Викидатала элемент тултырылмаған

Көнһылыу — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Көнһылыу боронғо төрки тамырлы ҡатын-ҡыҙ исеме. Көн (ҡояш) + һылыу һүҙҙәрен ҡушып яһалған. Ҡояштай матур тигән мәғәнәлә[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы (13 март 1956 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. Юғары категориялы биология уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм мәғариф алдынғыһы (1998), «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2011). 2015 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире, 2016 йылдан Бөрйән вики-клубы етәксеһе.

Хатмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы (26 февраль 1985 йыл) — ғалим, химия фәндәре кандидаты, Рәсәй фәндәр академияһының Химия-физика проблемалары институтында ғилми хеҙмәткәр.

Әйүпова Көнһылыу Рамаҙан ҡыҙы (24 октябрь 1958 йыл — 30 сентябрь) — Силәбе ҡалаһындағы Ш. Бабич исемендәге башҡорт һәм татар китапханаһы мөдире, Силәбе өлкәһе Башҡорт Ҡоролтайы ағзаһы, Силәбе ҡалаһы Башҡорт Ҡоролтайы ағзаһы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәте рәйесе.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

«Урланған Көнһылыу» — Юлтыев Дауыт Исхаҡ улы яҙған пьеса.

«Көнһылыу» повесы — башҡорт прозаигы, шағир, драматург һәм тәржемәсе Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙының повесы. Стәрлетамаҡ режиссеры Руслан Юлтаев Зәйнәб Биишеваның «Көнһылыу» повесы буйынса фильм төшөрөргә ниәтләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