. Дата обращения: 16 февраль 2008. Архивировано 1 май 2013 года.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 (пол.) Biały Dom . lazienki-krolewskie.pl. Дата обращения: 16 февраль 2008. Архивировано 9 май 2007 года.
- ↑ (инг.) Lazienki Palace . www.fuw.edu.pl. Дата обращения: 9 март 2009. Архивировано 20 ғинуар 1998 года. 1998 йыл 20 ғинуар архивланған.
- ↑ PWN Encyklopedia powszechna (1976), vol. 4, p. 372.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Саксон паркы(Варшава)
- Уяздовский паркы
- Кесаҙна төшкө аштары
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Лазенки паркы планы
- (пол.) Виртуаль тур Лазенки ҡышын.
Галереяһы
үҙгәртергәТарихи һүрәттәр
үҙгәртергә-
Лазенки паркы, 1775 й., Беллотто Бернардо. -
Лазенки һарайы, 1836 й., Залеский Марцин -
Мысьлевица һарайы, 1830 йә, Залеский Марцин -
Рим театры, 1900 йыл тирәһе
Зигмунт Фогель картиналары (1800-се йылдар)
үҙгәртергә-
Һыу һарайы -
Һарай һыуҙағы ай яҡтыһында. -
Рим театры -
Уяздовский костелы
Парктың иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә-
Ат статуяһы король III Собеский. -
XVIII быуат парк скульптураһы. -
Шопен һәйкәле. -
Тауис Рим театры. -
Шопен Һәйкәле