Кәлмәтов Харис Сәлих улы
Кәлмәтов Харис Сәлих улы (20 октябрь 1897 йыл — 27 ноябрь 1937 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1924—1929 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ының Баш суды рәйесе. Сәйәси золом ҡорбаны.
Харис Сәлих улы Кәлмәтов | ||
| ||
---|---|---|
1924 — 1929 | ||
Тыуған: | 20 октябрь 1897 Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Бүздәк ауылы | |
Үлгән: | 27 ноябрь 1937 (40 йәш) СССР, РСФСР, Башҡортостан АССР-ы, Өфө ҡалаһы | |
Балалары: | Йәүҙәт |
Биографияһы
үҙгәртергәХарис Сәлих улы Кәлмәтов 1897 йылдың 20 октябрендә Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Бүздәк ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы Иҫке Бүздәк ауылы) тыуған.
1919—1921 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия составында Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнаша. 1920—1921 йылдарҙа Башҡорт кавалерия дивизионы отделениеһының хәрби комиссары вазифаһын үтәй.
1921—1922 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ының Үҫәргән кантоныының хәрби комиссары булып тора.
1922 йылдан Башҡортостан АССР-ының Баш судында эшләй, 1924—1929 йылдарҙа — Баш суд рәйесе вазифаһын башҡара. 1926 йылда Мәскәүҙә РСФСР Юстиция халыҡ комиссариаты эргәһендәге Юғары юридик курстарҙы тамамлай.
1927 йылдан Башҡортостан үҙәк башҡарма комитетының ағзаһы, рәйес урынбаҫары булып тора. 1930 йылда башҡорт һалдаттарынан торған БашҮБК исемендәге 10-сы Верхнеурал кавалерия полкына (Червон казаклығы составында) шефлыҡ ярҙамы күрһәтеү буйынса комиссия рәйесе була[1].
1936 йылдан Башҡортостан АССР-ы Халыҡ комисарҙары советы эргәһендәге Физкультура һәм спорт эштәре комитеты рәйесе вазифаһын үтәй.
1937 йылда ҡулға алына, үлем язаһына хөкөм ителә. 1937 йылдың 27 ноябрендә атыла. 1956 йылда аҡлана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ярмуллин А. Ш. Башкиры в составе Червонного казачества . «Ватандаш». Дата обращения: 23 май 2018.(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Күскилдин Д. Ғ. Кәлмәтов Харис Сәлих улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.