Көгөрләүек (рус. Мородунка, лат. Xenus cinereus)— ржанка һымаҡтар отрядендәге ҡош.

Көгөрләүек
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Xenus cinereus (Güldenstädt, 1775)

Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106003026

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  176718
NCBI  171277
EOL  1049559

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Ҙурлығы сыйырсыҡтай. Оҙон суҡышы өҫкәрәк кәкрәйеп торған сэпсәү. Күберәк ерҙән йөрөй, һирәкләп ҡыуаҡтарға, төп баштарына ла ҡуна һырт яғы ҡара-көрән таплы һарғылт һоро. Кәүҙәһенең аҫҡы яғы аҡ, муйыны һәм түшенең еҫ яғы сыбар. Тебеттән һәм божор сәпсәүҙән суҡышы өҫкә ҡарай кәкре булыуы менән айырыла.

Тауышы яңғырауыҡлы: «ти-ли-ли». Яҙғыһын ата ҡош сырылдап һыҙғыра: «түрүй-түрүй-түрүй».

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Шарлыҡтарҙа, күл һәм йылға буйҙарындағы батҡылдарҙа йәшәй. Төрлө бешкәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә оялай. Көрән таплы 4 бөртөк һарғылт йомортҡа һала.

  • Дементьев Г. П., Гладков Н. А. Птицы Советского Союза.. — Советская наука, 1951. — Т. 3. — 680 с.
  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90