Күгиҙел (Һаҡмар ҡушылдығы)
Күгиҙел — Һаҡмар йылғаһының һул ҡушылдығы, Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы[2] биләмәләрендә аға, Һаҡмар йылғаһына һул яғынан (тамағынан 770 км алыҫлыҫта) ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 18 км тәшкил итә.
Күгиҙел | |
Ҡайҙа ҡоя | Һаҡмар |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Оҙонлоҡ | 18 km |
Атамаһы
үҙгәртергәИсеме күк (төҫ) һәм иҙел (йылға) һүҙҙәренән алынған[2]. 1990-сы йылдарҙың аҙаҡтарында, халыҡтың теләген иҫәпкә алып, Комсомол ауылының исеме (уға тиклем «Һәүәнәк совхозының ферма ҡасабаһы») яҡында аҡҡан йылға исеменән Күгиҙел тип үҙгәртелә[3].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Урал бассейны округына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы — инешенән алып Оло Эйек йылғаһына һыуҙарын ҡойғанға тиклем. Бәләкәй бассейны юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (бассейндың Рәсәй өлөшө)[4].
Һыу ресурстарының федераль агентлығының гео-информацион системаһы мәғлүмәттәре буйынса:
— Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000512112200004792
— Кодтар буйынса гидрологик өйрәнеү (ГӨ) — 112200479
— Бассейн коды — 12.01.00.005
— ГӨ буйынса томы — 12
— ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 [М. Усманова. Имя отчей земли. Уфа, «КИТАП», 1994]
- ↑ Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ Государственный водный реестр РФ: Кугизыл . Дата обращения: 7 август 2011. Архивировано 21 август 2012 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- В статье использована информация, предоставленная Федеральным агентством водных ресурсов из перечня водных объектов, зарегистрированных в государственном водном реестре по состоянию на 29.03.2009. Перечень (rar-архив, 3,21 Мб).