Кәримова Рәсимә Сәғит ҡыҙы

Кәримова Рәсимә Сәғит ҡыҙы (12 март 1939 йыл — 21 июнь 2017 йыл) — Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһының 1959—1999 йылдарҙағы дикторы. РСФСР-ҙың (1984) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2014).

Кәримова Рәсимә Сәғит ҡыҙы
Тыуған көнө:

12 март 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Учалы районы Туңғатар ауылы

Вафат булыу датаһы:

21 июнь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (78 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист

Ижад йылдары:

1959—1999

Наградалары:
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәсимә Сәғит ҡыҙы Кәримова 1939 йылдың 12 мартында Башҡорт АССР-ы Учалы районының Туңғатар ауылында тыуған[1].

1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын тамамлай.

Ижади хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

1959—1999 йылдарҙа телевидениеның Башҡорт студияһы дикторы, Башҡорт телевидениеһының тәүге дикторы. Студент сағында уҡ диктор вазифаһына талапсан һайлау конкурсы үткән. Диктор вазифаһына өс йөҙ претендент араһынан Рәсимәнең бер үҙен генә һайлап алғандар. Рәсимә Кәримова республика телевидение эфирының символына әйләнә. Ул саҡта тапшырыуҙарҙы алдан яҙҙырыу булмаған, һәм 13 йыл дауамында дикторҙар тура эфирҙа ғына эшләгән.

Радио һәм телевидениеға Рәсимә Кәримова 40 йыл ғүмерен арнай. Рәсимә Сәғит ҡыҙы жанры һәм тематикаһы буйынса төрлө тапшырыуҙарҙы ла уңышлы алып барған.

«Панорама» мәғлүмәти программаһын, «Биш йыллыҡ аҙымдары» тапшырыуҙарын, «Сәнғәт әһелдәре» әҙәби-музыкаль тапшырыуҙарын, байрам демонстрацияларынан репортаждар алып барҙы.

60-70-се йылдарҙа Бөтә Союз телевидениеһында «Республика көнөнә ҡарата» программаларын алып барҙы.

Мәғлүмәти-күңел асыу «Яңы йыл уттары», әҙәби-нәфис «Йыл миҙгелдәре» «Беҙҙең замандаш» 1989 йылдан «Башҡортостан» радиоһы дикторы. Наҙлы, мәғәнәле баҙыҡ тауышҡа эйә. Рәсимә Кәримованың уҡыуы теманы талапсан дөрөҫ иинтонация менән әйтеү яғынан айырылып тора. Тапшырыуҙарҙы ике телдә: башҡорт һәм уоыҫ телдәрендә лә иркен алып барҙы.

Артабан Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тапшырыуҙар алып бара.

Тәжрибәле диктор булараҡ, яңы эшләп башлаған йәш коллегаларына ярҙам иткән. Коллегалары хәтерләүенсә, Рәсимә Кәримова бер кистә 3-4 тапшырыу алып барған саҡтары булған. Ул бер ваҡытта ла тәҡдимдәрҙән баш тартмаған һәм бик ҙур эш күләмен атҡарған.

Рәсимә Кәримова — республика телевидениеһы тарихында тотош дәүер. Уның яғымлы тауышын һәм йылмайыуын республика халҡы мәңге хәтерендә тота. Ул Өфө ҡалаһында 2017 йылдың 21 июнендә вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984)
  • «Башҡортостан Республикаһына күрһәткән хеҙмәте өсөн» ордены (2014)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Айһылыу Абдуллина. Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ: Рәсимә Сәғит ҡыҙы Кәримова./ Йүрүҙән, 1999, 32-се һан, 21 апрель

Һылтанмалар

үҙгәртергә