Күчүк-Кайнаржа килешеүе
Күчүк-Кайнаржа тыныслыҡ килешеүе[1] (төр. Küçük Kaynarca Antlaşması) — Рәсәй һәм Ғосман империялары араһында «Күчүк-Кайнаржа ауылы эргәһендәге лагерҙа»[2] (хәҙерге Болгария)10 (21) июля 1774 года төҙөлгән тыныслыҡ килешеүе; императрица Екатерина II-нең.Беренсе төрөк һуғышын тамамлаған.
Күчүк-Кайнаржа килешеүе | |
Яҡтар |
Пётр Александрович Румянцев-Задунайский[d], Мухсинзаде Мехмед-паша[d] |
---|---|
Күчүк-Кайнаржа килешеүе Викимилектә | |
Документтың әһәмиәте һәм эҙемтәләре
үҙгәртергәКилешеүҙә Рәсәй тарафынан һуғыш барышында өлгәшелгән ҡайһы бер территориаль яулауҙары раҫлана: Рәсәй империяһына Аҙау ҡалаһы, Көньяҡ Буг һәм Днепр (көнсығыш Едисан) араһындағы дала ерҙәре, шул иҫәптән Кинбурн ҡәлғәһе күсә. Килешеү Ғосман һәм Рәсәй империялары араһындағы 1700 йылғы Константинополь килешеүенән башҡа бөтә элекке килешеүҙәрҙе юҡҡа сығара[3]. Ҡырым ханлығының бойондороҡһоҙлоғо һәм уның эштәренә Рәсәйҙең дә, Төркиәнең дә ҡыҫылмауы, шулай уҡ Керчь ҡалаһының Һәм яҡын урынлашҡан Ени-Кале ҡәлғәһенең Рәсәй империяһы биләмәһенә күсеүе мәңгелеккә таныла, был Рәсәй империяһы менән Ҡырым ханлығы араһында 1772 йылғы Ҡарасубаҙар тыныслыҡ килешеүе шарттарын ҡабатлай. Урыҫ караптарына Босфор һәм Дарданелл боғаҙҙары, шулай уҡ Дунай йылғаһы буйлап ирекле үтеү рөхсәт ителә. Рус армияһы Һуғыш барышында баҫып алынған Бессарабия, Валахия Кенәзлеге һәм Молдавия кенәзлеге территорияларын ҡалдыра, улар Ғосман империяһы составына ҡайтарыла[3].
Килешеү 1779 йылда Күчүк-Кайнаржа килешеүенең бер өлөшө тип иғлан ителгән Айналы-Кавак конвенцияһы менән тулыландырыла; был конвенцияла Ҡырым ханлығының бойондороҡһоҙлоғо һәм рәсәй ғәскәрҙәрен уның территорияһынан сығарыу раҫлана.
1783 йылда Ҡырымдың бойондороҡһоҙлоғона ҡағылышлы килешеүҙәрҙең статьялары юҡҡа сығарыла — Ҡырым ханлығы Рәсәй империяһына ҡушыла; 1783 йылдың 28 декабрендә Рәсәй һәм Төркиә «Ике дәүләттең дә тыныслығы, сауҙаһы һәм сиктәре тураһында акт»ҡа ҡул ҡуя. Шуның менән Ҡырым ханлығының бойондороҡһоҙлоғо тураһында Кючук-Кайнаржа тыныслыҡ килешеүенең 3-сө статьяһы (артикул) юҡҡа сығарыла[4].
Әһәмиәте
үҙгәртергәБыл тыныслыҡ килешеүе иң мөһим мәлгә — Ғосман империяһының яйлап көсһөҙләнеүенә һәм бының менән бер рәттән Балҡан ярымутрауында Рәсәйҙең йоғонтоһо арта барыуына нигеҙ һалған.
1774 йылғы килешеү Рәсәй империяһына Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы, Кубань, Грузияның Ҡара диңгеҙ буйы территорияларын индереүгә булышлыҡ иткән. 1810-сы йылдарҙа Бессарабия һәм Көнбайыш Грузияның ҡушылыуы менән тамамланған.
Ғосман империяһы, тәү сиратта Молдавия кенәзлеге һәм Мутенияға ҡағылған шарттарҙың ҡабаттан ҡаралыуына өмөт итеп, килешеүҙе ратификациялау эшен һуҙған. Рәсәйҙең Дунай буйы кенәзлектәренә йоғонтоһо артыуы тынғы бирмәгән Европа державалары Төркиәнең позицияһын хуплаған.
