Күбәк (хан)
Күбәк (? - 1184 йылдан һуң; рус. Кобяк) —1 170—1180 йылдарҙа Киев Русенә бер нисә тапҡыр һөжүмдәр яһаған ҡоман ханы, шулай уҡ урыҫ кенәздәренең үҙ-ара һуғыштарында ҡатнаша.
Күбәк | |
Тыуған: | билдәһеҙ |
---|---|
Үлгән: | 1184 йылдан һуң |
Атаһы: | Ҡарлы |
Балалары: | улдарының береһе Данила; 2 улы булған |
Биографияһы
үҙгәртергә1171 йылда ҡыпсаҡ ханы Ҡоншаҡ менән бергә үҙенең төньяҡ дружиналары менән ҡыпсаҡ еренә килгән кенәз Игорь Святославичтан еңелә. Атаҡлы алыш Ворскла йылғаһы буйында була.
1181 йылда Ҡоншаҡ хан менән бергә Святослав Всеволодовичҡа Киевҡа ҡайтырға ярҙам итә.
1183 йәки 1184 йылда (Бережков Н. Г. реконструкцияһы буйынса) Киев кенәздәре Святослав Всеволодович һәм Рюрик Ростиславич Айырылы (Орель) йылғаһы буйындағы алышта ҡыйратыла һәм әсирлеккә алына. Күбәк Ҡарлы улының артабанғы яҙмышы тураһында йылъяҙмала телгә алынмай, әммә С. А. Плетнева «Слове о полку Игореве» әҫәрендә Святослав Всеволодовичҡа «А поганаго Кобяка изъ луку моря, от желѣзныхъ великихъ плъковъ половецкихъ, яко вихръ, выторже. И падеся (буквально „упал“) Кобякъ въ градѣ Кіевѣ, въ гридницѣ Святъславли» " тигән маҡтау һүҙҙәре нигеҙендә әсиргә алынған Күбәк Киевта Святослав һарайында үлтерелгән тигән һығымта яһай.
Был дөйөм урыҫ походы була, Рюрик һәм Святославтан башҡа унда ун бер кенәз ҡатнаша. Күбәк менән бергә уның ике улы һәм тағы ла 16 хан әсирлеккә алына (Изай Билюкович, Товлий улы һәм ҡустыһы Бокмиш менән, Осолук, Барак, Тарх, Данила, Съдвак Кулобичский, Коряз Калотанович. Был убит Тарсук "и иных без числа"[1]. Күбәктең улдары араһында Данила тигәне билдәле. Әсирҙәрҙең яҙмышы ғәҙәти була, уларҙың күбеһе түләнеп ҡайта, сөнки улар һуңғы йылъяҙмаларҙа телгә алына.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ПСРЛ, II, стр. 632.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- КаганМ. Д. Кобяк 2017 йыл 29 июль архивланған. // Энциклопедия " Слова о Полку Игореве»: 5 т. Т.3. К-О. - СПб.: Буланин Дмитрий, 1995. - С. 51.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.