Кәләғай

баш кейеме
(Кялагаи битенән йүнәлтелде)

Кәләғай[1][2] (әзерб. Kəlağayı) — Әзербайжан ҡатын-ҡыҙының баш кейеме[3] Ул сиратылмаған ептән һуғылған, балауыҙ менән эшкәртелегән ебәктән етештерелә[1]. Көнбайыш төбәктәрҙә ҡайһы бер ерҙә чаргат тип тә атайҙар.

Кәләғай ябынған ҡыҙыҡай

2014 йылда ЮНЕСКО-ның 9-сы сессияһында милли сәнғәт һәм символика булараҡ кәләғай тегеү, уны ябыныу ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән[4].

XVIII быуатта

үҙгәртергә

Әзербайжанда ҙур булмаған предприятиелар кәләғай етештергән.

Георга Форстер хәбәр иткәнсә (1784 йыл), Ширвандан Әстрханға 400 тонна ебәк ебәрелгән. Әҙәбиәттән һәм этнографик мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, унда кәләғай һиҙелерлек урын тотҡан. Гәнжә, Шуша, Шәки, Баскал ебәкте күпләп етештергән.

Баскал кәләғайҙары XVIII быуаттан айырым бер урын тота башлаған. Урыҫ сәйәхәтсеһе Пётр Пашино 1862 йылда «Кавказский вестник» гәзитендә, төпкөл Баскалда етештерелгән ебәк менән кәләғайҙар туҡыусы машиналарҙа етештерелгәндәрҙән һис ҡалышмай, тип яҙған.

XIX быуатта

үҙгәртергә

1862 йылда Басгалда йәшәгән Насир Абдуләзиз улы Лондонда халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашҡан һәм үҙе менән алып килгән нәзәкәтле кәләғайҙар һәм ҡупшы тафта өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнеп, махсус дипломға лайыҡ булған. Лондондан ҡайтҡас, ебәк оҫтаһы аптырап, кәләғайҙы шунда уҡ алып бөттөләр, белгән булһам, күберәк алып барыр инем, тип белдергән.

XIX быуат аҙағында — XX быуат башында төрлө сәйәси һәм иҡтисади сәбәптәр арҡаһында кәләғай етештереү башлыса Баскалда һәм Гәнжәлә генә ҡалған.

XX быуатта

үҙгәртергә

Донъя һуғышы алдынан Баскалда 900 кәсепсе оҫтаханаһы, 1500 станок булған, йылына 1 млн 800 мең кәләғай етештерелгән. Баскалдың ебәк буяусылары өлгөрә алмағанлыҡтан, буятырға Шамахиға, Гәнжәгә һәм Баҡыға ебәрә торған булғандар.

2003 йылдан Баскалда «Кәләғай» Ебәк Үҙәге эшләп килә. Шулай уҡ Баскалда уникаль интерактив «Кәләғай» музейы булдырылған.

2010 йылдағы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, кәләғай һуғыусы династиялар күп әле. Шәкиҙәге Шовкатзия Шамилов тоҡомдары был сәнғәттең танылған оҫталары булараҡ билдәле[1].

Етештереү ысулы

үҙгәртергә
 
Кәләғай эшләй торған штамптар. XIX быуат. Әзербайжан тарихы музейы, Баҡы

Ҡаймалы аҡ кәләғайҙарҙы етештергәндә уның 10—12 см киңлегендәге ҡаймаһын ғына бороп бәйләп, буяуға тығалар. Биҙәктәр төҫтәре менән дә, биҙәктәре менән дә төрлө килеп сыға, һәр яулыҡ үҙенә башҡа була[2].

Ике йәки өс төҫлө итеп эшләр өсөн шул уҡ ысул менән кәрәкле ерен генә буяуға маналар[2].

Һәжи Һәмид Талыб улы, Кербелай Абдулхалиғ Әшрәф улы, туҡыусы Алиаббас Жәбраил улы ХХ быуат оҫталары араһында телгә алына.

Төрлө төҫтәге кәләғайҙар (башлыса аҡ, ҡыҙыл, күк)[5] ҡатын-ҡыҙҙың йәшенә, зауығына ҡарап ябыныла[6], уны яулыҡ өҫтөнән байрамдарҙа бөркәнәләр. Борон йәш ҡатын-ҡыҙ төрлө төҫтәгеһен ябынған, ә оло йәштәгеләр ҡараһын бөркәнгән[7].

Яулыҡ менән кәләғайҙан салма эшләп тә кейгәндәр, йышыраҡ ҡыҙыл салма осрай[7][8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Э. Г. Торчинская. Одежда народов Азербайджана и азербайджанцев Дагестана. — Государственный музей этнографии народов СССР, 1990. — С. 36. — 108 с.
  2. 2,0 2,1 2,2 Г. А. Гулиев. Об азербайджанской набойке // Советская этнография : журнал. — Издательство Академии наук СССР, 1964. — № 2. — С. 138.
  3. CLOTHING xxi. Turkic and Kurdish clothing of Azerbaijan — Encyclopædia Iranica. P. A. Andrews And M. Andrews

  4. Traditional art and symbolism of Kelaghayi, making and wearing women’s silk headscarves // Официальный сайт ЮНЕСКО
  5. К. Т Каракашлы. Материальная культура азербайджанцев Северо-восточной и Центральной зон Малого Кавказа (историко-этнографическое исследование). — Издательство Академии наук Азербайджанской ССР, 1964. — С. 165. — 282 с.
  6. Селения Хайдарлы и Халлавар (Кироваканский район Армянской ССР)
  7. 7,0 7,1 Каракашлы К. Т. Женская одежда населения Малого Кавказа XIX — начала XX вв. // Азербайджанский этнографический сборник. Исследования и материалы. I выпуск. — Б.: Издательство Академии наук Азербайджанской ССР, 1964. — С. 67.
  8. Селения Хайдарлы и Халлавар (Кироваканский район Армянской ССР)

Һылтанмалар

үҙгәртергә