Күчүк-Кайнаржа килешеүе ҡабул ителеүе һөҙөмтәһе булып Дунай кенәзлектәре халҡының милли-азатлыҡ хәрәкәте көсәйгән. Кенәзлек властарынан Рәсәйгә Ғосман империяһының йөкләмәләрен үтәүен һәм автономияларын киңәйтеүҙе контролгә алыу кәрәклеге буйынса күп мөрәжәғәттәр килгән.
Тыныслыҡ килешеүе шарттары
үҙгәртергә- Ҡырым ханлығының (нуғайҙар һ.б. халыҡтарҙың) Ғосман империяһынан да (лин мәсьәләләре буйынса солтан ҡарамағында ҡалдырып), Рәсәйҙән дә бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгән;
- шулай итеп, Едисан, Жембойлук һәм Едишкуль урҙалары бойондороҡһоҙлоҡ алды[5].
- Британ илсеһе Роберт Ганинг (Sir Robert Gunning, 1st Baronet) күрһәтеүенсә, ҡырым татарҙары демонстратив рәүештә (Ғосман империяһынан) бойондороҡһоҙлоҡтан баш тарттылар, һәм Истанбулға элекке статуста Порта вассалдары булып ҡалыу үтенесе менән депутация ебәргәндәр. Шулай итеп, ҡырымлыларға бойондороҡһоҙлоҡ биргән Императрица ғали йәнәптәрен рәнйәетәләр[6];
- Рәсәй «татар милләтенә» яуланған Ҡырым һәм Кубань ҡалаларын һәм ерҙәрен, шулай уҡ Польша сигенә тиклем, Көньяҡ Буг һәм Днестр араһындағы, бер яҡтан, Берда һәм Конские воды, икенсе яҡтан, Днепр йылғалары менән сикләнгән территорияларҙы биргән;
- Рәсәй Ҡырымдағы тәүге ерҙәрҙе — Ҡара диңгеҙҙәге форпостарын — Аҙау һәм Кинбурнды, Көньяҡ Буг һәм Днепр араһындағы ерҙәрен һаҡлап ҡалып, Керчь ҡалаһы һәм Еникале ҡәлғәһен ҡушҡан[3];
- Очаков ҡәлғәһе һәм уның ҡарамағындағы өйәҙ Төркиә биләмәһендә ҡалған;
- Төрөк һыуҙарында рус сауҙа караптары, француз һәм инглиз караптарыныҡы кеүек, өҫтөнлөк алған;
- Рәсәйҙең Дунай кенәзлегендәге мәсихселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлауы танылған;
- Рәсәй Ҡара диңгеҙҙә үҙенең флотына һәм Босфор һәм Дарданел боғаҙҙарынан үтеү хоҡуғын ала.
- Төркиәгә Рәсәйгә 7,5 млн пиастр (4,5 млн һум) контрибуция түләү йөкләмәһе һалына.
Айналы-Кавак конвенцияһы (1779 йыл)
үҙгәртергәСитуация менән файҙаланып, Рәсәй Молдавия кенәзлеге статусы тураһында мәсьәлә ҡуҙғата, 1779 йылдың мартында Күчүк-Кайнаржа килешеүенең бер өлөшө тип иғлан ителгән Айналы-Кавак конвенцияһы ҡабул ителә.
Был конвенция Ғосман империяһы яғынан юл ҡуйыуҙың юридик көсөн раҫлаған һәм уларҙың Молдавия алдында йөкләмәләрен һанап биргән. Атап әйткәндә, кенәзлеккә төрөк райяларына ҡушылған 15 ауыл ҡабаттан ҡайтарыла. Константинополдәге Молдавия вәкилдәре дипломатик тейелмәҫлек алған. Порта мәсихселек динен тотоу азатлығына хасланмаҫҡа һүҙ биргән. Килешеү шарттарын солтан да, уның вариҫтары ла юҡҡа сығара алмаған.
Тыныслыҡ килешеүе шулай уҡ Рәсәй консуллығын булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан.1779 йылдың декабрендә Молдавияла, Мунтенияла һәм Бессарабияла резиденцияһы Бухареста булған генераль консуллыҡ нигеҙләнә. Әммә консуллыҡ ысынында, Портаның һәм көнбайыш илдәренең ҡаршылығы арҡаһында, 1782 йылда ғына эш башлай. Ғосман етәкселеге, рус консулының эшенә ҡамасаулау маҡсатында 1783 йылда австрий, ә 1786 йылда прус консуллығы асыуҙы рөхсәт иткән. Әммә был Молдавия кенәзлегенең тышҡы сәйәсәттә үҙ аллығын көсәйтеүгә булышлыҡ иткән.
