Көрәнбейәшыуған

Ырымбур өлкәһе

Көрәнбейәшыуған (рус. Курэн-бэйэ-шыуган, Курэн-Бейэ) — Рәсәй Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы тау.

Көрәнбейәшыуған
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы һәм Ырымбур өлкәһе

Географияһы үҙгәртергә

Көрәнбейәшыуған тауы Ҡыуандыҡ ҡала округындағы Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан Аҡсура ауылы янында тора. Тарихи Башҡортостан ерҙәрендә торған был тау төбәге Октябрь революцияһына тиклем Ырымбур губернаһында булһа, бер мәл 1917 йылдан Башҡортостанға ла инеп ала. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе Ейәнсура районы составында була. Ырымбур өлкәһе үҙе 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип аталып йөрөй. 1959 йылда Аҡсура ауылы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[1]

Климаты үҙгәртергә

Тау урынлашҡан төбәк климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә уртаҡ. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына уртаса 150 көн ята[2].

Этимологияһы үҙгәртергә

Билдәле булыуынса, башҡорт халҡында йылҡысылыҡ, йылҡы малы менән бәйле топонимдар бик күп. Был тауҙың атамаһы ла шуның менән бәйле. Ороним өс өлөштән тора: көрән, бейә һәм шыуған. 2 томлыҡ "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндәге аңлатмаларҙан күренеүенсә, көрән йылҡы төҫө — ҡыҙғылт ҡара, көрән атты көрәнсәй тип атау ҙа бар. Бейә — инә йылҡы малы, шыуған — шыуыу һүҙенән — шыма, тайғаҡ урында тотолоп тора алмау[3][4]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
  2. Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се, 2-се томдар
  4. Курэн-бэйэ-шыуган, Курэн-Бейэ, гора рядом с Акчурой. Башкирское курэн — «бурый», «коричневый», бейэ — «кобыла», шыуган — причастие прошедшего времени от глагола шыуыу — «скользить», «кататься». «Скользившая бурая кобыла». Перевод местных жителей — «Коричневая кобыла съехала».Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се, 2-се томдар