1783 йылдың 28 декабрендә Рәсәй менән Порта араһында һөйләшеүҙәр үткәрелә, һәм ғосандар Күчук-Кайнаржа килешеүе положениеларын һәм шулай уҡ Айналы-Кавак конвенцияһын теүәл үтәйәсәген белдерә. Һуңғараҡ Молдавия кенәзлеге господарҙарын тәғәйенләү һәм төшөрөү тәртибе, яһаҡ күләме һәм уны алыу тәртибе һ. б. аныҡланған.
Күчүк-Кайнаржа һәм башҡа килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу Ғосман империяһының Балкандағы йоғонтоһон йомшартҡан һәм рус-молдаван сәйәси бәйләнештәрен киңәйткән.
Румянцевты бүләкләү
үҙгәртергә1775 йылдың 10 июлендә императрица Екатерина II граф Румянцев Пётр Александровичҡа Задунайский исемен, уның еңеүҙәрен тасуирлаған грамота, фельдмаршал жезлы (дәрәжә билдәһе), алмас менән биҙәлгән лавр һәм зәйтүн веногы, һәм шундай уҡ тәре һәм Андрей Первозванный ордены йондоҙон биргән; Белоруссияла, 5 мең крепостной йән менән бергә, ауыл, кабинеттан йорт төҙөү өсөн 100 мең һум аҡса, көмөш сервиз һәм бүлмәләрҙе биҙәү өсөн картиналар бүләк иткән[7].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- «Күчүк-Кайнаржа тыныслыҡ килешеүе иҫтәлегенә» миҙалы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кючук-Кайнарджийский мир 1774 г. // Крещение Господне — Ласточковые. — М. : Большая российская энциклопедия, 2010. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 16). — ISBN 978-5-85270-347-7.
- ↑ Формулировка в тексте Договора
- ↑ 3,0 3,1 3,2 КЮЧУК-КАЙНАРДЖИЙСКИЙ МИР 1774 • Большая российская энциклопедия - электронная версия . bigenc.ru. Дата обращения: 1 август 2022. Архивировано 13 декабрь 2019 года.
- ↑ Полное собрание законов Российской Империи. Собрание Первое. Том XXI. 1781—1783 гг. Дата обращения: 28 апрель 2016. Архивировано 25 апрель 2016 года.
- ↑ Кючук-Кайнарджийский мирный договор . www.hist.msu.ru. Дата обращения: 1 август 2022. Архивировано 2 декабрь 2008 года.
- ↑ Сборникъ Императорскаго русскаго историческаго общества. — СПб., 1876. — Т. 19 — С. 435.
- ↑ Военный энциклопедический лексикон, т. XI. СПб., 1856
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Слово на заключение мира России с Оттоманскою Портою в 1774 году // Российский Архив: История Отечества в свидетельствах и документах XVIII—XX вв.: Альманах. — М.: Рос. Архив, 1994.
- Кучук-Кайнарджа // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Дружинина Е. И. Кючук-Кайнарджийский мир 1774 года (его подготовка и заключение). — М.: Изд-во АН СССР, 1955. — 368 с.
- История Республики Молдова. С древнейших времён до наших дней = Istoria Republicii Moldova: din cele mai vechi timpuri pină în zilele noastre / Ассоциация учёных Молдовы им. Н. Милеску-Спэтару. — изд. 2-е, переработанное и дополненное. — Кишинёв: Elan Poligraf, 2002. — С. 89—91. — 360 с. — ISBN 9975-9719-5-4.
- Якушев М. М. «Разгромленная Турция лежала у ног Российской монархии…» Кючук-Кайнарджийский договор 1774 года. // Военно-исторический журнал. — 2021. — № 8. — С.42—49.
- Кючук-Кайнарджийский мирный договор между Россией и Турцией 2017 йыл 26 октябрь архивланған.. 10(21).07.1774. Проект Российского военно-исторического общества «100 главных документов российской истории».
- Bronza, Boro. The Habsburg Monarchy and the Projects for Division of the Ottoman Balkans, 1771–1788 // Empires and Peninsulas: Southeastern Europe between Karlowitz and the Peace of Adrianople, 1699–1829 (инг.). — Berlin: LIT Verlag (инг.)баш., 2010. — P. 51—62.
Һылтанмалар
үҙгәртергәКючук-Кайнарджийский мирный договор (1774) Викикитапханала | |
Күчүк-Кайнаржа килешеүе Викимилектә |
- Кючук-Кайнарджийский мирный договор 10 июля 1774 года
- Сорокина О. Российско-молдавские отношения с древнейших времён. Часть 2. Россия и Молдавия во второй половине XVIII столетия. Архивировано из первоисточника 29 сентябрь 2007.